+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Октябрь , 13:45

Тәү башлап ошондай "ҡашмау"ҙы миңә әсәйем эшләне

-

Тәү башлап ошондай "ҡашмауҙы " миңә әсәйем эшләне. Ни өсөндөр ул, ҡалпаҡты ҡашмау тиер ине. Күкһел төҫлө ыуаҡ ҡына ялтыр , бер нисә ҡатлы муйынсаҡ шифонерҙа һаҡлана торғайны. Күкһел муйынсаҡ теҙмәһен гелән тотоп " Борон ошондай төҫлө мәрйен баҫылған ҡашмау булды" - тип һөйләгәне хәтерҙә .
Икенсе синыфта уҡыған сағымда, ёлка байрамына кейем әҙерләргә кәрәк. Әсәйем тиҙ генә ҡыҙыл туҡыма эсенә картон ҡуйып, яртылаш ҡашмау эшләне. Ҡашмау алдын ғына тегеп күкһел мәрйендәр баҫты, артына резина ҡуйып башыма кейҙерҙе һәм косынка япты.
70-се йылдарҙа ҡайҙан инде милли кейем тегеп ултырыу. Кәртә тулы ыуаҡ мал, һыйыр һәм башмаҡтар ҡарап, ҡул эшенә ваҡыттары булманы . "Быныһы былай, тегенеһе ошолай ине"- тип һөйләй ҙә, ысынында ҡашмау эшләргә һис кенә яйын тапманы.
Көндә бер үк йорт эше, мал - тыуарҙы тәрбиәләп ингәс, мейес артына улдары менән утын ярып ташый. Кипкән утындарҙы мейескә өҫтәп, утта аш бешерә . Өйҙә биш бала , барыһына ла өлгөрөр кәрәк. Әүнәштә уйылған мәкенән көйәнтәләп һыу ташый.
Кис етһә , отвёрка менән 6 - сы һәм 12 - се каналдарҙы алмаш - тилмәш бороп , совет киноларын ҡарайбыҙ. Шул мәлдә лә һарыҡ йөнөн , йә кәзә дебетен тетеп иләй башлар ине.Артабан иләнгән кәзә дебетенә , ҡуяндыҡынын ҡушып шәл, йә ыҡсым ғына кәпәс бәйләй .
Мейестәге утын сыртлап янып бөтһә , торондарын һуҡҡыслап , мейес башын ябып ҡуя ла " Эх , ҡашмау эшләргә бер ҙә генә ҡулым барып етмәй шул " - тип үкенгәне иҫемдә.

Фото Тәңкәбикә төркөмөнән алынды.

Мәҙинә Фазылова

https://vk.com/id257889019

 

Тәү башлап ошондай "ҡашмау"ҙы миңә әсәйем эшләне
Тәү башлап ошондай "ҡашмау"ҙы миңә әсәйем эшләне
Автор:
Читайте нас: