+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Сентябрь , 18:36

Ҡулдарынан уның гөл тама.

Лена Вафа ҡыҙы кеүек оҫта ҡуллы гүзәл заттарыбыҙ барында ҡул эшенә маһирҙар рәте тулыланыр, был шөғөл киләсәк быуындарға мираҫ булып тапшырылыр.

Ҡулдарынан уның гөл тама.
Ҡулдарынан уның гөл тама.

Оҫта ҡулдар ябай ғына әйберҙәрҙән дә күҙҙең яуын алырлыҡ матурлыҡ булдырырға һәләтле.
Мәсетле районы Һабанаҡ ауылында йәшәгән Лена Вафа ҡыҙы ҡул эшенең бар төрөн дә үҙләштергән уңған ханым. Энә, ырғаҡ менән бәйләү, тегеү, сигеү булһынмы - барыһы ла ҡулынан килә уның. Оҫтабикә милли кейемдәр, шаршау-селтәрҙәр, ковёр,өҫтәл ябыуҙары, биҙәүестәр ҙә яһай.
Үҙе белгән шөғөлө менән ул бүтәндәр менән дә ихлас бүлешә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйып, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Яратҡан шөғөлөм йән тыныслығы бирә, уйҙарҙы тәртипкә һалырға ярҙам итә. Тик кенә ултырып телевизор ҙа ҡарай алмайым, ырғаҡ, энәләрем - һәр ваҡыт ҡул осонда,- ти Лена Вафа ҡыҙы.
Башлаған эшенең тиҙерәк осона сығырға тырышып, йоҡо менән иҫәпләшмәгән саҡтары ла йыш була икән уның.
Бөгөн уның ҡул эштәрен, әйберҙәрен күреп ҡалып, заказ биргәндәр юҡ түгел. Төрлө төҫтәге ептәрҙән биҙәлгән алъяпҡыс, күлдәктәрҙе күреп кешеләр һоҡланып ҡарай.
Уңғандың ҡулы унау, тигән һүҙҙәр ҙә тап минең әңгәмәсем хаҡында әйтелә. Ул - йортонда ла өлгөр, егәрле хужабикә.
Үҙенең ҡул эштәре менән төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша оҫтабикә.
Күҙ нурҙары түгеп, һөйөү менән башҡарылған эштәр матурлыҡҡа әйҙәй, күңел күтәренкелеге бирә. Лена Вафа ҡыҙына көҙҙөң матур айы, октябрҙә 78 йәш тула. Уға ҡоростай һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер теләп ҡалабыҙ.

https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall-169932663_1224%2F48ee57aa907bc1dd7b

 

Ҡулдарынан уның гөл тама.
Ҡулдарынан уның гөл тама.
Ҡулдарынан уның гөл тама.
Ҡулдарынан уның гөл тама.
Автор:
Читайте нас: