+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Сентябрь , 11:00

Өләсәйле ҡыҙҙар бәхете

Һуңғы ваҡытта баланы ла модаға эйәреп тәрбиәләй башланылар. Һеҙҙең дә “Фәләндәр улдарын японса тәрбиәләй”, “Төгәндәр ҡыҙҙарын Англия мәктәбенә уҡырға ебәргән”, “Тегеләр балаларын йәһүд мәктәбенә биргән”, “Былар Сингапур тәрбиәһен өҫтөн ҡуйған” тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Кем нисектер – белмәйем, әммә мин һәр ваҡыт ҙур ғорурлыҡ менән: “Ә беҙҙең балалар олатай һәм өләсәй (беҙҙә уларҙы ҡартатай һәм нәнәй йә ҡартәней тиҙәр) тәрбиәһе күреп үҫә!” – тип яуаплайым. Һәм был ярамһаҡланыу түгел. Быны мин бар күңелем менән ышанып әйтәм.

Өләсәйле ҡыҙҙар бәхете
Өләсәйле ҡыҙҙар бәхете

“Һәр халыҡтың үҙенә генә хас ғөрөф-ғәҙәте, йолалары була, шулар нигеҙендә тәрбиәләнгәндә генә милләт, шәхес үҫеше тәьмин ителә”, – тигән атаҡлы мәғрифәтсе һәм ғалим Ризаитдин Фәхретдинов. Ә йолаларҙы тәү сиратта өлкән быуын һаҡлай.
Милли традициялар менән бер рәттән һәр ғаиләнең үҙ ғөрөф-ғәҙәте була. Йолаға әйләнгән ғәҙәттәр, байрамдар бала йөрәгендә ғүмерлеккә уйылып ҡала. Бер нисә быуын вәкиленең бер өҫтәл артына ултырып, көлөшә-көлөшә сәй эсеүе иһә үҙе байрамға тиң. Ә инде өлкәндәр үткәндәргә ҡайтып, ата-әсәһенең кескенә сағын һөйләй башлаһа, улар хатта планшеттарын ситкә ҡуйып торорға әҙер. Олатай-өләсәй йортонда үткән көндәр, каникулдар бала саҡтың иң матур хәтирәләре булып туплана.
10–11 йәшлек балалар: “Беҙ бәләкәй саҡта ола­тай менән көтөү көтә инек. Вәт рәхәт ине шунда!” – тип һағынып һөйләп ултыра икән, тимәк, әлеге хәтирәләр улар күңелендә ғүмерлеккә уйылып ҡалған инде. Әлбиттә, ул “көтөүселәр” көтөүҙәге малдарға ҡарағанда унлата күберәк иғтибар талап иткәндер. Улар көтөүгә сыҡҡан өсөн генә өләсәйҙәре ике көн алдан бешеренә башлағандыр. Малдары ятыуға төшкәс, серем итеп алыр урынға, ҡартаталары уларҙы һаҡлап ултырғандыр. Ә улар, 4–5 йәшлек сабыйҙар, махсус кистән әҙерләп ҡуйған үҙ рюкзактарынан тәм-том алып ашай-ашай, “ҙур эш” башҡарып йөрөгәндер. Ата-әсәһенә етәк­лә­шеп түгел, ә үҙ аллы көтөү көтөргә, олатай-өлә­сәй­ҙәренең “һай, афариндар!”, “бына үҫкән­дәр!” тигән юғары баһаһын алырға барған улар. Һәм шу­лар­ҙы алған өсөн дә, иң матур хәтирә булып һаҡлана ул саҡтар.
Тормошта, йәшәйештә иң ауыр эш нимә, тип һораһалар, мин – тәрбиә эше, тиер инем. Ә өлкән быуын вәкилдәре уйын-көлкө аша ла тәрбиәләй, хеҙмәткә һөйөү уята ла белә. Улар махсус уҡыу йорто ла тамамламаған, Интернет селтәрендә “баланы дөрөҫ тәрбиәләүҙең мең дә бер ысулы”н уҡып ултырмаған, психологик китаптар ҙа аҡтармаған. Уларҙың төп ҡоралы – тормош тәжрибәһе һәм быуындан быуынға тапшырылған ғөрөф-ғәҙәттәр. Хәйер, тағы бер нәмә бар – ул да булһа ейәндәргә ҡарата сикһеҙ, әммә айыҡ аҡыллы (осондороуға түгел, үҫтереүгә ҡоролған) мөхәббәт.
“Ҡыҙ баланы тәрбиәләү көндөҙ йондоҙ күреүгә тиң” тиҙәр. Тимәк, ҡыҙҙарҙы тәрбиәләшеүҙә өләсәй һәм ҡартәсәйҙәрҙең роле айырыуса ҙур.
Әсәйем яғынан беҙ, дүрт бер туғандың дүрт ҡыҙы, бергә уйнап үҫтек, тиергә була. Йыш ҡына өләсәйҙәрҙә ҡунаҡта була инек.
– Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар, килегеҙ яныма! Бына бында минең тәм-томдарым бар. Кем уңған, шуға ғына бирәм, – тип башлай ине һүҙен өләсәй. Бергә йыйылған һайын һынау үткәргәненә өйрәнеп бөткән беҙ – үҫмер ҡыҙҙар – уның янына йыйылабыҙ. – Бына дүртегеҙгә дүрт карауат. Ҡайһығыҙ беренсе матур итеп йыйыштырып, мендәрҙәрен өйөп, япмаһын ябып ҡуя, шуға бүләк эләгә. Йәгеҙ, һынатмағыҙ!
Ул шулай тип старт биреүгә беҙ эшкә керешәбеҙ. Хәҙерге кеүек мендәр-юрғандарҙы ҡайҙа диван тартмаһына, ҡайҙа шифоньер эсенә, ҡайҙа өҫтөнә өйөп ҡуйыу юҡ ине. Һәммәһен матурлап карауатҡа өйөргә кәрәк. Етмәһә, бөгөнгө кеүек кескенә мендәрҙәр генә түгел, ә ҙур-ҙур яҫтыҡтары ла бар. Һәм шуларҙың барыһын да ишелеп төшмәҫлек итеп, мөйөштәрен матурлап, тигеҙләп йыйыштыра белергә кәрәк. Әлбиттә, тәмлекәстәр барыбыҙға ла тиң бүлеп бирелә. Тик эш ундамы ни?! Өләсәйҙең “Беренсе урын!” тигән һүҙен нәҡ үҙеңә төбәп әйткәнен ишетеү мөһим бит. Туғандар араһында һынатҡы, “Мендәр­ҙә­рең ишелде!” тигәнде ишетке килмәй ине. Инде өләсәй юҡ (урыны ожмахта булһын!), ул үткәргән бәйге-һынауҙар ҙа йыраҡ бала саҡ хәтирәһе генә булып күңелдә һаҡлана. Әммә шуны иҫкә төшөргән һайын, өләсәйҙең ни ҡәҙәр оҫта тәрбиәләй бел­гәненә һоҡланам. Сөнки йоҡонан то­роуға, “урынығыҙҙы йыйығыҙ” тигән һүҙ ишетмәнек, әммә кемуҙарҙан ярышып, матурлап йыйыштырып ҡуя инек. Хатта тәм-том тигәненең баҡсанан йы­йып алынған еләк, йә булмаһа алма икәнен белеп торһаҡ та...
Өләсәйҙәр тәрбиәһе ғүмер буйы оҙата бара. Быны йәшәй-йәшәй аңлайһың.
Килен булып төшкәндән һуң яңы йортта йәшәй башлаған беренсе генә көндәрем ине. Алдыма гәзит йәйеп, сәсемде тарап ултырам. Ирем­дең өләсәһе күҙәтеп торҙо ла: “Сәсеңде бы­лай тарарға кем өйрәтте?” – тип һорап ҡуйҙы. Көтөл­мә­гән һо­рау­ҙан ҡаушап китһәм дә, “Өләсәйем” тип яуап­ланым тыныс ҡына. Яңы өләсә­йем­дең йө­ҙөн­дә йылы яҡтылыҡ сағылып үтте. “Рәхмәт уға”, – тине ул. Мин дә уның ар­ты­нан: “Рәхмәт, өлә­сәй!” – тип бышылда­ным. Яңы йортта, сит ғаи­лә­лә мин үҙем генә тү­гел­мен, инде күптән баҡыйлыҡҡа күсһә лә, өләсәйем янымда кеүек тойолдо шул саҡ.
Әлбиттә, тәрбиәнең төп өлөшө атай-әсәй өҫтөндә һәм шулай булырға тейеш тә. Ҡыҙ баланы ла әсәһе тәрбиәләргә һәм барыһына өйрәтергә бурыслы. Әммә уның көн һайын иртә таңдан тороп эшкә сығып киткән, магазиндар аша ҡайтып, унан ашарға бешергән, өйгә эштәрҙе эшләшеп, буш ваҡыты ҡалмағанда, тәрбиә өлкәһендә ниҙер иғтибарҙан ситтә ҡалғанда, өләсәйҙәр ярҙамға килә. Бигерәк тә ҡул эштәре, аш-һыу серҙәренә ҡағылышлы өлкәлә. Өләсәйҙәрҙән ниҙер өйрәнеп ҡалғы, отоп алғы килә. Ул бәйләй икән – бәйләргә, тегә икән – тегергә, сигә икән сигергә өйрәнге килә.
Беҙҙең өләсәй, ҡарт­әсәй­ҙәребеҙ бик тә уңған, бер ҙә тик торорға яратмай. Ҡайһы йортҡа ғына инһәң дә, милли ризыҡтарҙан табын һы­ғылып тора: ҡабарып беш­кән икмәктәр, балла­нған сәк-сәктәр, бәлештәр һ.б. Аш-һыу бешереүҙәге серҙәрен улар бик теләп ейәнсәрҙәренә һөйләй.
Шулай уҡ “өләсәй”, “ҡартәсәй” тип әйтеүгә, ул өйрәткән беренсе доғалар иҫкә төшә. Һуңыраҡ, үҫә төш­кәс, доғаларҙы үҙ аллы ла ятлай баш­лайһың, әммә улары, ни хикмәт­тер, ҡайһы ваҡыт оно­то­лоп китә. Ә бына өләсәйҙәр өй­рәт­кә­нен төндә уятып һо­ра­һалар ҙа һөй­ләп була.
Заман башҡа, мөхит башҡа, йыһаз башҡа. Күп нәмәне компьютер алыш­тыр­ҙы. Интернет хәҙер барыһына ла өйрәтә: бәйләргә лә, сигергә лә, тегергә лә, бешеренергә лә. Күпкә ҡатмарлыраҡ әйберҙәр ҙә өйрәнергә була булыуын. Тик бына өләсәйҙәр өйрәткән кеүек түгел шул унда. Күңел йылыһы һалынмай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәрбиәгә мода ингән һымаҡ, өләсәй менән ҡартатайҙарҙы ла мода үҙгәртә. Сит илдәрҙә шулай итәләр икән тип, “үҙ балаларыбыҙҙы үҫтерҙек, хәҙер һеҙҙең сират” тиеүселәр ҙә йышыраҡ осрай. Әлбиттә, һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Әммә быуындар бәйләнеше ныҡ булған ғаиләлә генә бала үҙен ышаныслы тоя. Һәм шундай балала ғына өлкән быуынға ҡарата хөрмәт йәшәйәсәк. Өләсәйле булғанда ғына ҡыҙҙар айырыуса бәхетле була бит.

АЙЗИРӘК.

Автор:
Читайте нас: