+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Октябрь , 14:35

Яугир менән әңгәмә

-

Мораҡ – Өфө таксиһында еңел машинала дүрт пассажир юлға сыҡҡанбыҙ. Водитель эргәһендәге урынға хәрби кейемдәге ир уҙаманы ултырған. Барыбыҙ ҙа шымып ҡалғанбыҙ. Беҙ имен таңдар аттырһын өсөн ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған ил һаҡсыһы алдында ярамаған хәбәр һөйләп, яңылыш ҡына күңелен ҡыйып ҡуймайыҡ, тип тулҡынланыу кисерәбеҙ. Шулай ярты сәғәттәй барғас, бер аҙ алға ынтылып, ҡыйыуһыҙ ғына һорайым:

– Ағай, ялға ҡайтҡайнығыҙмы әллә?

– Юҡ, госпиталдә яттым. Ике аҙна өйҙә булдым да кире яуҙаштарым эргәһенә китеп барам.

– Госпиталдә оҙаҡ ятырға тура килдеме?

– 9 мартта Ырымбурға ебәргәйнеләр. Аяҡтың бармаҡтарын ҡырҡтырырға тура килде, – тип усы менән һул яҡ тубығына ипләп кенә һуғып ала.

– Шундай ауыр йәрәхәт менән өйҙә лә ҡала алғанһығыҙҙыр бит?

– Егеттәр тегендә саҡта тыныс ята алмайым. Беҙ унда урыҫы ла, башҡорто ла, татары ла бер туғандар һымаҡ булып бөттөк. Улар – минең икенсе ғаиләм.

– Ә МХО-ға тиклем ҡайҙа эшләнегеҙ?

– Тәүҙә тракторист булдым, унан һуң себерҙә эшләй башланым – бульдозер йөрөттөм. Махсус хәрби операция башланғас, контрактҡа ҡул ҡуйҙым.

– Ә һеҙҙе быға нимә этәрҙе?

– Заманында Польшала хеҙмәт иткәйнем, шуға йәш саҡтағы ерҙәрҙе күреп ҡайтайым, тинем, – тип һүҙҙе шаярыуға бора яугир.

– Хәҙер һеҙгә нисә йәш?

– 55 тулды. Арабыҙҙа 65 йәшлектәр ҙә бар.

– Эргәләрендә өлкәндәрҙең булыуы йәш яугирҙәргә ышаныс та өҫтәйҙер әле?

– Бәлки, шулайҙыр. Былай миңә "отец" йә "батя" тип өндәшәләр. Йәштәрҙе ҡарап йөрөргә тырышабыҙ, әлбиттә, – яугир тәрән тын алып ҡуя һәм һүҙен дауам итә. – Донецк өлкәһендәге Бердычи ауылында оҙайлы алыштар булды. Шунда яралы егеттәрҙе яу яланынан сығарҙыҡ. Баш осонда дошман коптерҙары осоп йөрөһә лә, йәштәрҙе ҡотҡара алдыҡ.

– Үҙегеҙ ҙә шул саҡта яраланғайнығыҙмы?

– Юҡ, хәл икенсе төрлөрәк булды. Һуғышта аяҡҡа йәһәт кенә итек кейеп алаһың да йүгереп сығып китәһең бит ул. Ышыҡ урын тапһаң, шунда “машка”ңды ҡосалап ятаһың инде. Миңә лә шифер киҫәге аҫтында төн сығырға тура килде. Февраль һыуығы үҙенекен итте – аяҡтар туңды, бармаҡтарҙы һаҡлап ҡалып булманы.

– “Машка” тигәнегеҙ нимә аңлата?

– Калашников автоматын шулай тибеҙ. Уның менән көн-төн айырылмайбыҙ. Шунһыҙ булмай. Тағы ла һигеҙ магазин йөрөтәбеҙ. Ҡаршыға дошмандар килеп сыға ҡалһа, тип үҙем менән һәр саҡ алты-ете граната ла алам. Уларға әсирлеккә эләккәнсе, граната шартлатаһың да киттең-бөттөң.

– Дошмандың бик аяуһыҙ, ҡаты бәғерле булыуын интернеттағы хәбәрҙәр, видеояҙмалар аша белеп торабыҙ...

– Улар ни тиклем яуыз булһа, беҙҙең егеттәр шул тиклем ҡыйыу һәм сос. Яугирҙәребеҙҙең ҡуш йөрәкле булыуына, бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуына һоҡланам.

– Яугирҙәребеҙ ут эсендә йөрөгән саҡта беҙ, өйҙәгеләр, төрлө байрамдар үткәрәбеҙ. Быны ғәҙелһеҙлек тип уйламайһығыҙмы?

– Киреһенсә, хуплайым. Беҙ бит Рәсәй халҡы тыныс тормошта йәшәһен өсөн алышабыҙ. Үҙемдең ҡатыным, өс балам, ейән-ейәнсәрҙәрем бар, уларҙың киләсәген уйлайым. Башҡортосандағы концерттарҙың, байрамдарҙың хәҙер патриотик рухта үткәрелгәнен беләм, шуныһы айырыуса оҡшай.

“Абдулла” позывнойлы яҡташыбыҙ ауыр йөгөн тотоп, аҡһай-аҡһай Өфө тимер юл вокзалына инеп китте, ә беҙ, уның юлдаштары, таксиҙан сығып, ҡул болғап, изге теләктәр теләп тороп ҡалдыҡ.

Автор фотоһы.

Автор:Нурзиә Хәсәнова

https://vk.com/wall-104965500_302654

 

Яугир менән әңгәмә
Яугир менән әңгәмә
Автор:
Читайте нас: