-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Сентябрь , 18:16

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРҒА ҠАҒЫЛЫШЛЫ МӘҠӘЛДӘР ҺӘМ ӘЙТЕМДӘР.

Аҡ сәлләле мулланан аҡ яулыҡлы ҡатын артыҡ.

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРҒА ҠАҒЫЛЫШЛЫ МӘҠӘЛДӘР ҺӘМ ӘЙТЕМДӘР.
ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРҒА ҠАҒЫЛЫШЛЫ МӘҠӘЛДӘР ҺӘМ ӘЙТЕМДӘР.

Ағай-эне татыу булһа, менергә ат етә;
Килендәштәр татыу булһа, ашарға аш етә.

Ай айламай ат маҡтама, йыл йылламай килен маҡтама.

Айһыҙ төндә ҡыҙ күҙләмәйҙәр, болғансыҡ һыуҙа балыҡ эҙләмәйҙәр.

Аҡса алһаң, һанап ал, ҡатын алһаң, һынап ал.

Аҡыллы ҡатын - хазина.

Аҡыллы ҡатын өс көнлөгөн алдан уйлар, аҡыллы ир өс йыллығын алдан уйлар.

Алйот ирҙән аҡыллы ҡатын артыҡ.

Алыҫтан ут алма, яҡындан ҡыҙ алма.

Апһын ағарып алдыма сыҡмаһын, ҡарайып артымдан ҡалмаһын.

Ат алһаң, арба кәрәк, ҡатын алһаң, бары ла кәрәк.

Ат алһаң - ауылың менән, ҡыҙ алһаң - ырыуың менән кәңәшләш.

Атайһыҙға ҡыҙ бирмә, инәйһеҙҙән ҡыҙ алма.

Аттың - юрғаһын, бисәнең уңғанын ал.

Ашыҡҡан ҡыҙ кейәүгә барһа ла мантымаҫ.

Бай бисәһе - бей бисәһе.

Байҙың ҡыҙы урынлы.

Байҙың ҡыҙы - яҙғы тай, ярлы ҡыҙы - йомарланған май.

Белемле ҡыҙ - бирнәле ҡыҙ.

Бикәләр түр өсөн талашыр.

Бизмән менән гер бергә,
Ҡатын менән ир бергә.

Бисәң матур булһа, байың үсле була.

Бишек бауы билеңдә, имсәк һөтө иренеңдә.

Буянған ҡыҙҙан оялған ҡыҙ матур.

Егет булһа батыр булһын, ҡыҙ булһа матур булһын.

Еңгә - ҡәйнеш бисәһе.

Еткән ҡыҙ кейәүҙән ҡурҡмаҫ.

Иҙел даны менән боҙ китә, атай даны менән ҡыҙ китә.

Ике ҡатын алғандың вайраны бар,
Ике һыйыр һауғандың айраны бар.

Ил терәге - ир, ир терәге - бисә.

Иләктә һыу тормаҫ,
Ҡатын-ҡыҙҙа һүҙ тормаҫ.

Ипһеҙ ҡыҙ йәрһеҙ ҡалыр.

Ир аҡыллы булһа, ҡатын күндәм була.

Ир йәше - ике утыҙ, ҡатын йәше - бер утыҙ.

Ире өмә әйткән, ҡатыны баланға киткән.

Иреңдән айырылғансы, күкрәгеңдәге йәнеңдән айырыл.

Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә - ҡатын,
Ҡатынды мунса ташы иткән дә, йөҙөк ҡашы иткән дә - ир.

Ирҙән ҡайтҡан яуҙан ҡаты.

Килен килбәтле булһын, теле ширбәтле булһын.

Ҡатын артынан мал килер, ҡыҙ артынан дан килер.

Ҡатын ғәйрәтле булһа, ир ғибрәтле булыр

Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар, теләһә, ирҙән ишәк яһар.

Ҡатын тота белмәгән көң (ҡол) иткән, ебәк тота белмәгән йөн иткән.

Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.

Ҡатындың теле уҙһа - иренең ҡулы уҙа

Ҡатынмын тигән ҡатында ат башындай алтын ятыр

Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған

Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.

Ҡатын аҙһа ир башына, түрә аҙһа — ил башына.

Ҡырҡта булһа ла ҡыҙ булһын.

Ҡыҫыр ҡатындан бала таптырма.

Ҡыҙ аҡсаһы - тоҙ аҡсаһы.

Ҡыҙ байлығы - күркәм холоҡ, ир байлығы - тәүәккәл.

Ҡыҙ баланың бирнәһен етеһенән йыйһаң - етмәй торор, алтыһынан йыйһаң - артып ҡалыр.

Ҡыҙ егеткә ҡушыла - ебәк булып ишелә.

Ҡыҙ кемгә бармаҫ ине, егет кемде алмаҫ ине ҡалым малы булмаһа.

Ҡыҙ күңелендә — балалы бишек, ир күңелендә — эйәрле ат.

Ҡыҙ - ҡыйғыр тамаҡ.

Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр.

Ҡыҙыл телем тыйманым, ҡыҙым өйөнә һыйманым.

Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билгеле.

Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал.

Ҡыҙыңа тиң кейәү килһә, ҡалым алма, тиген (бушлай) бир.

Төшкән ереңә таш булып бат.

Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр.

Хәйерһеҙ ҡатын ир бөлдөрөр, хәйерһеҙ түрә ил бөлдөрөр.

Һуҡыр булһа ла ҡыҙ яҡшы.

Әсәйҙе яҡшы күрһәткән - алдындағы балаһы.

Яҡшы килен яҙ килер, яман килен көҙ килер.

Яҡшы ҡатын юҡтан ғына юрған һырыр, яман ҡатын яңғыҙ юрғаңды һуйҙырыр.

 

Интернет селтәренән Таңһылыу Баймырҙина йыйҙы.

Әхмәт Лотфуллин картинаһы.

Автор:
Читайте нас: