-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Ноябрь , 18:12

Сәйер хәлдәр булған элгәре...

Элегерәк ашарға етмәү сәбәпле ҡышҡылыҡҡа күберәк емеш-еләк йыя торғайныҡ. Яҙмамды атайым мәрхүмдең, күршеләр Әхмәтҡәле, Әхмәҙи ағайҙарҙың һөйләгәненә таянып яҙам.

Сәйер хәлдәр булған элгәре...
Сәйер хәлдәр булған элгәре...

Арыҫлан менән Шәрип ауылдары араһында Әсе ялан тип аталған ерҙә күлдәр күп булыуы, урыны-урыны менән һаҙлыҡ, кендеккә тиклем күрән үләне үҫеүе хәтерҙә. Шулай уҡ ерек, муйыл, балан, ҡарағат, йәмшегән ағастары күп үҫте.

Ҡырҡ йыл элек унда аҡсарлаҡтар оя ҡора ине. Малай саҡта йомортҡаларын йыйып, биҙрәлә бешереп ашағаныбыҙ хәтерҙә. Тиҫтәләгән шишмә аға, еләк-емеш йыйырға күп әбейҙәр шунда йөрөй торғайны. Бер көн Бәғиҙә инәй менән Закирә инәй муйылға баралар. Биҙрәләрен тултырырға күп тә ҡалмай, Закирә инәй ҡайтырға ыңғайлай. Шул саҡ ағастан шыуып төшөп барған көрән төҫтәге йыуан йыланды күреп, ҡысҡырып ебәрә. Ҡурҡыштан ике инәйҙең дә ҡулдарынан биҙрәләре төшөп китә. Ҡайтҡас, күршеләренә самауыр йыуанлыҡ йылан күреүҙәре тураһында һөйләйҙәр, үҙҙәре өр-яңы ике биҙрәләре яланда ятып ҡалғанына ҡайғыра.

Ике-өс аҙна үткәс, күрше Исмәғил ағай менән бер инәйҙең улы һыбай менеп, шул ерҙе эҙләп китә һәм теге биҙрәләрҙе табып ала. Күп ара ла үтеп өлгәрмәйҙәр, аттары нимәнәндер өркөп сабып китә. Шул ыңғайҙа Самат ағай аттан биҙрәһе-ние менән осоп төшөп тә ҡала. Исмәғил ағай иһә биҙрәһен төшөрөп ебәрмәҫ өсөн атының ялына йәбешә. Самат ағай муйылын арлы-бирле тултыра ла, йәйәүләп китә. Аты байтаҡ сабып барғас, күл янында туҡтала. Нимәнән өрккәнен белергә тип теге урынға кире барған ағай йыуан йыландың һаҙлыҡҡа инеп китеүен күреп, өнһөҙ ҡала. Исмәғил ағай тип ҡысҡырам тиһәм, тауышым сыҡманы, тип һөйләй ул һуңынан.Ҡайтҡас, күршеләренә, ысынлап та, ҙур йыланды күреүен шаҡ ҡатып һөйләй. Шул ерҙән бер нисә шишмә ҡушылып, Арыҫлан ауылы эргәһенә етеп, Нөгөш йылғаһына ҡушыла. Шул урындан биш йөҙ метр самаһы алыҫлыҡта ҙур түңәрәк күл бар. Уны тәрән, төпһөҙ тиеүҙәре хәтерҙә. Күл эргәһендәге ҡалҡыулыҡта ауыл зыяраты урынлашҡан. Июль айында күл тирәләй Нуриәхмәт ағай бесән сабырға төшә. Ул күп тә сабып өлгөрмәй, ҡапыл һыу болғанып китеп, тулҡыны  күтәрелгәнен күреп ҡала. Ағай ҡулындағы салғыһын ташлап ҡаса. Аждаһа йыланы тигәндәре шул булғандыр, күҙгә бер ни күренмәне, үҙемдең иҫән ҡалыуым мең артыҡ булды, тип һөйләй ул  һуңынан кешеләргә.  

Был хәлде Ишбулды ағайға мулла күршеһе һөйләгән булған. Яңылышмаһам, уның исеме Нурмөхәмәт булырға тейеш. Бик уҡымышлы кеше ине, моғайын, уйлап сығармағандыр, тине Ишбулды ағай.

Лена Хайруллина.

https://kungak.ru/articles/novosti/2021-10-08/s-yer-h-ld-r-bul-an-elg-re-2535115

 

Автор:
Читайте нас: