Ололарҙан да ишеткән бар: ендәрҙең һәм шайтандарҙың булыуына ышанмау – ул кафырлыҡ билдәһе. Сөнки изге Ҡөръән китабында ла, хәҙистәрҙә лә улар тураһында телгә алына. “Сөләймән пәйғәмбәргә лә ендәр хеҙмәт иткән” тип яҙалар. Хәйер, беҙҙең тормошта ла ендәрҙең булыуына дәлилдәр бик күп, төрлө тарихтарҙы ишетеп, хатта күреп тә ҡалғандар бар.
Ҡырҡы үтмәгән йәш әсә менән баланы боронғолар бик ныҡ һаҡларға, ҡурсырға ҡушҡандар. Сөнки нәҡ улар сир-зәхмәткә тиҙ бирешеүсән, күҙегеүсән тип иҫәпләгәндәр.
Бер танышым да ҡасандыр үҙ нәҫелендә булған ваҡиғаны бәйән итте:
“Йәш әсә балаһын йыуындырырға мунсаға алып бара ла, нимәһендер онотоп ҡалдырып, баланы ләүкәгә һала ла, ҡайтып килергә була. Өйө лә эргәһендә генә булғас, әллә ни хәүефләнмәгәндер ҙә. Әммә 2-3 минут эсендә әйләнеүгә тыныс ҡына ятып ҡалған балаһы һыны ҡатҡансы илаған. Әсә баланы йыуындырып, һин дә мин алып ҡайтҡан. Тик ул бала үҫә килә барыбер ҙә бер төрлөрәк икәнлеге асыҡланған. Ул бала үҫеп, ир ҡорона ла ингән, ни сәбәпле ошолай булып китеүе барыһына ла билдәле булғандыр инде, исеменә “биреле” ҡушаматын йәбештерҙеләр”.
***
“Минең дә өләсәйем һөйләй торғайны ендәр тураһында. Элек улар кеше күҙенән бик тартынмағандар, йыш салынғандар. Ҡартатайым яңы өй һалырға нигеҙ ултыртҡас, уның атаһы был урын ен юлы булыуын, күсерергә кәрәклеген әйтә. Тик хөрәфәткә, бигерәк тә ендәргә ышанып бармаған коммунист ҡартатайым үҙ һүҙендә ныҡ тора. Нигеҙ ултырып ҡала. Бер көн, дөрөҫөрәге эңер араһында, илашҡан-зыулашҡан, көтөү ҡыуып, сыбыртҡы шартлатҡан тауыштар ишетелгән. Ҡартатайымдың атаһы өйҙәгеләрҙегә бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа ҡуша, тәҙрә ҡорғандарын, ишек элгесен уҡынып, ябып ҡуя. Кемдәр улар тип һорағас, ендәрҙең күсенеп китеүе тураһында әйтә.
Уларҙың йөрөй торған юлдарына йорт һалына башлағас, шуға илашып күсенгәндәр икән. Сөнки Аллаһы Тәғәлә ендәргә кешеләр менән аралашыуға тыйған.
Ҡартатайым йортто төҙөп бөттө, тик рәткә төндә нигеҙ ташын шылдырһындармы, өй мөйөшөнә һуғып китһендәрме – шундай ят һәм сәйер тауыштар ишетелгеләп торҙо”, - тип яҙған бер апай.
https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2021-12-13/end-r-e-k-sene-e-tura-ynda-2617635