Йәштәрсә дәртле, һомғол кәүҙәле, тормошҡа үҙ ҡарашы булған, ышаныслы аҙымдар яһап, «тимер ат»ын егеттәрсә «йүгәнләгән», сәхнәләрҙә аҡҡоштай талпынып бейегән, йәйге миҙгелдә умартаһынан ҡайтып инмәгән, яҙын-көҙөн һунарға йөрөгән, ҡыш төрлө биҙәүестәр эшләп, ҡулынан бәйләмен төшөрмәгән, йәй баҡсаһында үҫтереп, көҙөн йәшелсәнән әллә күпме салат, емеш-еләктән төрлө һут-ҡайнатмалар, шифалы үләндәр менән һатыу иткән Мәҙинә Ибраһимоваға ҡарап, был ҡасан йоҡлай ҙа, ҡасан бар эшкә өлгөрә икән, тип аптырап ҡуяһың.
Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорау әҙәпһеҙлек һаналһа ла, геройымдың етмешкә артмаҡлауына һис тә ышанғы килмәй. Уға ҡарайһың да, Мәҙинә Рәсих ҡыҙы алдында ҡартлыҡ үҙе баҙап ҡалалыр, тип уйлап ҡуяһың. Бөгөн Әбйәлил районының бар яҡлап уңған ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, тәжрибәле умартасы, йүнсел ҡатын, ҡул эштәренә маһир Мәҙинә ИБРАҺИМОВАның күп яҡлы һөнәрҙәренә туҡталып, тормошҡа мөнәсәбәте хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ҡыҙыҡ әңгәмәне "Тамаша" журналының яңы октябрь һанында уҡырһығыҙ.