+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Октябрь , 15:15

“Ундайҙың булмағаны мең артыҡ..”

Беренсе ҡатын – Хоҙайҙан, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр... Бәхетле ир ҡатынынан алда үлә, тип әйтеүҙәре лә дөрөҫ икән... “Тәүге ҡатынымды һағынам. Ул яман шеш ауырыуынан үлде. Ике йылдан тағы ла өйләндем. Күршеләр таныштырҙы. Күсенеп килергә риза, тигәс, алдым да ҡайттым.

“Ундайҙың булмағаны мең артыҡ..”
“Ундайҙың булмағаны мең артыҡ..”

Инде ҡатынлы булып йәшәрмен, элеккесә өйҙә бәлеш еҫе сығыр тип уйланым. Сыҡты, ти. Үҙенә иртән бутҡа бешереп ашай ҙа кис бөтөнләй ашамай. “Беҙҙең йәштә майлы ярамай”, – ти. Үҙе бертуҡтауһыҙ йоҡлай, ята, диванда аунай. Телефондан айырыла алмай.

Минең беренсе ҡатыным аш-һыуға ныҡ оҫта булды. Өйҙә лә тәртип ине. Ә был ундай түгел шул. Әйтһәм, икебеҙгә етерлек бәлеште кибеттән сығам да алам, ти. Магазин ризығына көн ҡалһа, ҡатын нәмәгә кәрәк миңә? Бәхетле ир ҡатынынан алда үлә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Беренсе ҡатындар ғына ярата, ҡәҙерләй беҙҙе. Ә быныһын ҡайтарып ебәрҙем. Ундайҙың булмағаны мең артыҡ...”

Дуҫтар, дөрөҫ эшләгәмме?

 

Автор:
Читайте нас: