-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Сентябрь , 01:25

Мөғжизәле бала саҡ

Бала саҡта мин бик тиктормаҫ ҡыҙ булдым. Олатайымдан бер тотам ҡалмай, уға эйәреп кенә йөрөгәнгә, мине “олатаһының ҡойроғо” тип атанылар. Уға эйәреп, урманға барһам, олатайым һәр төрлө үҫемлектәрҙең, ағастарҙың исем-атамалары менән таныштыра, ҡыш көнө йәнлек эҙҙәрен танырға өйрәтә. Ике йәшемдә саңғыға баҫтырҙы. Тирләп-бешеп, ухылдап булһа ла олатайым артынан ҡалмаҫҡа тырышам.

Мөғжизәле бала саҡ
Мөғжизәле бала саҡ

Бер заман, миңә дүрт йәш булғандыр. Олатайым өйҙә юҡ, ҡайҙалыр киткән, ә өләсәйем мал ҡарарға сыҡҡан. Һыйыр, һарыҡ-кәзәләр, тәртипле генә, һәр береһе үҙ урынында, тәмләп, яңы ғына һалынған бесән ашап тора икән. Өләсәйем:

– Олатайың ҡасан ҡайтты, ҡыҙым?

– Ҡайтманы әле.

– Ә бесәнде кем һалды һуң?

– Мин...

– ?

Өләсәйем, бесәндең олатайым һалған кеүек кенә тәртиптә һалыныуына иҫе китеп, аптырап торҙо ла, ни әйтергә лә белмәй: “Һинән булыр ул,” – тип, өйгә инеп китте.

Әйткәндәй, өләсәйемдең дә теңкәһенә тейә торғайным. Йә бер нәмәне, йә икенсеһен эшләргә өйрәтеүен үтенәм. Ә ул , “әҙерәк үҫ әле, балам,” – тип, минән эш эшләтмәй торғайны. Йәй көнө. Әлеге шул 4 йәшлек сағым булғандыр. Олатайым бер көн һарыҡ һуйҙы. Мин өләсәйемә эсәк йыуышам. Өләсәйем: “Арып киттем, әҙерәк кенә ятып алайым да, шунан тултырма эшләрбеҙ,” – тип, өйгә инеп китте. Күпмелер ваҡыттан һуң ул аласыҡҡа сыҡһа, мин үткәрелгән үпкә-бауырҙы эсәккә тултырып торам икән.

– Бәй, ә кем үткәрҙе үпкә-бауырҙы?

– Мин...

– Тәмләткестәр һалырға кәрәк бит.

– Ә мин һалдым инде.

– Нимә һалдың?

– Һуған, һарымһаҡ, борос.

– Тоҙ һалманыңмы?

– Һалдым (күпме һалғанымды күрһәтәм).

– Ярай инде, ни булһа ла булыр, эште дауам итәйек.

Кискә, бесәнселәр ҡайтыуға, тултырма ла бешеп сыҡты. Өләсәйем: “Тултырманы Ләйлә эшләне,” – тиһә лә берәү ҙә ышанманы, сөнки ул бик тәмле ине. Уның ҡарауы, дүрт йәшлек баланың ит турағысты әйләндерергә нисек көсө етһен, ти?!. Кеше ышанмаҫ та...

Ә инде бер мәл күмәкләшеп ултырып ашағандан һуң өләсәйем өйгә инеп китте лә оҙаҡланы. Мин тиҙ генә тәрилкәләрҙе йыуырға тотондом. Һауыт-һаба шалтыраған тауышҡа өләсәйем йүгереп килеп сыҡты:

– Ай, балаҡайым, ватып бөтөрәһең бит һауыт-һабаларымды...

– Мин йыуып бөттөм инде, сая торғаны ғына ҡалды.

Бына шулай бер ҙә тик тормай, уны-быны боҫталарға ғына әҙер инем, әммә бөтөн эшләгәнем ыңғай килеп сығып торҙо. Әгәр ҙә өләсәй менән олатайымдың эшләгәнен иғтибар менән күҙәтмәһәм, минең эшем дә боҫталау булыр ине, тип уйлайым. Бала үҙенсә эш эшләгәндә, бер ҙә нимәнелер боҙам тип, эшләмәй бит инде. Ҡыҙыҡһыныуы, белмәйенсә, нимәнелер үҙаллы башҡарырға тырышыуы эште боҙоуға алып киләлер ҙә төрлө мажараларға тарыйҙыр инде.

Минең әсәйем менән уның бер туған ағаһы ла тиктормаҫ бала булған үҫкәндә. Беҙҙең яҡта әсәйҙең ағаһына “апа” тип әйтәләр. Әсәйем менән Айбулат апам гел икәүһе бергә уйнағандар. Уларҙың йәш аралары ла 1 йәш кенә шул. Әсәләре менән аталары эшкә киткәндә, уларҙы бер бүлмәгә бикләп, үҙҙәрен генә ҡалдыра торған булғандар. Бер көндө өләсәйем эштән ҡайтһа, (ул саҡта әсәйемә 3, ә апама 4 йәш булған), былар нисектер, бикле бүлмәнән сыҡҡандар, бик эшлекле ҡиәфәттә өләсәйемде ишек төбөндә ҡаршылағандар. Айбулат апам мейестең көлөн алған (ул мәлдә газ үтмәгән булған әле), көлдө йыуынғыстың биҙрәһенә һалған, ә әсәйем шул көл һалынған биҙрәләге һыу менән иҙән йыуған. Әсәйгә ярҙам иткәндәр берәүҙәр. Өләсәйем уларҙың нисек итеп бүлмәнән сыҡҡандарын, күпме генә һорашһа ла белә алмаған.

Унан алдараҡ, әле әсәйемә йәш ярым, Айбулат апама ике йәш ярым булған саҡта, өләсәйем кер йыуырға була балаларҙы олатайыма ҡарап торорға ҡуша. Олатайым өйҙөң ҡаршыһындағы ғына магазинда һатыусы булып эшләгән. Магазинға әйбергә килгән кешеләр күбәйеп китеп, олатайым бер аҙға балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырған. Күп тә үтмәй, апамдың ярһып ҡысҡырған тауышын ишетеп, өләсәйем йүгереп сыҡҡан. Тауыш кәртә артындағы ҡотоҡ яғынан килә икән. “Ай, балаҡайым, ҡотоҡҡа ғына төшкәндәр икән былар,” – тип өләсәйем йүгереп барһа, йәш ярымлыҡ әсәйем ҡотоҡ эсендәге бүрәнәләрҙе тоттороп ҡуйған тимергә сат йәбешеп тора икән.

Икенсе бер мәл, әсәйемә 3 йәш булғанда, ҡапыл эҙһеҙ юғалған. Алыҫта бала илаған тауыш ишетеп, барып ҡараһалар, ҡаршылағы тауҙа, бер бәләкәй генә ҡыҙыл нөктә, ағаслыҡтарға етеп кенә бара, ти. Баҡтиһәң, теге бала быҙау эҙләйем, тип уларҙың артынан киткән дә, быҙауҙар сабып сығып киткәс, ҡысҡырып илап ебәргән икән. Әлдә илаған, урманға инһә, аҙашыр ине.

Бына шулай, балалар ҡайһы берҙә ололарға ярҙам итәм, тип мажараларға ла осрап тора.

 

Ләйлә НӨҒӘМӘНОВА, Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.

https://amanat.su/articles/common_material/2023-07-15/m-zhiz-le-bala-sa-3336901

 

Автор:
Читайте нас: