-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Сентябрь , 01:06

Моң йәшәй. (Бала саҡ иҫтәлектәре).

Картуф баҡсаһына сығам. Тирә-яҡҡа моң ағыла. Баҡса аръяғындағы күршебеҙ Риф ағай, тальянын ҡулына алып, таныш көйҙәрҙе уйнай. “Сарман”, быныһы – “Шахта”... Картуф төптәренән сүп үләндәрен өҙә-өҙә көй тыңлайым. “Мәтрүшкәләр” көйө мине уйҙарым менән йыраҡҡа, бала саҡҡа алып ҡайта.

Моң йәшәй. (Бала саҡ иҫтәлектәре).
Моң йәшәй. (Бала саҡ иҫтәлектәре).

...Беҙ, Кимай урамының бер өйөр балалары, ҡасыш, әбәкле уйнап йөрөйбөҙ, сыр-сыу киләбеҙ. Көтөү ҡайтҡан, малдар йыйып алынған, аҙбарҙарға ябылған. Асыҡ аҙбар ишеге аша әсәйҙәрҙең шаж-шож биҙрәгә һөт һауғаны, селләлә әлһерәп һөт тулы елендәрен “һөйрәп” ҡайтҡан һыйырҙарҙың “ыһһһ–ыһһһ” тип мышнағаны, көйшәгәне ишетелә. Бына Кесе Мата йылғаһынан ҡаҙ көтөүҙәре ҡайтырға юлланды. Тимерхан бабайҙарҙың ата ҡаҙы бигерәк уҫал. Ике ояға ун һигеҙ себеш үҫтергән ала ҡаҙҙарының бәпкәләре ҙур инде. Беҙҙең йүгерешеп-ҡыуышып уйнағанды яратмай ата ҡаҙ. Йылан кеүек ал телен һуҙып ыҫылдап, ҡанаттарын йәйеп ҡаршыбыҙға килә. Беҙ ҙә хәйләһен беләбеҙ. Ҡул бармаҡтарын һуҙып үҙе кеүек ыҫылдап күрһәткәс, ҡаҙ “тиргәшә-тиргәшә” ҡанаттарын йыйып, муйынын һуҙып өйөрөнә барып ҡушыла. Унан һуң да “ҡаҡылдап” әллә күпме ара беҙҙе “әрләп” бара әле...

– Аида, ҡысҡырышмай ғына уйнағыҙ. Ана, Фазылбәк бабайығыҙ ниндәй матур итеп гармунда уйнай, – ти атай, урамыбыҙ балалары менән шау-шыулы уйынға бирелгән миңә ҡарап...

Кесе Мата йылғаһы аръяғындағы икенсе өйҙә йәшәгән Фазылбәк бабай тальянын һуҙа. Йорт яғына ҡараған тәҙрә өлгөләрен асып ҡуйғандар, унан ап-аҡ селтәр ел иҫкәндә тәҙрә аша елбер-елбер килә.

– Көй тыңлағыҙ, балалар, көй, – ти ҡаршы яҡ йортта йәшәгән Муллайән бабай, ҡапҡа алдындағы эскәмйәһенә сығып ултырған. – Фазылбәк Хәйҙәрович уйнай. Бына был “Сарман” көйө, балалар... Быныһы “Шахта”...

Муллайән бабай, башын эйеп, уйға бирелеп тыңлай. Ә көй Кесе Мата буйындағы йәш таллыҡҡа тарала...

Беҙ ҙә тыңлайбыҙ. Инде бабай уйнағанға ҡатыны Вәҡифә әбей ҙә ҡушыла.

– “Мәтрүшкәләр” йыры. Аһ, йырлай ҙа һуң Вәҡифә Талиповна! – тип һоҡлана Муллайән бабай, башын сайҡап ҡуя.

Беҙ уйынға бирелгәнбеҙ. Беҙҙең өсөн ваҡыт туҡталған, ошо миҙгел мәңге дауам итер һымаҡ. Беҙҙең әле бала саҡтан үҫмер ҡорона яңы инеп барған сағыбыҙ. Беҙгә “Шахта” ни, “Сарман” көйө ни, “Мәтрүшкәләр” ни ҙә, йүкә сәскәһе ни...

– И-и-и, шул мәтрүшкәнең нимәһе бар икән, һуштары китеп тыңлайҙар. Ана, Көйөк шишмә буйында урман тулы үҫә. Кәрәк булһа, ҡосағы менән йыйып алып ҡайтып бирәм... – ти Флүрә.

Ул арала Ҡаршы урман яғынан, егеүле атының арба соҡорон йәшел үлән менән тултырып, Шамил бабайҙың ҡайтыуы шәйләнә. Шалдыр-шолдор арба тәгәрмәс­тәре, үҙенә бер көй сығарып, таныш ритм менән елдерә. Колхоздың Мата буйы лагерында һыйырҙар көтә ул. Бөгөн ял көнө. Кеше бесәнгә төшкәнсе, юл, соҡор, баҫыу буйҙарын сабып алып ҡайтып, ҡарсығы Мәлихә әбей әйләндереп киптереп һәндерәһен тултырып ҡуя. Егеүле ат шыбыр тиргә батҡан, уны эре күгәүендәр һырыған. Атҡа Аҡтырнаҡ эйәргән. Ҡап-ҡара эттең алғы тәпәйҙәренең остары ғына аҡ. Шуға бирелгән ҡушамат ул. Аҡыллы эт. Аҡтырнаҡ, билдәле маршрутын “боҙоп”, беҙҙең дә хәлде килеп белергә онотмай. Рәфинә, өләсәһе Хәнифә әбей яңы мейестән сығарған икмәктең кәбән башын киҫеп, өҫтөнә май, шәкәр яғып биргән телемдән Аҡтырнаҡҡа өлөш сығара. Мин ҡулымдағы перәникте ырғытам. Аҡтырнаҡ, беҙ биргән күстәнәстәрҙе “һап” итеп йотоп ҡуя ла, тағы тәмлене өмөт итеп, күҙҙәребеҙгә текәлә.

– Беҙ керәндилебеҙҙе ашап бөтөрҙөк шул инде, башҡа көндә һыйларбыҙ, Аҡтырнаҡ, йәме, – ти Флүрә менән Мәрзиә.

Аҡтырнаҡ, аңлаған ҡиәфәттә ризалыҡ белдереп, баш ҡаға. Ул арала Шамил бабай атына команда бирә:

– Әйҙә!

Уйынға бирелгән беҙгә ул “Әдәәә!” булып ишетелә. Аҡтырнаҡ, хужаһының команда­һына буйһоноп, шунда уҡ артынан саба. Арба өҫтөндә ултырған Шамил бабайҙың ҡулында төрлө яҡҡа һелтәнгән ҡамсының эләгеүенән шөрләгән арбаға егелгән ат, әкренәйгән аҙымдарын тиҙләтеп, башын уңға һалып, талпынып ала ла Мәлихә әбей күптән асып ҡуйған ҙур ҡапҡанан килгән худҡа инеп юғала, уның артынан – Аҡтырнаҡ та...

***

– Сәләм, күрше, сыҡтыңмы, утайһыңмы?

Күршем Фәнзиә апайҙың сәләмләүе мине бөгөнгө тормошҡа, ысынбарлыҡҡа алып ҡайта.

Йылдар үткән. Бала саҡ, үҫмер йылдар күптән артта, йыраҡта ҡалған. Ваҡыт туҡ­талмаған. Инде Фазылбәк бабай ҙа, Вәҡифә әбей ҙә, Муллайән бабай, Шамил бабай ҙа, атай ҙа юҡ... Ә моң бар. Моң йәшәй. “Шахта”, “Сарман” көйҙәрен, “Мәтрүшкәләр” йырын хәҙер тулҡынланмай тыңлай алмайым. Бөгөн уларҙы күршебеҙ Риф ағай Хәмәтнуров уйнай. Ул йәшәтә, килер быуындарға еткерә.

Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-08-31/mo-y-sh-y-bala-sa-i-t-lekt-re-2486331

 

Автор:
Читайте нас: