+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Октябрь , 22:25

ҺОНТОР ҺАҒЫНБАЙ ҺӘМ…

һауынсы Һөйәрбикәнең һөйләшеүе.

ҺОНТОР ҺАҒЫНБАЙ ҺӘМ…
ҺОНТОР ҺАҒЫНБАЙ ҺӘМ…

Бер хәреф хикмәте

 

Һарыҡ һарайы һаҡсыһы, һәйбәт һыпатлы, һомғол һынлы "һонтор Һағынбай" һыныҡ һаплы һәнәген һарай һикәлтәһенә һөйәне лә, Һаратын "һай-һай"лап, Һаҡмар һарҡыуындағы һыйыр һарайына һәләтләтте. Һыйыр һауыусы Һаҡмар һылыуы - һипкелле Һөйәрбикәне һөйөү һағышынан һарғайғандан-һарғая Һағынбай…
- Һауғынамы, Һөйәрбикә!
Һәндерәгә һаҡтырылған Һәлберғолаҡ Һағынбайҙың һаулашҡанына һиҫкәнеп, "һау-һау"ланы. Һөйәрбикә Һағынбайҙың һаулыҡ һорашҡанын һиҙмәмешкә һалышып, һаламға һонолған һауын һыйырының һыртынан һыйпаштырғыланы: "Һәүкәш, һәүкәш, һәү-һәү…".
- "Һиҙәһеңме һине һөйөүемде, Һөйәрбикәкәй? Һине һағынып һарыға һабыштым. Һинең һымаҡтар һирәк, Һөйәрбикәм, һөйөклөм! Һинең һылыулығыңа һоҡланам, һәр һөйөү һүҙем һиңә һәм һиңә, Һыуһылыуым… - Һөйөүгә һыуһаған Һағынбай һандуғастай һайраны ла һайраны.
Һүҙгә һаран Һөйәрбикә һаман һөйләшмәне. Һағынбай һөйгәненең һүҙһеҙлегенә һөмрәйҙе:
- "Һе-һе, һауалы һылыуҡай, һүҙҙәремде һанламаһаң - һанлама, һөйләшмәһәң - һөйләшмә, һәтәбе һыйырыңдың һөтөн һемерт!
Һөйәрбикә һауылған һөтөн һайыраҡ һыуытҡа һалып, Һағынбайға һондо. Һөмһөрө һүтелгән Һағынбай һоҡһорҙанып, һөттө һөрпөлдәтте. Һауытындағы һарҡындыһын һемерә-һемерә һаман һөйләнде:
- Һөтөң һыйыҡ, Һөйәрбикә, һинең һымаҡ һалҡыныраҡ …
Һағынбайҙың һайламайыраҡ һөйләнеүенә Һөйәрбикәнең һыпаты һөрөмләнде. Һөҙөмтәлә, "һүҙһеҙ" һылыу Һағынбайға һелтеле һүҙҙәрҙән һалдырҙы:
- Һөйләнмә, һәй, һантый, һорнайған һөрәт! Һыуатит! Һыпырт һаһыҡ һарыҡтарыңа, һерә! Һыйырым һөҙгәк, һеңгәҙәтә һөҙөп һалыр. Һөмһөҙләнһәң, һәҙер Һәлберғолаҡты һөсләтәм!…
- Һай-һай, Һөйәрбикә, һин дә һәс Һәлберғолаҡ һымаҡ һау-һаулашаһың…
Һағынбай "һеркәһе һыу һөймәгән" Һөйәрбикәнең һүҙҙәренә һуҡрана-һуҡрана, һикереп, Һаратына һыбайланды. Һыртына һыңҡылдатҡансы һуҡһа ла, Һарат, һабан һөйрәгәндәй һәлпәңләп, һарыҡ һарайына һәлкәүләне.
Һаҡрат һүҙҙәрҙән һауҡы һүрелгән Һағынбайҙың Һөйәрбикәгә һөйөүе һүнгәндән һүнде. Һуңғараҡ та "һөҙгәк һыйырлы" һылыуға һис һырпаланманы, һағышлы һүҙҙәр ҙә һөйләмәне. Һарыҡтарына һалам һалғанда, һирәк-һаяҡ һармаҡтар һармаҡланы:
"Һөйәһеңме, һөймәйһеңме, һөймәһәң - һөйкәлмәйем…"
Һағынбайҙы һанға һуҡмағанына Һөйәрбикә һуңынан һыҙланды һыҙланыуға. Һыйыр һауған һайын һыу һөлөгөндәй һомғол һынын һағынды. Һуңланы Һөйрәбикә, һуңланы… Һағынбай һайлансыҡ Һөйәрбикәнән һыуынып, һәүетемсә һилләнгәс, һатыусы Һәҙиәне һайланы.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2024 йыл

Автор:
Читайте нас: