Миңә бала саҡта өләсәйем төрлө нотациялар әйтә торғайны. Мәҫәлән, ҡояш байығанда ергә ҡоларға йәки ултырырға ярамай, ен ҡағыла тей ине. Йә, ҡояш байығанда йоҡларға ятырға ярамай, ауырыйһың. Тағы ла төнөн һағыҙ сәйнәргә ярамай, үлгән кешенең һөйәген сәйнәйһең, тип әйтә ине. Әйткән һүҙҙәре күп инде, күбеһен онотҡанмын. Был һүҙҙәрҙән һуң ысынлап әллә нисек була торғайны, бигерәк тә һағыҙ тураһындағы, әле лә нисектер кис төшә башлаһа, һағыҙымды төкөрә һалам, сөнки күҙ алдына шул һөйәк килә һәм ерәнес. Белмәйем, был һүҙҙәр дөрөҫ микән, әллә ул мине шулайтып ҡурҡытып тәртипкә ултыртырға теләгән микән, хатта ла белмәйем. Ә һеҙгә шундайыраҡ нәмәләр әйтәләр инеме?
Сәйер донъя