+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Октябрь , 14:10

Ҡиссаи-Түләк

-

Сәрүәр Суринаның Рәйес Түләк иҫтәлегенә яҙған һағышлы арнауын ҡуям. Апай быны яҙғанда беҙ бер кабинетта ултырҙыҡ. Һөйләй-һөйләй, иҫтәлектәре менән бүлешә-бүлешә, яҙҙы. Илашып бөттөк...

ҠИССАИ-ТҮЛӘК
2019.11.01.
Минең көндәлегем - ҡағыҙҙа ла, йөрәктә лә, хыялда ла... Тормошомдо хисле һәм мәғәнәле иткән кешеләрҙең бик һирәктәре генә унда теркәлеп бара. Күңел күгемдәге йондоҙҙар улар: Хәйерниса ҡәрсәйем, инәйҙәрем Зәйнәб Биишева менән Фатима Мостафина, фәйләсүф ғалим шағирҙар Әкрәм Бейеш,Мостай Кәрим, Рәйес Түләк...Улар – илаһи һулыш эйәһенән башҡорт халҡының туған тел һәм рухи һыуһынын ҡандырырлыҡ йәшәү тыны алған заттар, тип, бергә тын алған кеүек хис итеп, яҡын күрҙем.
Рәйес Ғосман улы Түләков 1959 йылда 14 октябрҙә Башҡортостандың Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуа. Ул – шағир, философ, даукәр йән. Беҙ уның менән йә бәхәсләштек, йә көлөштөк... Ул ҡасандыр минең турала яҙырға теләне, ә миңә көтмәгәндә уның хаҡында яҙырға тура килде. Ун ике йыл, бер мөсәл дәүер элек, “Ах, минең Түләгем...” тип ҡәләмемдән ошо зар-мәдхиә түгелде... Мин яҙманы бер һөйләмен дә үҙгәртмәй ташҡа баҫтырмаҡ булдым.
Йондоҙҙарымдың рухына сәмауи тәсбихем булһын.

02 апрель 2007 йыл. Күгәрсен районы.
Әсәйем бик ауыр хәлдә. Мин ауылда уны ҡараған булам. Үкенес һәм йәлләү, хәҙерҙән үк әсәйҙе юҡһыныу һәм һағыныу... Әсәйем бер ҡалаҡ һыу ҙа йотмай... Юлай ағайға шылтыраттым, был аҙнала ла Өфөгә ҡайта алмайым, тинем. Ә ул миңә тағы ла бер әрнеүле яңылыҡ әйтте. «Рәйес үлде.» «Ҡайһы Рәйес?!!» - «Рәйес Түләк.» - «Аһ! Ҡайҙа ҡуялар?» - «Иртәгә тыуған ауылына, Буранбайға оҙатабыҙ.»

Рәйес Түләк... Минең Түләккәйем... Китте.
Яңыраҡ ул миңә шылтыратҡайны. Әҫәрҙәреңде йыйып бир, мәҡәлә яҙам, тине. Мин һинең алда бурыслы, тине. Ошо һүҙенә ғәрләндем. Бурыс ҡаплар өсөн генә йонсома, һинең хозурыңа лайыҡ әҫәрем юҡ.әле, тинем. Ул уңайһыҙланды, шаярттым, аңламаның, мин күптән һинең яҙғаныңды уҡығым килә, тине. Ә мин ҡылтайғайным инде. Кире-мире һөйләштем. Рәйес элек тә миңә бер-нисә тапҡыр пьесаларымды һорап өндәште. Ул минең кемдән уҡытып, кемдән кәңәш һорарға белмәй интегеүемде һиҙгән кеүек, бер заман былай тине: «Бир миңә пьесаларыңды, анализ яһай беләм мин, бәлки, бер файҙам тейер.» Эх, Рәйес, һин шул тиклем кәрәк инең бит миңә. Тик һинең аҡылыңды, талантыңды һәм талабыңды мин бик юғары ҡуя инем, һиңә уҡытырға ғына ла лайыҡ булырға тейешмен, тип һуҙҙым да һуҙҙым...
Бына һин юҡ. Уфала минең дуҫым юҡ. Мин яратҡан ғына түгел, мине яратҡан бер яҡшы, изге күңелле кеше юҡ. Минең рухташым, классигым, шағирым юҡ. Белмәйем, был юғалтыуҙы беҙҙең башҡорт халҡы нисек кисерер...
Һине иң беренсе күргәндән яраттым. Ипле, иғтибарлы, йомшаҡ күңелеңде яраттым, талантыңа иҫем китеп һоҡландым һәм гел һинең уңыштарың менән ғорурландым. Шиғырҙарың мөхәббәт хаҡында булһа, ҡатының ниндәй бәхетле, тип уйланым. Дуҫлыҡ хаҡында булһа, миңә арналғандыр кеүек ине. Мин һиңә ныҡ яҡынайырға, эҫенергә лә уңайһыҙландым, сөнки һинең менән һөйләшеп-бәхәсләшеп туйырлыҡ түгел, гел ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс була. Айырылышҡас та бер-нисә көн буйы һинең һорауҙарыңа, яуаптарыңа, хистәреңә шаҡ ҡатып, уйланып йөрөй торғайным.
1986 йылдың көҙө. Беҙ танышҡанда һин өйләнмәгән егет инең. Ә мин өсөнсө балама ауырлы. Аспирантураға уҡырға инергә экзамендар бирәбеҙ. Миңә ни ҡалғандыр, белмәйем, әммә уҡырға теләгем һаман үтәлмәй йөрөгәнгә, ниһайәт, аспирантура, тип бер форсат сыҡҡанда ынтылғанмындыр инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер урынға дүрт кешенән мин бер үҙем үтеп киттем. Һин ниндәйҙер экзаменға килеп тә торманың... Йәл, шул саҡта мин уҡырға ингәнсе, һин уҡыһаң ине. Хәтеремдә, минең яман токсикоз, үҙем белдермәҫкә тырышам. Һин минең сытырайып һыҙланып ултырғаныма ғәжәпләнеп, йөҙөмә текәлеп-текләп ҡарайһың. Ниңә ауырыҡһынып ултырғыста ҡырын ҡына ултырғанымды аңлай алмайһың. Егет кешегә нимә тип аңлатайым, оялмайынса. Минең шул хәлдә аспирантура тип иҫәрләнеп йөрөүемә һин тамам аптырар инең.
Газетала мәҡәләң баҫылһа, шиғырың сыҡһа, йөрәгемде ихлас шатлыҡ ялмай. Матур фотоң да бирелһә, үҙеңде күргәндәй ҡыуанам. Нишләптер, бик яҡын булдың һин миңә. Шаянлығың, нескә юморың оҡшай.
Бер блиц-интервьюла һиңә һорау бирәләр. «Иң яратҡан шөғөлөң нимә?». Яуабың иҫ киткес матур: «Таһир менән шахмат уйнау!» Таһир – һинең улың!
Белмәйем, кемгә нисектер, ә мин һинең.һәр һүҙеңә, фекереңә һоҡлана һәм ҡыуана торған бер кешемен, Түләккәйем. Тик хәҙер һин юҡ. Был ҡыуаныс һағышҡа әйләнде.

Икенсе осрашыу йәш драматургтарҙың тәүге семинарында, 1993 йылда булды. Етәксебеҙ Наил ағай Ғәйетбай семинаристар өсөн «Автомобилист» ял базаһын алған. Беҙҙе донъя мәшәҡәтенән, эштән, магазиндан айырып, шунда өс көнгә алып барып һалып, ашатып-эсереп, йоҡлатып драма серҙәренә өйрәтмәксе. Совет майҙанында автоклуб һымаҡ бер машинаға тыңҡыслап тултырҙылар ҙа елдерттек драматургия иленә. Миңәҡаршы бер аҙ һалмыш бер кеше ултыра. Йөҙө таныш, ҡылыҡтары ҡыҙыҡ, һүҙҙәре көлкө. (Таныйым инде – Буранбай Исҡужин үҙе, сатирик шиғырҙар маһиры, ләкин ул миңә буй етмәҫтәй алыҫ тойола ине.) Ул миңә ҡарап килде-килде лә нимәлер тип мығырҙаны. Янында ултырған Рәйес әллә нишләп китте лә: «Нишләп улай тиһең? Сәрүәр апай ундай ҡатын түгел», - тине. Үҙе, берәй кеше ишетеп ҡалмаһын, тигәндәй борсолоп, тирә-яҡҡа ҡарай.
Баяғы телдәр кеше Буранбай булып сыҡты. Йәш яҙыусылар конференцияһы көндәрендә (1993 йылдың мартында) БДУ-ның актовый залында шиғыр уҡығанын тыңлап, уға иҫем киткәйне.
Алтын түгелмен мин, баҡырмын.
Әммә тормош шундай итеп йышты –
Алтын һымаҡ оҙаҡ балҡырмын.
Әле килеп семинарға барышлай, ул ярым иҫерек, һәм мин уны танып еткермәйемгә һалышам, уны бик күптән белгәнемде һиҙҙермәйем. Рәйес беҙҙе таныштырҙы. Буранбай миңә һул ҡулын һуҙып: «Очень приятно икән, ти», - тине. Мин был һүҙгә сәмләнеп киттем, әммә белгертмәнем, шулай ҙа “бисәләрсә генә үс алдым” – Буранбайға бүтәнсә әйләнеп тә ҡараманым йәки бөтөнләй күрмәмешкә һалыштым. Уның бер ҡулы юҡ икәнен шунда күрҙем, әммә нишләптер Буранбайҙы йәлләп булмай ине. Буранбайға йә һоҡланып, йә нәфрәт менән генә ҡарарға мөмкин, минеңсә. Һоҡланыу – шиғырҙарына, нәфрәт - шиғыр яҙмағанына.

Эй, Рәйес Түләк... Беҙ һинең менән бик борондан бер-беребеҙҙе беләбеҙ кеүек. Перестройка заманы. Бөтә нәмәгә талон. Һин Яҙыусылар союзында эшләйһең. Көтмәгәндә миңә шылтыратаһың. «Килеп сыҡ әле, бер эш бар». О, союз хәтле союзда мине иҫкә алһындар әле! Харап та мауыҡтырғыс тойолдо тәҡдимең. Союз мин йәшәгән ятаҡҡа алыҫ түгел, барып та еттем. Ҡыуанып ҡаршы алдың да эшләп ултырған бүлмәңә алып индең. Мәйтәм, һәйбәт эш урыны, үҙеңә оҡшаһа, миңә оҡшай. «Эше яҡшы, аҡсаһы насар», - тиһең. Ғаиләң менән аҡса еткерә алмауыңды, ҡатының сирләгәнен һөйләнең. Мин бигүк иғтибар ҙа бирмәнем. Кем ауырымай ҙа кем шәбәймәй... Бүлмәлә тағы бер кеше бар ине. Уның алдында ҡыймай, мине коридорға саҡырҙың. Ҡулыңа ниндәйҙер бланкылар тотҡанһың. «Ҡарале, союздан яҙыусылар халыҡ менән осрашыуға райондарға сыға. Командировка һәм осрашыу өсөн аҡса алалар. Һин бит яҙышаһың, йәш яҙыусы булып иҫәпләнәһең. Нисә ҡарама, командировкалаһың. Табырлыҡ түгел. Мәктәптәр буйлап йөрөйһөң, уҡыусылар, уҡытыусыларҙы күрәһең. Ошо бланкыларға мисәт һуҡтырып алып ҡайт та, мин һиңә командировочный бирҙертермен...» Минең тәкәббәр һәм йәш саҡ - ундай нәмәнән уттан ҡурҡҡан кеүек ҡасам. Баш тарттым. Үҙемдең эшемдә лә командировочный алам мин, тим. Аптыраның, мөлдөрәп ҡарап ҡалдың... Мин, иҫһеҙ, - командировочныйҙы һиңә биреп барһам да булған да бит...
Әйткәнемсә, союз мин йәшәгән ятаҡҡа яҡын ине. Бер көндө һине трамвай туҡталышында осраттым. Кәйефең юҡ. «Талон юҡ, шәкәр бирмәйҙәр...» Ә минең байтаҡ шәкәр талоным артыҡ. Ғаиләм шәкәр ашамай, атайым умарта тота бит, беҙ бал ашайбыҙ. Шәкәр йәй, варенье ваҡытында ғына иҫкә төшә. «Әйҙә, мәйтәм, бирәм талондарымды.» Әле лә күҙ алдымда, ҡып-ҡыҙыл булып ҡойолоп төштөң. Уңайһыҙланып та, шатланып та киттең. Талондарымды тотторғас, магазинға йүгерҙең. Бындай хәл тағы бер-нисә мәртәбә ҡабатланды. Ҡайсаҡ ит, май талондарымды ла һиңә бирәм дә ебәрәм, сөнки, аллаға шөкөр, атайымдар ҙа, ҡайнымдар ҙа беҙҙе яҡшы ҡараны. Ә һин - атайһыҙ үҫкән яңғыҙ елкән, һинең хаҡта йыр бар: “Атаһынан иртә ҡалған бала күкрәк көсө менән мал таба.”
Союзда күпмелер эшләп, башҡалала фатир яғы һис беленмәгәс, һин Сибайға ҡайтып киттең. Унда педучилищела, пединститута эшләгәнеңде ишетеп йөрөнөм. Дүрт бүлмәле фатир ҙа алған икән, тинеләр. Мин һинең өсөн шатлана инем.


Көндәрҙән бер көндө шажлап минең эшкә килеп керҙең. «Тап әле камера. Мин дәрес бирәм. Төшөр, тарих өсөн булһа ла төшөр. Бер ыңғайҙан минең ниндәй уҡытыусы икәнемде күрерһең.» Нисектер, камера табылды. Оператор Амирханов ағай ине. Өфөлә, 1-се мәктәп-интернатта (БРГИ-1, тибеҙ хәҙер), Рәшит Солтангәрәевтың «Һуңғы һунар» хикәйәһе буйынса һинең асыҡ дәресең була икән. «Минең.әҙәбиәт уҡытыу буйынса өр-яңы методикам бар», -тиһең. Ул дәресте мөмкин тиклем тулыһынса төшөрөп алдыҡ. Мин һинең илһамланып беренсе мәртәбә күргән балаларға дәрес биреүеңә, ифрат ҡыҙыҡлы итеп, тап үҙеңсә анализдар, логик фекерләүҙәр, фәһемле һығымталар менән башҡорт әҙәбиәтен өйрәтеүеңә һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә ултырҙым. Иңғәжәбе – уҡыусылар телекамераны ла онотоп, һиңә төбәлделәр, күҙҙәре янып, бәхетле асыш яһаған кеүек Рәшит Солтангәрәев ижадына мөкиббән инеп киттеләр...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был видеотаҫмала тауыш яғынан брак күп ине. Үҙең ғәйепле – беҙҙең мөмкинлеге сикләнгән бер бөртөк кенә камераны иҫәпкә алмайһың, ситкә боролаһың, ҡырға һөйләйһең... Шуға күрә дәресеңде байтаҡҡа ҡыҫҡартып, эфирға бирҙем. Һин аҙыраҡүпкәләнең. «Улай буламы ни, дәрес тулы булмағас, аңлашылмай ҙабаһа...» - «Һуң, телевизион тапшырыу бит ул дәрес түгел», тип һине берсә йыуаттым, берсә туҡтаттым...

Хәтереңдәме, бер йылды беҙ Талҡаҫта семинарҙа булдыҡ. Һин килмәнең. Эше бар, тинеләр. Семинар халҡы Сибайға спектакль ҡарарға килде. Автобус менән театр администрацияһы ҡаршыһына барып туҡтаныҡ. Ҡараһам, афиша янында һин тораһың. Нимәгәлер борсолоп, кемделер көтәһең. Мин инде, һине күргәс, автобустан төшөргә булдым. Иҫәнләштек. Ҡосаҡлашып алдыҡ. «Нишләп семинарға килмәнең?» - тим. «Ҡатын ауырый», - тинең. «Улайһа, семинар ҡайғыһы юҡһиндә. Дауала яҡшылап», - тип ғәҙәтемсә аҡыл өйрәтәм. «Их, мин дауалап ҡарайым ла бит, ул шәбәйергә уйламай шул...» Шул саҡ театр директоры ДамирҒәлимов пәйҙә булды, Рәйес уны көткән, ахыры, борсоулы сытырайып, ниҙер аңлата-аңлата ситкә киттеләр. Кем белә, ҡатынын дауаларға аҡса һорап йөрөгән ваҡыты булғандыр. Аҙаҡ ул бер аҙ беҙҙең менән бергә автобуста ултырып барҙы. «Ана, минең йорт. Фатирым шәп тә ул, тик аҡса еткереп булмай...» Шунан ул төшөп ҡалды. Мин, күрәһең, уйланып барғанмындыр. Тамара Юлдашева эргәмә килде лә: «Юҡһынаһыңмы?»,- тип һорай ҡуйҙы. Ҡапыл аңламай ҙа торам. «Кемде?», - мәйтәм. «Күреп торам, яратаһың да инде», - ти. Бына һиңә мә! Бөтөнләй ул уйлағанса түгел ине халәтем, шулай ҙа Рәйестең баҙарын күтәргем килде. Томка үҙ кешем бит, йәнәһе, шуға күрә күҙ ҙә йоммайынса: «Яратам шул!»- тинем.
Ярата инем шул – һин беләһең, Рәйес, мин һине Кеше булараҡ, Таһир тигән ғәжәп шәп малайҙыңАтаһы, Флүрә тигән серле ҡатындыңИре һәм, бөтәһенән дә бигерәк, иҫ киткес талантлы Шағир, рухлы Гражданин, ихлас Дуҫым булғаның өсөн ярата инем. Мин быны йәшерә алманым. Элек тә, хәҙер ҙә йәшереп маташмайым.
Һәр йылды 14 октябрь етһә – һинең тыуған көнөңдә мин һине уйлайым, ҡотларға сара эҙләйем. Гороскоптан йондоҙнамәңде уҡып аптырайым – был хәтле лә дөрөҫ тура килмәҫ, тим. Ә унда – “был көндә йондоҙҙар ҡөҙрәте менән донъяла бик һирәк осрай торған талантлы кеше тыуа”, тип яҙылған.
Һуңғы арала һине иҫкә төшөрмәнем шикелле. Әсәйемдең ауырыуы, тормош мәшәҡәттәре етерлек булды. «Һинең алда бурыслымын» тип һөйләшеүҙән һуң бер аҙ һауаланып та, һинән мәҡәлә яҙҙырырға баш тартыуым өсөн бер аҙ уңайһыҙланып та йөрөгәйнем. Ҡапыл ғына һинең менән һөйләшкем килеп, трубканы алам да туҡтайым. Газетаға ла шылтыратам, эштә юҡ, тиҙәр.
Уның ҡарауы мин кисә нишләптер Ҡолдәүләтте уйланым. Әллә төштә күрҙемме, әммә бик асыҡ күҙ алдыма килде. Ул да апрель башында китте, Туҡай ҙа, һин дә... Әсәйем дә хәл эсендә ята, күҙемә өнһөҙ генә ҡарап теләй кеүек: “аяғаҫты таҙа ҡар булғанда үтеп китһәм ярар ине...”
Рәйес! Рәйес туғанҡайым, мин бит һиңә әллә нисә мәртәбә әйттем: үҙеңде һаҡла, һин - башҡорт шиғриәте классигы, һин - халҡыбыҙҙың иҫ киткес ғәзиз балаһы!.. Һин шул йөрәкһеү һүҙҙәргә рәхәтләнеп көләһең. «Тағы әйт әле, тағы ҡабатла, мин ысынлап та шулаймы, һин ысынлап шулай уйлайһыңмы?» Мин ҡабатлайым, һиңә рәхәт булыуын теләйем. Күңелең күтәрелһен, ижадың асылһын, тим.

Ә бер заман һин телецентр коридорында осраның. Ниндәйҙер радиотапшырыуҙа ҡатнашҡанһың, шул яҡтың корреспондент ҡыҙҙары менән йән фарман атлап килә инең. Һәр ваҡыттағыса, мине күрһәң, мөләйем йылмайып ебәрәһең, бөтә күңелең менән асылаһың, хатта уңайһыҙ булып китә, сөнки мин үҙем дә тап шулай. Һине осратыу, ҡояшты күреү кеүек, яҡты һәм кинәнесле минуттар. Һине ҡосаҡлап алғы, шаяртҡы, йыуатҡы һәм ниңәлер көлгө килә. Күңелде ҡыуаныс биләй. Шул коридорҙа ла һин мине туҡтаттың да бик мөһим сер әйткәндәй серле ҡиәфәт менән былай тинең: «Һинән улым булыуын теләйем. Табып бир миңә малай.» Мин бындай тура һүҙҙәрҙән гел баҙап ҡалам, бигерәк тә сит ирҙәрҙән йәки хөрмәт иткән кешемдән ишетһәм. Был юлы мин берәй дорфа һүҙ менән нисек тә һинең күңелеңде ҡыйыуҙан ҡурҡтым һәм етди итеп: «Йәл. Минең планда малай түгел, ҡыҙ табыу тора бит әле»,- тип яуапланым. Ҡапыл ғына әйткән ошо һүҙ һиңә бик оҡшаны. Кинәнеп көлдөң. «Был хәтле оҫта яуап ҡайҙан башыңа килде, шәп әйттең бит. Рәхмәт. Маладис...» Ә мин тиҙерәк эргәңдән тайыу яғын ҡараным. Хыялый шағир...
Бер көн һин шылтыраттың. «Хәҙер килеп етәм, ваҡытың бармы?» Юҡ, тиергә ҡыйманым, бар, тинем. Үҙем һинең менән махсус осрашыу бығаса бер ҙә булмағас, бер аҙ тулҡынланам.
Шунан мине «Батыр» кафеһына саҡырҙың. Икәү төшкө аш ашаныҡ. Эсергә алманыҡ. Мин быға ҡыуандым һәм маҡтаным. Үҙем, ниндәйҙер мөһим йомошоң барҙыр бит, тип һораным. «Әйҙә минең менән Вьетнам баҙарына...» Һин гонорар алғанһың, куртка кәрәк икән. Мине куртка ҡарашырға иптәшкә саҡыраһың, үҙең минән ғәфү үтенәһең. Ә мин кинәнеп риза булдым. Елдерҙек баҙарға. Һиңә иң матур, иң крутой курткалар алып биргем килә. Тик аҡсаң самалы. Шағирҙың гонорары... Ике меңлекте һайланың, ҡара йәшел куртка. «Килешәме лә килешәме?..» Әлбиттә, килешә. Тик һин тағы ла шәберәк кейемдәр кейергә лайыҡһың. Шул саҡ һиңә Шәйехзада Бабич премияһын биргән саҡта төшкән фотоңдо газетала күреп ҡыуанғанымды, шул тиклем матур, мөһабәт, һөйкөмлө ир-егет булып торғаныңды күреп ғорурланғанымды, һине нисек ҡотларға белмәй эҙләгәнемде, ап-аҡ костюмдарың менән төштә күргәнемде әйттем. Эй шатланған булдың шул ғына иғтибарыма.


Икенсе бер юлы һыуыҡ февраль башында килдең. Алдан шылтыраттың. «Зинһар, урыныңда бул, миңә һине күрергә кәрәк.» Килдең. Кәйефең юҡ. Күп тә һөйләшмәйһең. Буфетҡа төшөп сәй эскән булдыҡ. Шунан ғына әйттең. «Бөгөн Рәми ағайҙың тыуған көнө. Әйҙә, зыяратҡа барып киләйек.» Мин аптырап ҡалдым. «Уның ҡәбере ҡай тирәлә икәнен беләһеңме һуң?», тим. «Беләм, табырбыҙ.» Киттек мосолман зыяратына. Сатлама һыуыҡ. Беҙ ҡыҙышып атлайбыҙ, көн яҡтыһында тиҙерәк табырға кәрәк. Зыярат буйлап байтаҡ йөрөнөк. Ҡары көрәлгән юлдарҙан да, көрәлмәгәненән дә үттек, батып та бөттөк. Рәми ағайҙыңҡәберенә юл юҡ ине. Һин билдән ҡар йырып ҡәберҙе эҙләнең, йоҡа бирсәткә генә кейгән булғанһың, ҡулың өшөп, ышылдап тын өрә-өрә бармаҡтарыңды йылытҡан булаһың. Мин ҡайтырға ҡайыра башланым. Ә һин: «Әйҙә ҡосаҡлашып йөрөйөк», тип бәйләнергә тотондоң. Ҡот осҡос, зыярат уртаһында, ҡәберҙәр араһында!.. Хоҙайым, әллә ниндәй гонаһлы булырһың! Хыялый шағирҙан башҡа кемдең уйына килһен бындай дыуамаллыҡ! Мин көләм, вәт шәп урын һәм шәп ваҡыт таптың. Ә һин етди итеп: «Белгең килһә, улар (әрүәхтар) беҙҙән көнләшә. Бер-береһен яратҡан ир менән ҡатынға ҡайҙа булһа ла ҡосаҡлашырға ярай, тиҙәр. Мин һине ҡосаҡламаһам, улар мине аңламаясаҡ.» - «Ҡуй, Рәйес, мин һинең өсөн яратҡан апай ғына, апайҙарҙы ҡосаҡламаһаң да була.» Шулай итеп, ни етди, ни хилаф шаярыу менән беҙ зыяраттан сыҡтыҡ. Һин бик моңһоу булып ҡайтып киттең.
Ҡатыныңдың ауырыу икәнен бик әрнеп һөйләй торғайның. Һөйләй тигәс тә, бәйнә-бәйнә түгел, бер-ике һүҙ менән әйтәһең дә ауыр итеп көрһөнәһең... Һиңә ҡатын-ҡыҙ йылыһы ла кәрәк икәнен һиҙәм, тик минме һуң инде... Әйткәндәй, әллә нисә йылдар элек үк һин үҙең был һорауға яуап алып килдең. Яман ҡыҙыҡ хәбәр булды ул минең өсөн. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, бер уйлаһың. Имеш, һин Наил Ғәйетбайға әйтә булаһың: «Сәрүәрҙе яратам». Ә ул нимә ти!?. - «Кит, кеше Сәрүәрҙе яратамы?» - «Эй асыу килде, дурак бит ул Наил ағай», - тигән булдың. Шуны миңә килеп ысын итеп үҙең һөйләп тораһың бит әле. Бигерәк берғатлы ла, ихлас та кеше булдың инде, Түләккәйем. Мин ғәжәпләнеүемдән ах-ух килеп көлдөм дә көлдөм. Ысынлап та, ҡалай мудрый кеше ул Ғәйетбай... Үҙ балаларын, үҙ ирен ҡарарға ваҡыт тапмаған эшем эйәһе Сәрүәр ниндәй һөйәркә булһын инде... Бигерәк тә ни фатиры, ни аҡсаһы, ни машинаһы булмаған кешегә... Хәйер, минеңсә, һөйәркә булыр өсөн был нәмәләр бөтөнләй кәрәкмәй. Баш әйләндергес мөхәббәт булһа, шул етә. Һинең хәбәреңде көләмәс итеп кешегә тараттым. Латыпов Сөләймәнгә лә һөйләнем, күҙе шар булды. Үҙем һөйләйем, үҙем Ғәйетбайҙың раҫ әйткәненә эсем боша... Бына нисек бит ул донъя...
Был донъяла һин бүтән осрамаҫһың... Түләккәйем минең... Бәхил бул. Ауыр тупраҡ баҫыр тәнеңде, бер Хоҙайым саҡырһын йәнеңде. Амин.
Р.S.
Ошо кистә Наил ағайға шылтыраттым. «Иртәгә Рәйесте оҙатабыҙ», тине. «Наил ағай, мин бара алмайым, әсәйем ауыр хәлдә. Һеҙ мине дөрөҫ аңлайһығыҙ, һеҙ беләһегеҙ, мин уны ярата инем. Бик ярата инем. Әле лә яратам. Рәйескә шуны әйтегеҙ», тинем. «Ярай, әйтермен», тине Наил ағай...
02.04.2007.
Өс көндән һуң әсәйем дә мәңгелеккә китте.
05.07.2007.
*******************************************************
17.03.2008.
Был юлдарҙы яҙғанға бер йыл да үтеп бара.
Әсәйемһеҙ, Рәйесһеҙ бер йыл.
Минең тормошомда ғәжәп һәм ғәләмәт хәлдәр булды һәм булып тора, аллаға шөкөр, тимәк, йәшәйем, теремен. Үҙемде тере түгел, тип хис итеүҙән аллам һаҡлаһын. Бөтә хәсрәттең дауаһы – эш һәм... мөхәббәт. Мин яратам һәм яратырға теләйем. Мин аяныс сәбәләнеүҙән, асырғаныуҙан, асыуланыуҙан, рәнйеүҙән ҡурҡам. Хоҙайҙан аҡыл һәм һаулыҡ, именлек һәм иман ныҡлығы һорайым.
23.06.2004.Тәүге “Салауат йыйыны”.
Салауат батырҙың 250 йәшен туйларға тупландыҡ. “Салауат йыйыны” үткәрәбеҙ, тип илде ҡуҙғаттыҡ. “Йыйын” тигән һүҙҙе ҡайтарырға тейешбеҙ. Режиссер Альмира Ҡыуатова менән премьер-министр Хәләф Ишморатовҡа рәхмәт. Улар арҡаһында “Салауат йыйыны” тигән халыҡ байрамы насип булды. Ил күҙ алдында икегә бүленде – һоҡланып-ҡыуанып тел шартлатыусылар һәм нәфрәтләнеп теш шығырлатыусылар. Улар икеһе лә –беҙҙең тарих арбаһын һөйрәп барған ижад толпарҙарына ҡамсы ғына. Мин унар мең халыҡ алдында уйналырлыҡ театрлаштырылған тамашалар өсөн сценарийҙар яҙҙым. Рухташтарым һәм таянысым – башҡорт шағирҙары Рәйес Түләк, Буранбай Исҡужин, Баязит Бикбай, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Салауат Әбүзәр, Риф Дауытов, Рауил Бикбай, Аҫылғужа булды.
Рәйес Түләк. Урал батыр монологы
Эй, башҡортом! Һинең тамырҙарың –
Ҡырҡ быуатлыҡ! Илле быуатлыҡ!
Тарих юлы, яҙмыш юлы беҙҙе,
Бер илатып, берсә йырлатып,
Еңелеүҙәр, йә еңеүҙәр аша
Биш мең йылдар буйлап ҡыуалай!
Берләштереп берсә, бер тарҡатып.
Берсә батша, берсә ҡол яһай.
Каспийҙарҙан алып Алтайғаса,
Берсә тәре, берсә ай тағып,
Нигеҙ һалып күпме халыҡтарға,
Һибелеп ҡалды һинең байтағың!
Байтаҡ ҡынамы ни! Ярты ҡитға
Башҡорт ҡаны менән йыуылған,
Башҡорт даны менән һуғарылған(!)
Ләкин дан да, ҡан да һыуынған.
Боролошо һайын тарихыңдың
Бер табышҡа меңәр юғалтыу.
Ай-һай, ауыр артҡа боролоп ҡарау,
Анһатмы ни алға юл табыу?!
Анһатмы ни алға юл ярыу?
14.10.2019.
Башҡорт шағиры, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Рәйес Түләккә 60 йәш тулыр ине. Иҫән сағында уның айырым бер китабы ла сыҡманы, бөгөн уның “Мең дә икенсе кис” шиғыр тупланмаһы тарихи баҫмаға әйләнде. Ҡатынына, Флүрә һылыу Түләковаға, мең тапҡыр афарин – ифрат йылы иҫтәлектәр китабын, шиғырҙарын, мәҡәләләрен йыйып баҫтырҙы. Түләк һүҙе ҡағылғандар юғары исемдәр алды, Түләк утынан тоҡанғандар майҙан тотор ажар тапты, Түләк йөрәген алғандар ҡот тәңкәһе ҡапты. Рәйес Түләк исемендәге приз өсөн шиғри-әҙәби конкурстар йыш үтә. Тоғро дуҫтары уны онотмай, онота ла алмай - яйы сыҡҡан һайын Шағирҙы алға ҡуя. Түләкһеҙ беҙ йәшәй алмайбыҙ. Башҡорт йәштәре флешмоб менән шағирҙың әҫәрҙәренҡабатлай. Республика сәхнәләрендә гөрләп барған “Йөрәк һүҙе” бәйгеләрендә Рәйес Түләктең “Яныу” поэмаһы йәндәрҙе ялмарлыҡ шиғри ялҡындар үрләтә, беҙҙә әле майҙан тотоусы һәм еңеүсе туған телле йәштәр бар, рәхмәт яуғырҙары.
- Кем һин, Рәйес Түләк?
- Урал батыр ҡылысын алып, башҡорт йәнендәге бығауҙарҙы сапҡыслаған Шағир мин. Вата алдыммы-юҡмы ул ҡоршауҙарҙы, ләкин ҡылысын биреп торған батырыбыҙға рәхмәт уҡыйым. Һинең күңел күгеңдә балҡыған йондоҙҙарҙың береһе булғаныма кинәнәм, апай, ҡыуанам, ысын, билләһи... Сөнки унда халҡым күңеленең бер ярсығы, тип өмөтләнәм.
Әлдә Рәйес Түләк үҙ ваҡытында йөрәген өтөп барған уй-яныуҙарын шиғри телгә һалып – ҡобайырҙар итеп беҙгә ҡалдырған. Әлдә Ирәндек тауҙары аръяғында Һаҡмар һыуы буйында тыуып үҫкән Рәйес атлы егеткә башҡорт классигы булырҙай үткер телле батыр йөрәк насип булған, әлдә Хоҙай барса Төрки зар-тәғлимәт күгендә башҡорт ҡәүеме тарафынан Түләк йондоҙон ҡалҡытҡан. Беҙ шундай ғәзиз йондоҙҙарыбыҙға ҡарап алға барабыҙ, юл табабыҙ, бер-беребеҙҙе таныйбыҙ. Ян, Түләк йондоҙо!

Миләүшә Ҡаһарманова төркөмөнән

https://vk.com/wall-113815477_45448

 

Автор:
Читайте нас: