-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Ноябрь , 11:09

Улай ҙа була икән...

-

Улай ҙа була икән...
Улай ҙа була икән...

Был хәлгә егерме йылдарҙан ашыу ваҡыт үтте. Шулай кисләтеп, район үҙәге Иҫәнғолға ҡайтып киләбеҙ, халыҡ телендә көтөү ҡайтҡан саҡ. Таҙлар тигән ауылдың күперенә етәрәк бер боролмаға машина үрләй башланы һәм иптәшем ҡапыл ғына рулде һул яҡҡа тартып бара башланы. Мин, нимә тип һул яҡҡа бораһың, ул яҡтан бармайҙарҙаһа, тип әйтеп тә өлгөрмәнем. Ҡаршыбыҙға ап-аҡ кейемдә, ҡара сәсе яурындан, йөҙөн күреп өлгөрмәнем, бер ҡатын пәйҙә булды. Әллә ҡайҙан килеп сыҡты, был яҡта тау, һул яҡтан туп-тура бейек яр! Ир, улым менән мин ҡысҡырғанды ишетмәй, теге бисәнең ҡаршыһына уҡ китте. Мин тиҙ генә бар көскә шайтан доғаһын ҡысҡырып уҡый башланым. Теге бисәне, машинаның мин рулен турайтып өлгөрөп китеп барғанда, тәҙрә эргәһенән артҡа үткән ыңғайы, әйләнеп улым менән биленә тиклем ҡараныҡ, ә бисә жигули машинаһының артҡы капоты бейеклегендә һикереп ебәрҙе лә, ят тауыш..иһаһаа, тип сығарҙы һәм аҡ салбар һымаҡ нәмәһенең аяҡ остары бер-береһенә йәбешкән бармаҡтары күренеп тора ине. Доға уҡыйым да  уҡыйым ҡысҡырып, улыма секунд араһында ҡарама тием. Бер минут та үтмәгән ваҡыт аралығы хәл булды ла, ир кире уң яҡҡа сыҡҡас әйтһәк, ниндәй бисә, ҡайҙа ул, нишләп һулға борайым ти рулде, тип аптыратты... Әле булһа ла шул урындарҙан үткәндә доғалар уҡып үтәм. Шул ерҙә, юлдан аҫтараҡ бер памятник та тора, кемдер инде, урыны йәннәттә булһын".     

Ышанырғамы, юҡмы?

СӘЙЕР ДОНЪЯ

 

Автор:
Читайте нас: