Пәйғәмбәребеҙ: “Йүнһеҙ ҡатын менән тороу – үҙе бер гонаһ”, – тигән түгелме һуң? Шөкөр, мин ул гонаһтан ҡотолдом. Шуға кешеләр маҡтарлыҡ философ була алманым. Шулай ҙа уҡыусылар шиғырҙарымда уның һыҙаттарын табалар. Ҡойоп ҡуйған философ булыу өсөн һикһән ете йәшкә етеү генә аҙҙыр, күрәһең. Тимәк, миңә тағы ла шул тиклем йәшәргә кәрәктер. Хәйер, уныһы – булмай торған хәл. Реинкарнацияға ышанам мин. Был донъяға икенсе килеүемдә, бәлки, мораҙыма ирешермен.
Марат Кәримов.
Ҡуйын дәфтәре - ижад хистәре.