+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Октябрь , 14:50

ҒАИЛӘЛӘ, УРАМДА БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺАҠЛАУ ҺӘМ ҮҪТЕРЕҮ ЮЛДАРЫ

ҒАИЛӘЛӘ, УРАМДА БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺАҠЛАУ ҺӘМ ҮҪТЕРЕҮ ЮЛДАРЫ

1. Хәҙерге ваҡытта әсә телен һаҡлаусыларға ҡайһы бер ауырлыҡтар аша үтергә тура килә. Ләкин шуны иҫтә тотоғоҙ: кемдәр әсә телендә һөйләшә һәм уның йәшәйеше өсөн көрәшә – улар Аллаһ Тәғәләһе юлында. Сөнки әсә теле кешегә Тәбиғәт тарафынан бирелгән, әйтергә кәрәк, уны ғалимдар тәбиғи тел тип тә атай. Ә Тәбиғәтте һәм тәбиғилекте Аллаһ Тәғәләһе яратҡан. Шуға кешеләге тәбиғилекте һаҡлайһығыҙ икән – һеҙ Уның менән...

2. Бөгөнгө йәмғиәттә ғаилә башҡорт теле утрауына әйләнергә тейеш - өйҙә тик әсә телендә һөйләшергә кәрәк. Ниндәйҙер сәбәптәр менән балағыҙ әсә телен насар белһә лә. Иң мөһиме: уның ыңғайына рус теленә күсеп китмәгеҙ. Ул икенсе телдә өндәшһә лә, һеҙ үҙ телегеҙҙә һөйләшә бирегеҙ. Русса белмәйем тип әйтегеҙ. Артҡа сигенмәгеҙ. Тамсы тама-тама таш тишә, тип бушҡа әйтмәйҙәр...
...Мин, мәҫәлән, ҡасандыр ғаиләмә ошондай талап ҡуйҙым: “Өйҙә тик башҡортса һөйләшәбеҙ, ә урамда теләһәгеҙ ҡытай телендә аралашығыҙ,” – тинем. Һәм уның үтәлешен ҡаты контролгә алдым...
...Бөгөн бөтә балаларым да әсә телендә иркен аралаша, хатта рус мәктәбен тамамлаған ҡатыным мине уҙҙырып ебәрә...

3. Өйөгөҙҙә башҡорт мөхите булдырығыҙ: әсә телендәге китаптар, гәзит-журналдар тулып ятһын, плакаттар эленеп торһон һ.б. Бигерәк тә иртәнән кискә тиклем “Юлдаш” радиоһы һөйләһен. Бала уны тыңламаҫҡа мөмкин, ләкин радионан ишетелгән башҡорт телмәре һәм йырҙары уның аңтөбөнә (подсознание) тәьҫир итәсәк – ҡанына орлоҡ булып сәселгән әсә теленә уңдырышлы тупраҡ барлыҡҡа килтерер...

4. Балағыҙҙың өйгә эштәре менән ҡыҙыҡһынған ваҡытта, беренсе булып башҡорт теле предметынан башлағыҙ: яҙма эштәрен тикшерегеҙ, шиғырҙарын һөйләтеп ҡарағыҙ. Шунан ғына башҡа предметтарға күсегеҙ. Бындай алым баланың башында, әсә теле иң мөһим дәрестәрҙең береһе икән, тигән ҡараш барлыҡҡа килтерәсәк.
...Шулай уҡ балағыҙҙың әсә теле өлкәһендәге һәр бер уңышына, хатта бер яңы һүҙҙе өйрәнеүенә лә уның алдында ихлас шатланығыҙ, ҡыуанығыҙ һәм ғорурланығыҙ. Һеҙҙең хис-тойғоларығыҙ уға артабан телде өйрәнеүгә стимул ғына буласаҡ. Сөнки бәләкәйҙәрҙең психологияһы шулай: улар һәр ваҡыт ата-әсәләрен шатландырғылары килә. (Тик уңыштары өсөн бүләк бирә күрмәгеҙ!)

5. Милли матбуғат башҡорт теленең йәмғиәттә рәсми рәүештә йәшәүен күрһәтә. Шуға уны һаҡларға һәм арттырырға кәрәк. Хәҙер күптәрҙең аҡсаһы бар, шуға һәр бер башҡорт ғаиләһе кәмендә ике башҡорт телендәге баҫмаға яҙылырға тейеш. Матбуғаттың кәмеүенә йәки бөтөүенә тик дошмандар ғына ҡыуанасаҡ.

6. Урамда башҡорт милләтенән булған ата-әсә менән балаһы үҙ-ара рус телендә һөйләшкәнен күрәһегеҙ икән, ни өсөн әсә телендә һөйләшмәйһегеҙ, тип иҫкәрмә яһағыҙ. Дөрөҫ һүҙҙәр табып, уларҙа милли рух уятырға тырышығыҙ.
...Әйтәйек, 1000 рухлы башҡорт ана шундай 1000 башҡортҡа әйтһә, уларҙың бөтәһендә булмаһа ла, 300-400-өндә милли рух уянасаҡ. Артабан 1400 кеше 1400 кешегә әйтеп, тағы 500-600 кешене уятыр. Бына шулай, башҡорт телендә һөйләшеүселәр артҡандан-арта барасаҡ...
...Иң мөһиме: ҡурҡмағыҙ, оялмағыҙ йәки, әҙәп һаҡлап, өндәшмәй ҡалмағыҙ. Сөнки беренсе бүлектә әйтеүемсә - һеҙ ИЗГЕ юлда...

7. Быныһы ҡыйыу рухлы башҡорттарға ҡағыла.
... Магазиндарҙа, ашханаларҙа, вокзалдарҙа (һ.б.) кассирҙарға йәки һатыусылырға әйтер һүҙегеҙҙе башҡортса башлағыҙ. Аңлаған хеҙмәткәр булһа, өндәшмәй генә теләгегеҙҙе үтәр. Ә бөтөнләй аңламаһалар ғына, рус теленә күсегеҙ. Һаман да: “ Башҡортостанда йәшәгәс, башҡорт телен белергә кәрәк,” – тип әйтеп ебәрегеҙ.
...Һеҙ бының менән, беренсенән, башҡорт телен йәшәтәһәгеҙ; икенсенән, шул ваҡытта янығыҙҙа торған (ә улар торорға мөмкин) ҡыйуыһыҙыраҡ башҡорттарға рух көсө бирәсәкһегеҙ, үҙегеҙҙең миҫалда уларҙы башҡорт теленән оялмаҫҡа, ҡыйыу булырға өйрәтәһегеҙ...
Наил Юлдашбаев

Автор:
Читайте нас: