-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Сентябрь , 09:49

Әле ташҡабаҡ өлгөргән мәл

Фотоларҙа: Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәүсе Әхмәтйән һәм Сәйҙә Исҡужиндар ғаиләһе; Зөһрә Рәхмәтуллинаның Иглин районында йәшәүсе ағаһы; Ҡырмыҫҡалы районынан Хәсәновтарҙың мул уңышы.

Әле ташҡабаҡ өлгөргән мәл
Әле ташҡабаҡ өлгөргән мәл

Ябай ғына запеканка әҙерләйек:
ташҡабаҡ – 400 грамм,
ҡаты сыр – 100 грамм,
йомортҡа – 2 дана,
ҡаймаҡ – 100 грамм,
он – 150 грамм,
сода – ярты балғалаҡ (аш һеркәһе менән һүндерергә),
тоҙ – ярты балғалаҡ,
тәмләткес үләндәр,
ҡара борос.

Әҙерләү:
Ҡаймаҡҡа сода һалып болғатырға һәм биш минутҡа ултыртып торорға. Артабан йомортҡа, тоҙ, борос, он һалып бутарға. Ташҡабаҡты ҡырғыстан үткәреп, һутын һығырға, ваҡ киҫәктәргә туралған йәки ҡырғыстан үткәрелгән сыр, тәмләткес үләндәр ҡушып, өҫтөнә шыйыҡ ҡамырҙы ҡойоп, барыһын бергә бутарға һәм майлы табаға һалып, 180 градусҡа тиклем ҡыҙған мейестә бер сәғәт самаһы бешерергә.

Күптәр әфлисун, лимон ҡушып, ҡайнатма яһай.

"Юлдаш"тарҙан был тәмле рецепт - https://vk.com/uldash_fm?w=wall-4647320_616074

 

Автор:
Читайте нас: