+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Октябрь , 09:52

ИКЕ ТУҒАН

(замана мәҫәле)

ИКЕ ТУҒАН
ИКЕ ТУҒАН

Борон замандарҙа түгел, беҙҙең осорҙа ике бертуған йәшәгән, ти. Өлкәне киң күңелле, оло балаларға хас булғанса, төплө фекерле булған, кесеһе – иркәрәк, хис-тойғоға бирелеүсән, хыялға бай, алсаҡ бала булып үҫкән. Урамда бер мәл малайҙар һуғышып китеп, кесе малайҙы туҡмай башлай. Ярҙамға саҡырған тауыш ишетеп килгән ағай кеше туғанына ҡул күтәргән һәр кемгә ерле-юҡтан башҡаларға ҡул күтәрергә ярамағанлығын аҡыл менән генә түгел, беләк көсө менән дә аңлатҡан.
Туғандар үҙ-ара бик дуҫ, татыу булып үҫкән. Йорт, хужалыҡ булдырғандар.
Ваҡыт үтә торған. Туғандар ил гиҙгән, таныштары, дуҫтары күбәйгән. Улар үҙ донъяһы менән, ғаиләһен ҙурайтып йәшәй башлаған. Аралашырға яратҡан кесе туғандың дуҫтары күбәйеп киткән. Ул хатта байрамдарға, табындарға ағаһын саҡырырға ла онотҡан. Ул күберәк таныштары менән аралаша башлаған, хатта ҡайһы берҙәрен өйөнә индергән, “Һеҙ миңә ағайымдай яҡын,” – тип әйтергә лә тартынмаған.
Ошолай йәшәп ятҡанда, килгән ҡунаҡтар кесе туғандың ғаилә ағзаларының әйберҙәрен, ғаиләнең мөлкәтен һорамай ала башлаған. Ә инде был гонаһты күргәндәр нимәлер әйтергә теләһә, улар: “Һинең яҡындарың беҙҙе, һинең дуҫтарыңды, рәнйеттеләр”, – тип кесе туғанға ошаҡлашҡан, уны яҡындарына ҡаршы ҡотортҡан. Кесе туғандың донъяһы буталған, ул ағаһы әйткән кәңәштәрҙе лә, уның туғаны икәнен дә онотҡан.
Ағай кеше барыһын да әрнеп, туғанының донъяһы тарҡалыуын башта ситтән күҙәткән. Яйлап туғанына кәңәш әйтеп ҡараған. Тик кесе туған уны ишетергә теләмәгән
Әммә бер көн уның да түҙемлеге ҡалмаған. Ул туғанының өйөнә барып, кемдең туған, кемгә кем яҡынлығын аңлатырға теләгән. Тик кесе туғаны һаман да миңә һинең ярҙамың кәрәкмәй, һин ҡыҫылмаһаң, киреһенсә, яҡшыраҡ булыр ине, тип екеренгән. Рәхмәтле була белмәгән, тамырҙарын онотҡан һәр кемде афәт көтә. Тик кесе туған үҙен генә түгел, ағаһын да, башҡа яҡындарын да ҙур бәләгә алып барып терәүен аңламаған. Унын исеменән башҡалар донъя бутауын да төшөнмәган. Ул тамырҙары, бар үткәне ағаһы менән бәйле икәнен онотҡан. Ә тамырын онотҡан кешене, үҙегеҙ беләһегеҙ, нимә көткәнен.

Лариса Абдуллина.

Автор:
Читайте нас: