-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Сентябрь , 07:27

“Доброе утро!” Көн дә шуны уҡыйым да кәйефем төшә, илап та алам

Балалар заманса телефон бүләк итте, ватсаптабыҙ гел тип, шуны ҡарарға өйрәттеләр. Еңел генә ул. Ғәҙәткә инеп китте таң менән уяныу менән шуны асырға, уҡырға. Туғандар чаты. Ауылдаштар чаты...

“Доброе утро!” Көн дә шуны уҡыйым да кәйефем төшә, илап та алам
“Доброе утро!” Көн дә шуны уҡыйым да кәйефем төшә, илап та алам

“Доброе утро” тип теҙелеп киткән сыбар-сыбар һүрәттәрен ҡарап буталып китәм кемдән, кемгә икәнен аңлай алмай. “Хәерле иртә” тигәндәре инде аңлашыла.

Хат яҙа инек элек. 5 класс бөтөп тә туған телдә рәхәтләнеп оҙон итеп яҙалар. Конвертҡа һалып, ялап-ялап йәбештереп. Бер аҙнанан яуап килә ине. Ул открыткаларын һәр байрамға күп күп яҙа инек.

“Доброе утро!” Көн дә шуны уҡыйым да кәйефем төшә.  Илап та алам. Чаттарҙы уҡып хаттарыбыҙҙы һағынып - өс-дүрт бит яҙылған. “Сәләм. Хат. Яуап менән ҡайт...”

Исмаһам байрамдарҙа ул открыткаларын ебәрмәй торһондар ине. Звонит итеп ҡотлайм тиһәм занят, алмайҙар. Мин дә улар ебәргән шул ватсап окрытканы ебәрәм хәҙер.

70 йәшлек ветеран уҡытыусымын. Заман башҡа. Һеҙгә, балаларға уңай булһа йәшәү, тибеҙҙә ул, беҙҙә бит әле тере.

Автор:
Читайте нас: