+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Октябрь , 16:43

Картуфты тишкән ҡорттан нисек ҡотолорға?

Әле бының өсөн иң ҡулай мәл. 

Картуфты тишкән ҡорттан нисек ҡотолорға?
Картуфты тишкән ҡорттан нисек ҡотолорға?

Баҡсасыларға, ауыл халҡына һарғылт төҫтәге был ҡорт яҡшы таныш. Сым-селәүсен, русса "проволочник" тиҙәр уны. Иң ҙур зыянды башлыса картуфҡа килтерә, шулай уҡ башҡа төрлө тамыраҙыҡтарҙы ла йырғыслап, ашарға яраҡһыҙ итә.

Әле ҡара көҙ, йәғни тупраҡ туңыр алдынан был ҡорттан ҡотолоу өсөн сара күреүгә иң ҡулай мәл. Иң тәүҙә баҡсаны ҡый үләндәренән, тамырҙарҙан таҙартығыҙ, ҡортҡа туҡланыу өсөн аҙыҡ ҡалмаһын. Ер туңыр алдынан бер көрәк тәрәнлектә ҡаҙып сығығыҙ, был алым бөжәктәрҙең туңыуына килтерәсәк.

Тупраҡҡа аммиак селитраһы йәки аммоний сульфаты индерегеҙ, иҫәп - бер квадрат метрға - ике аш ҡалағы. Был ҡоротҡостар аммииакты бөтөнләй яратмай. Шулай уҡ тупраҡҡа һүндерелгән эзбиз, доломит оноаҡбур онтағы индереү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. 

Көҙгөһөн сидераттар сәсеп ҡалдырығыҙ. Сым-селәүсен гәрсис, борсаҡ, фацелия, рапс, ҡандала үләнен (донник) яратмай. 

Гөлдәр Яҡшығолова

https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2024-10-17/kartufty-tishk-n-orttan-nisek-otolor-a-3970287

 

Автор:
Читайте нас: