+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Октябрь , 08:20

Өләсәйле бала саҡ

Хәтирә

Өләсәйле бала саҡ
Өләсәйле бала саҡ

Минең бала саҡ донъяһына йәм биреүселәрем бихисап булһа ла, тик өләсәйем күңелде ҡояштай яҡтыртыусым ине. Өләсәйле баланың икеләтә бәхетле икәнлеген йылдар үткәс кенә төшөнәһең. Яҙмыш һине ниндәй генә юлдан алып китһә лә, бала саҡ хәтергә уйылып, ғүмер буйына һинең менән йөрөй. Яҙғандарым өләсәйемдең әкиәттәре, көйләп әйткән мөнәжәттәре, васыяттары тураһында түгел. Хәтирәләремдең бер аҙын үрелеп алып, һеҙгә лә өләсәй сәләмен еткерергә булдым. Сөнки ул үҙенең изге доғаларын һеҙгә лә бағышлап, яҡты донъяла минән һуң йәшәйәсәк барлыҡ кешеләргә лә Хоҙай иҫәнлек, сабырлыҡ, именлек насип итһен, тип теләй торғайны...

 

Өләсәйемдең миңә асыу менән ҡысҡырғанын һис тә хәтерләмәйем. Шуҡлығым, шаянлығым арҡаһында алған уның аптыраулы күҙ ҡарашы ғына күҙ алдымда тора. Намаҙын бүлдерәм тип уйлау юҡ, өләсәйемдең намаҙлығына башын эйгәнен генә көтөп торам да, туҡ итеп ҡала башың, тим дә көләм. Өләсәйем нисек итеп түҙгәндер, белмәйем, ә бына намаҙын уҡып бөткәс, миңә шундай аптырап ҡараны - иҫәр кешегә генә шулай итеп ҡарайҙарҙыр, тигән шомло уй күңелемә шым ғына инеп тә ятты. Шул көндө төшкө аштан һуң әсәйем миңә: “Ҡартайғас үҙеңдән дә шулай итеп көлөрҙәрме икән инде, өләсәйеңә ҡамасаулап асыуландырҙың бит!“ - тигәнгә өләсәйем: “Асыу түгел, ҡайғым артып китте әле, балам. Бәләкәйҙән үк үҙенә гонаһ йыйып имандан, тәүфиҡтән мәхрүм ҡалмаһа ярар ине, тим. Ярар, минең бәпесем шәп бит ул, башҡаса улай ҡыйланмаҫ”, - тип мине ҡосаҡлап алды. Гонаһҡа нимә керә, иман нимә була - өләсәйем күңелгә шулай әкренләп үҙенең тылсымлы һабаҡтарын, тәрбиәһен һала барҙы.Ғаиләбеҙ ҙур ғына. Аштан һуң ололар таралыша башланы. Ашап туйһам да, магазинда вафли барлығын ишеткәс, алып ашағым килеп тик тора. Уны бит магазинға һирәк килтерәләр, тиҙ арала бөтә лә ҡуя. Әсәйемдән вафлиға аҡса ала алманым, бер күнәк повидлоға бармағы менән генә төртөп күрһәтте лә, сапҡышын тотоп бәрәңге баҡсаһына керҙе лә китте. Имеш, аша шул повидлоны! Һөйләшергә лә ваҡыты юҡ, ҡайҙан табып килтереп сығара шул бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрҙе, аңламайым. Атайым янына йүгерҙем. Ул да аҡсамды ваҡлағас кискә бирермен, тип арҡамдан яратты ла, эшенә китте. Ирҙәр эше ауыр, тип уны өйҙә юҡҡа - барға борсомаҫҡа тырышалар, шуға күрә, аҡсаны нисек ваҡлағандарын бел-гем килһә лә, һораш-маҫҡа булдым. Бындай ҡыйын хәлдән мине тик өләсәйем генә ҡотҡара алыр, сөнки минең шәплекте ул күберәк белә! Көтөүҙән ҡайтып килгән ала һыйырҙы ла иң элек мин - осло күҙ күреп ҡалам бит. “Һай, шәп тә һуң минең бәпесем”, - тип кис һайын маҡтай. Энә күҙәүенә епте лә һә тигәнсе керетһәм: “Үәт! Минең бәпе-семдән дә шәп кеше юҡ”, - ти. Ана бит, камзул кеҫәһендәге сигеүле ҡулъяулығынан егер-ме тин аҡсаһын сығарҙы ла бирҙе!Әсәйемдең аҡсаһы по-видлоға кереп киткән, ә атайымдың аҡсаһын ваҡларға ваҡыты ла юҡ икән, барыһын да өләсәйем аша белдем. Ҡулға аҡса эләгеү менән магазинға йүгерҙем, сөнки вафли алырға барғанда әкрен генә барыу мөмкин түгел! Йылға аша һалынған баҫмаға тиклем йүгереп килдем дә, ҡыҫҡа ғына баҫма таҡтаһының ҡыйшайып ятыуын шәйләнем. Ҡаҙаҡлап ҡуйылғайнымы икән, юҡмы, тип ҡыҙыҡһынып, таҡтаны күтәреберәк ҡараһам, ослайып, ҡаҙаҡтары күренеп тора. Әһә, булды, күрше малайы Шәриф ҡайтып килә ана, кәнфит ҡағыҙҙарымды самауыр мөрйәһенә тыҡҡайны, үҙе лә ҡаҙаҡҡа эләгеп йығылып һыуҙа сыланып ҡайтһын әле, тип үсләшеп, көс-хәл менән таҡтаны ҡаҙаҡлы яғына әйләндереп һалып, тиҙерәк магазинға йүгерҙем. Егерме тинемә ике вафли алып, береһен ялай-ялай әкрен генә ҡайтырға сыҡтым. Вафлиҙың икенсеһен өләсәйемә бирһәм тешкә тейә, тип алмаясаҡ. Тимәк, әсәйемә бирәм! Тәмен белһә, күп итеп алыр, моғайын, тип татлы уйҙарға сумып, баҫмаға килеп етеүемде лә һиҙмәй ҡалғанмын. Аяғымды ярып ҡаҙаҡ кергәс кенә ҡапыл уянған кеүек булдым. Әсәйемә ашатып ҡарарға тигән тәмлекәсем һыуға ағып китте, ә үҙем ауыртыныуҙан үкереп илайым. Шулай ҙа күҙ йәштәремә быуыла-быуыла таҡтаны ҡабаттан икенсе яғына матурлап һалып киттем. Өләсәйемә ни булғанын түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем. Шул арала ул аяғымды йыуып, ниндәйҙер үләндәр һалып сепрәк менән ярамды бәйләп тә ҡуйҙы. «Кешегә баҙ ҡаҙма, үҙең төшөрһөң, тигән боронғолар. Насарлыҡ эшләгәс, яҡшылыҡ көтөп булмай. Насар кеше генә насарлыҡ эшләй, һин бит шәп, яҡшы бала, оноттоңмо ни? Кенә тотоп, үсләшеп йөрөмәҫһең бит инде бынан һуң! Ике яуырыныңда ике фәрештә булыр, һул яғыңа “үсләште” тип насар эшеңде яҙып ҡуйһа ни эшләрһең? Гонаһ булып яҙылып ҡалмаһын, балам, уң яҡтағы фәрештәң генә яҙһын яҡшылыҡтарыңды. Яманлыҡтан һине Хоҙай үҙе һаҡлаһын!“ - тип мине өйрәтеп тә, бәпләп тә ҡосаҡлап алдына ултыртты. Уның йылы ҡулдарын әле лә тоям төҫлө.Аяҡ ауыртып өйҙә генә ултырған арала миңә күп итеп вафли алып ҡайттылар. Уны туйғансы ашағанмын, күрәһең, башҡаса ауыҙыма алғым да килмәне. Ә үҫә төшкәс кемгә-лер асыуланһам, йә үпкәләһәм аяғымдың ҡаҙаҡ кергән урыны һыҙлап киткәндәй була ине. Өләсәйемдең, кешегә баҙ ҡаҙма, үҙең төшөрһөң, тигән әйтеме ғүмергә иҫтә ҡалды. Ә бөгөн бына беҙ өләсәйем менән икәүләп кенә өйҙә торабыҙ: бер шәллек мамыҡ тетәһебеҙ бар. Әсәйем шәл бәйләп һатҡас, апайыма яңы кейем һатып алырға иҫәп тота. Тиҙерәк эшләргә тырышам мин дә, сөнки апайыма кейем алһалар уның кейеме миңә буласаҡ. Ошо матур хыялдармы, өләсәйемдең йор һүҙҙәреме, әкиәттәреме мине тик өйҙә генә булырға мәжбүр итә, һис тә тышта уйнап йөрөгөм килмәй. Иҙәндәр ҡырып йыуылған, мейес ап - аҡ итеп ағартылған, семәрле һандыҡ өҫтөндәге бөкләп һалынған кейеҙ балаҫта минең яратҡан һоро бесәйем йоҡлап ята. Мамыҡ айыра-айыра рәхәтләнеп ултырабыҙ. Мөйөштәге радиоға ҡушылып өләсәйем йырлап та ала. Тик әлеге радио аша: “Бер негрҙы Америка урамында атып үлтергәндәр, ә Африкала ике кеше аслыҡтан үлгән”, - тигән хәбәр өләсәйемдең кәйефен бөтөнләй юҡҡа сығарҙы. Кеше ҡаны кешене ебәрмәй, үҙе лә шул юл менән баҡыйлыҡҡа китә, тип үлгәндәргә бағыш-лап сүрәләр уҡыны. ”Эй, балаҡайым, аслыҡ һүҙен хатта ишетергә яҙмаһын һеҙгә. Күрмәгәнебеҙҙе күрһәтте инде ул аслыҡ тигәндәре”,- тине лә элеккеләрҙе әрнеп һөйләй башланы. Ә мин уны тыңлағанда үҙемде шул ваҡиғаларҙы кисергән шаһит урынына ҡуйҙым.“... Бәләкәй генә ауыл. Ҡоролоҡтан ағастар һулып, үләндәр кипте, иген үҫмәне. Ҡош-ҡорт, мал-тыуар юҡ, тиерлек, һуйып ашап бөттөләр. Аслыҡтан бик күп кеше вафат булды. Ошо аслыҡ-яланғаслыҡ ваҡытында ла кешеләр кеше булып ҡала белделәр. Түбән яҡ Яҡуптың ғаиләһендә бер айлыҡ сабыйы - Нәфисәһе бер ҡараусыһыҙ тороп ҡалды. Уны имеҙерлек, ҡарарлыҡ бер кеше лә юҡ, сөнки өй һайын кешеләр йә аслыҡтан, йә ауырып шешенеп ята... Үлергә ятҡан себенде лә рәнйетмәҫ, киң күңелле, ярҙамсыл Иркәбай тигән егеттең дә бер кеме лә ҡалмағайны. Ул Нәфисәне йәлләп үҙҙәренә алып ҡайтты ла, этен саҡырып өйгә индерҙе. Кисә генә эте көсөкләгәйне. Кемдер көсөктәрҙе юҡ итергә өлгөргән, бәлки бешереп тә ашағандарҙыр. Иркәбай этте һикегә яҫтыҡҡа йығып һалып Нәфисәне имеҙергә булды. Эт нишләптер ҡаршылашманы был хәлгә, баланы имеҙеп ята бирҙе. Бала имә торғас йоҡлап китте. Ә Иркәбай баланы ҡыҙғанып илап иҫке генә бишмәтен күҙ йәшенә һыулап бөттө. Яңы тыуған баланы ҡарарға мөмкинселеге лә, тәжрибәһе лә юҡ ине уның. Әсәһенән ҡалған йөн шәлгә баланы урап, этен эйәртеп, күрше ауылға юл тотто. Юлда үҙенең тәне ауыртып, ҡойоларҙай булғанын һиҙһә лә, кире боролманы. Биш саҡырым араны көҙгө һыуыҡта көс-хәл менән үтте ул. Бала өшөмәһен тип, бишмәтенең билбауын ысҡындырып, ҡуйынында ғына тотҡанғамы, бала иламаны. Ике туған ағаһы үлгәс, еңгәһе бер үҙе йәшәй ине. Алсаҡ ҡатын үҙе бик ауыр хәлдә ас йәшәһә лә, баланы кире ҡаҡманы. Иркәбай еңгәһенең ишек алдына этен бәйләп, ҡайтып китте.Был хәлдән һуң бик күп һыуҙар аҡты. Иркәбай аслыҡта иҫән ҡалды, һуғыштан да иҫән ҡайтты. Ҡайҙа ғына, нисек кенә йәшәһә лә этһеҙ йәшәмәне. Иркәбай урамда балаларҙы күрһә, бар донъяһын онотоп, улар ыңғайына уйнап, кеҫәһенән тәм-том сығарып биреп китер ине лә, атылып сыҡҡан күҙ йәштәрен һыпырып ташлар ине. Уның: “И-их, заманалар!” - тигәнен ҡарт-ҡоролар ғына аңлар ине...”...Өләсәйемдең изге те-ләктәре, фатихалары, тул-ҡынландырғыс хикәйәләре, һис күңелдән китмәй торған әкиәттәре, кәңәштәре тор-мошта фәһем биреп тороусы көскә әйләнде. Өләсәйле кешеләр минең күңелгә уралған бала саҡ моңон, түрҙәге ҡәҙерле кешенән йылы нур сәселгәнен аңлап тора төҫлө. Алла бирһә, минең бәпесем дә бик бәхетле буласаҡ әле, күрерһегеҙ, ти торғайны ул. Эйе, өләсәйле ғаиләлә үҫкәнгәлер, бик тә бәхетлемен! Әле лә тормош күгемдең сағыу йондоҙо булып, күңел түремдә йәшәй минең өләсәйем.

Фәниә Сатучина.

Автор:
Читайте нас: