+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Октябрь , 08:33

ЙӨК АТЫ

-

ЙӨК АТЫ
ЙӨК АТЫ

Совхоздың Үҙәк бүлексәһендә бер ат булды. Йөк аты, былай-алайым, күрер күҙгә күрмәлекле йөк аты. Ауылда кешеләрҙең генә түгел, ҡош-ҡорттоң, мал-тыуарҙың йөрөп ятыуы, тереклек итеүе ус төбөндәгеләй асыҡ бит: ылдым тартҡандарҙы, сығынсыламағандарҙы баҫымсаҡлайҙар. Был ат та өҙлөкһөҙ еккелә йөрөнө, күндәм генә ауыр арбаларҙы өҫтөрәне, иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә баш баҫып көтөү көттө, бесән осоронда косилканың мисәүендә түгел, иң төбөндә көсәнде, унан ҡалһа, тырмаға баҫтырҙылар, өй беренсә тиерлек йөрөтөп күбә тарттырҙылар.
Йәшәйеш ҡанундары шундай - ерҙәге әйбер, тереклек мәңгелек түгел, бер килеп ваҡыт үтеү менән туҙа, ҡартая. Күрмәлекле ат ваҡыт үтеү менән баҡтаһы елдә туҙыраған, нур ҡайтҡан күҙҙәренән субырҙап йәштәре аҡҡан, ҡабырға һөйәктәре ҡырғыстай беленгән ҡарасҡыға әүерелде. Көс-ҡарыуы ҡайтҡас, элекке хеҙмәттәрен иҫәпкә алыптыр инде, уның нимәнең кимерәһең дә мөнйөйһөң тағы тип, ҡамытын һалдырып, дағаларын ҡуптарып алып, иреккә ебәрҙеләр. Шул хәлдә лә үҙен кәрәклегә иҫәпләп, башҡа аттарҙан, өйөрҙән тотам да ҡалмай эт һымаҡ эйәреп йөрөнө алаша. Өйөр башлығы айғыр ҙа уны ҡабул итте, ситкә тибәрмәне. Көнө буйы шулай йөрөй, сарсаһа, шишмәнән һыу эсә, асыҡһа, ҡырҙағы, баһыу буйында үҫкән ҡарағураны ашай, мәгәр артыҡ тамаҡ булғыһы килмәгәндер, күрәһең, трактор тәгәрмәсенән әтмәләнгән һауытҡа ҡойолған һолоға һис ҡасан ҡағылманы.
…Бер танышым пенсияға сыҡты. Ул да иртәнән алып кискә ҡәҙәр фәҡәт хеҙмәт тип янған кеше ине. Телендә лә, уйында ла нимәнелер матур итеп, сифатлы итеп ваҡытында атҡарыу йә башҡарыу. Һаман да ул үҙен кәрәкле кеше итеп иҫәпләй, йәнәһе лә, унһыҙ донъя шыпа ла алға бармай, емерелә, юҡҡа сыға. Иртән эш башланғас та берәй йомош табып сығып китә, төшкө аш та башҡаларҙыҡылай бер сәғәт, кис етте иһә эшем эйәһеләй арып-талып ҡайтып инә.
Бер көн ул миңә шылтырата:
- Эш тип йөрөп гәзит-маҙар уҡығаным, телевизор ҡарағаным юҡ. Тиҙҙән байрам көндәре бит, нисә көн ял итәбеҙ ул?
…Теге, аттарҙың артынан эйәреп йөрөгән элекке йөк аты, күҙ алдыма килеп баҫты.

Автор:
Читайте нас: