+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Октябрь , 22:57

СӘЙНӘНМӘГЕҘ. Мәҫәл.

Кеше йоҡоға сумғас, Аяҡ менән Ҡул һөйләшеп ята икән.

СӘЙНӘНМӘГЕҘ. Мәҫәл.
СӘЙНӘНМӘГЕҘ. Мәҫәл.
– Бик тырышып эшләйем. Хужам ҡайҙа теләй, шунда алып барам. Ҡушҡан һәр кешенең артына кирза итек менән тибеп кенә торам. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул ҡәҙеремде белмәй. Гел койканың осона һала, – тип зарланған Аяҡ.
– Мин дә уға яҡшы хеҙмәт итәм. Ялған документтарға ҡул ҡуйып, бик күп аҡсаны кеҫәһенә һалам. Кешеләргә эшләргә ҡушып, йоҙроғомдо төйнәйем. Тегеләй-былай һелтәнеп күрһәтмәләр бирәм. Үҙем өсөн ҡаҡҡылап, һуҡҡылап мендәрҙе йомшартам. Юҡ, уның бойороғона буйһоноп, Башы аҫтына алып барам да һалам, – тип Ҡул да ҡайғы-хәсрәтен һөйләп алған.
Уларҙың һөйләшкәнен Баш тыңлап ятҡан да:
– Сәйнәнеп ятмағыҙ, бер ваҡытта ла минән юғары була алмайһығыҙ, – тип, ғырылдап йоҡлап киткән.
 
Бөркөт менән ҡарға тураһында. Мәҫәл.
 

Бөркөттө аяуһыҙ суҡырға баҙнатсылыҡ иткән берҙән бер ҡош ул ҡарға.

Осоп барғанда, арҡаһына ултырып ала ла бөркөттөң муйынына йәбешә.

Ә бөркөт, көсөн дә, ваҡытын да әрәм итеп, ҡарға менән алышып тормай. Уны осороп та төшөрмәй. Мөһабәт ҡош ҡанатын киңерәк йәйеп, күккә ҡарай оса, бейегерәккә үрләй. Бөркөттөң осошо ни тиклем юғары булһа, ҡарға өсөн һулар һауа әҙерәк ҡала. Ҡарғаға түбән тәгәрәүҙән башҡа сара ҡалмай.

Өгөт-нәсихәт: Ваҡытыңды һәм көсөңдө әрәм итмәй, тик алға ынтыл һәм юғары ос! Осоуыңдан рәхәтлек ал. Һиңә ҡамасаулаған нәмәләр үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр.

Автор:
Читайте нас: