Уның тыуған төйәге Бөйөк Устюгта был байрамға айырыуса ныҡ әҙерләнәләр. Был көндө махсус почта йәшниге асыла, унда Ҡыш бабайға хаттар һәм ҡотлауҙар төшөрөргә мөмкин. Урындағы балалар ҙа, килгән туристар ҙа был мөмкинлектән ихлас файҙалана. Хәҙерге Ҡыш бабай заман менән бергә атларға тейеш, шуға ул яңы технологияларҙы ла үҙләштерә — хәҙер балаларҙан хаттарҙы ул электрон почта аша ла ҡабул итә, социаль селтәрҙә блог алып бара һәм коллегалары менән кеҫә телефонынан аралаша.
Әйткәндәй, быйыл ҡышҡыһын Башҡортостандың өс ҡалаһына Ҡыш Бабайҙың әкиәти поезы килә. Маршрутҡа ярашлы, 24 декабрҙә ул — Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, ә 25 декабрҙә Өфөлә туҡталыш яһай.