+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Октябрь , 11:16

Шунһыҙ эшләүе ауыр булыр ине...

– Өс малай әсәһе икәнеңде беләбеҙ. Өфө янындағы ауылдан килеп йөрөүең тураһында ла хәбәрҙарбыҙ. Төнгә тиклем эфирҙар, көн буйы эш. Өлгөрөп, ваҡыт еткереп буламы?

Шунһыҙ эшләүе ауыр булыр ине...
Шунһыҙ эшләүе ауыр булыр ине...

– Эфир булһа, һуңыраҡ ҡайтырға тура килә. Ирем көтөп, алып ҡайта, аңлап ҡарай, уға рәхмәт. Малайҙарҙы яҡындарым, әсәйем ҡараша. Шунһыҙ эшләүе ауыр булыр ине. Күршеләргә ышанам, улар ҙа терәк. Өлкәнебеҙ Бәхтейәр һигеҙенсе класта, Баязит – алтынсыла, Байназар өсөнсөгә барҙы. Тырышабыҙ инде. Хәҙерге заманда күп әсәйҙәр бала ла үҫтерә, эшләй ҙә.

Башҡортостан юлдаш телеканалы яңылыҡтар менән таныштыра, күңелде аса, мөһим темаларға уйланырға мәжбүр итә. Араларында етди, ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар ҙа бихисап. Гөлсимә Иштанова – «Киске телеүҙәк» тапшырыуының алып барыусыһы. Һәр ҡунағы менән еңел генә уртаҡ тел таба белгән, урынлы һорауҙар биреп теманы һәр яҡлап асҡан етди, шул уҡ ваҡытта мөләйем журналист – өс малай әсәһе лә. Даими уҡыусыларын ҡыҙыҡлы хикәйәләре менән ҡыуандырырға ла ваҡыт таба. Уның менән эшмәкәрлеге һәм шәхсән үҙе тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Матур мәҡәләне журналыбыҙҙың яңы октябрь һанында уҡырһығыҙ.

Шунһыҙ эшләүе ауыр булыр ине...
Шунһыҙ эшләүе ауыр булыр ине...
Автор:
Читайте нас: