+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Октябрь 2024, 09:11

Тормоштағы ҡыҙыҡлы үә ғибрәтле хәлдәр

Бер инәй йәш сағында иренән айырылып китергә булған. Ҡәйнәһе менән һыйышмай, ҡайтырға йыйынған. Ҡәйнә кеше ҡапҡа төбөндә уның ҡулынан 8 айлыҡ улын тартып алған.

Тормоштағы ҡыҙыҡлы үә ғибрәтле хәлдәр
Тормоштағы ҡыҙыҡлы үә ғибрәтле хәлдәр

--Бала улымдыҡы, уға атаһы хужа! - тигән.
Килен балаға талашмаған.
--Алығыҙ әйҙә! Эсем тулы бала, тағы табырмын, — тип, киткән дә барған. Һәм шул баланы ҡабат күрмәгән... Икенсегә иргә сыҡҡан, тағы балалары булған... Армия алдынан шул улы килгән. Күрешкәндәр һәм хушлашҡандар. Егет Афғанстанда үлеп ҡайтҡан.

Шул ҡапҡа төбөндәге трагедияны йыш ҡына күҙ алдына килтерәм...м һәм ҡабат-ҡабат тетрәнәм... Балаға һан булмаумы?.. Ҡатылыҡмы, еңмешлекме әллә моңһоҙлоҡмо был? Әллә яҙмышмы?..

Миләүшә Ҡаһарманова

Автор:
Читайте нас: