+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Сентябрь , 07:56

Матурлыҡ тураһында

Ләйләнең матурлығын аңлар өсөн, уға Мәжнүн күҙҙәре менән ҡарарға кәрәк. Сәғди, “Гөлөстан”.

Матурлыҡ тураһында
Матурлыҡ тураһында

Мин атайһыҙ үҫтем. Ул һуғышҡа киткәндә сабый ғына булғанмын – бөтөнләй иҫләмәйем. Беҙҙең бәләкәй генә ауылға фронттан иҫән-аман өс-дүрт кенә кеше ҡайтҡан. Шуларҙың береһе беҙҙең күрше ине. Һәләк ҡыҙыу, эсеп алһа, бисәһе менән балаларына көн юҡ. Улар ҡасып беҙгә инеп йәшенә, йыш ҡына ҡалтырашып беҙҙә төн үткәрәләр. Теге килеп аҡырына, ишекте туҡмай. Ул ваҡытта күмәкләшеп һерел¬дәшәбеҙ. Бахырҡайҙар: “Һеҙ бәхетле, атайығыҙ юҡ”, – тип беҙҙән көнләшә. Мин шуларҙы күреп: “Атай шулай була икән дә”, – тип уйлап үҫтем, үҙ-үҙемә ғүмерҙә лә кейәүгә сыҡмаҫҡа тип һүҙ бирҙем. Тик улай буламы һуң инде. Ағай-апайҙарым ғаилә ҡороп, бала-сағалы булғас, минең һаман яңғыҙ йөрөгәнемә хафалана башланы. Башта, уҡыйым әле, тинем. Бына диплом да алдым. Осраған береһенең: “Кейәүгә сыҡманыңмы әле?” – тигәне лә теңкәгә тейә. Иң ҡыйыны шул: әсәйем көйөнә. Тирә-яғыма ҡарана башларға тура килде. Мин үҙем йәмһеҙ генә булдым бит инде. Йәмһеҙлегемә күптән күнгәнмен. Шуға күрә уға иҫем киткән юҡ. Асыҡмын, еңел генә аралашып барам. Эшем дә кеше араһында. Төшөп ҡалғандарҙан түгелмен инде, бер һүҙ менән әйткәндә.
Ниңә Ғиндулланы һайланым – сөнки ул да ныҡ ябыҡ, йәмһеҙ була торғайны. Бик яҡшы, ирем дә үҙем кеүек йәмһеҙ булһын, тинем инде. Өйләнешеп, бергә тора башланыҡ. Мин һәйбәт ҡатын булырға тырыштым. Әсәйҙән өйрәнелмәһә лә, китапты күп уҡый инем, яҙылғандарҙан яҡшы ҡатын тәмле итеп ашарға бешерергә, өйҙө таҙа тоторға, ирен тәрбиәләп-ҡарап торорға тейеш тип белә инем. Тырыштым китапса ҡатын булырға. Щи, борщ кеүек үҫкәндә ят булған аштарҙы ла бешерәм, Ғиндуллам эй тәмле лә эй тәмле тип маҡтай-маҡтай ашай. Бер заман был ит ҡунып, бик йәмле генә иргә әйләнгән дә киткән бит. Көн һайын күреп, күҙ өйрәнгәнме – мин үҙем быны абайламай ҙа ҡалғанмын. Бер мәл парлашып трамвайҙа китеп барабыҙ. Ике йәш кенә ҡыҙ беҙгә ҡарайҙар ҙа бышылдашалар. Ҡолаҡҡа салынды бит: “Нишләп бынау матур ир был йәмһеҙ бисәгә өйләнде икән?” Мин башта һүҙҙең беҙҙең хаҡта барғанын да аңлап еткермәнем. Ярай, мин йәмһеҙ инде, ә Ғиндулла... Иғтибарлап ҡараһам, эргәмдә ысынлап та ифрат та күркәм ир ултыра ла баһа.
Шым ғына ҡыҙҙарға шыбырҙайым:
– Эйе, ҡыҙҙар, матурлыҡ өләшкәндә мин йоҡлап ҡалғанмын, бәхет өләшә башлағанда уянып киттем. Һеҙ ҙә уяу булығыҙ.
Йәтеш иттем, тегеләр ҡып-ҡыҙыл булып киттеләр ҙә шымдылар.
Тора-бара иремде техникумда уҡытып та алдым, эшендә лә маҡтаулы. Бының тирәһендә ҡатын-ҡыҙ күп сыуала башланы. Мин көнләшмәнем, ғауғалашып йөрөмәнем. Күреп йөрөлә бит инде: сығып китә торған ир, сәсең менән иҙән һеперһәң дә, көнләшеп, сат йәбешеп ятһаң да, сыға ла китә, уны бер нимә менән дә тотоп булмай. Шулай, тинем дә тегеләргә иғтибар итмәҫ булдым.
Ғиндуллам йылдар үткән һайын тағы ла күркәмерәк була барҙы, түрә булып китте. Тик мине, балаларын ташламаны. Ауылға йыш ҡайта торғайныҡ. Ауылдың зәһәр телле ҡатындары ғәйбәткә оҫта бит инде, былар баш вата, ти: шундай шәп ир анау йәмһеҙ Әминә менән ниңә тора икән?.. Бер заман үҙемә төрттөрҙөләр, матур Ғиндуллаға матур ҡатын кәрәк ине, йәнәһе. Араларында сибәрҙәр ҙә, бер нисә ир алмаштырып ҡырҡылып бөткән үткерҙәр ҙә бар. Мин былай тинем:
– Һүҙ ҙә юҡ, Ғиндулла матур, һәйбәт ир, мин йәмһеҙ, уныһы ла дөрөҫ. Тик мин шуны ғына аңлап етмәй инем: инде егерме биш йыл торабыҙ, нишләп мине ташлап сығып китмәй икән ул? Мәжбүрләп тотмайым, ялбармайым, китәм тиһә, бер һүҙ әйтмәҫ инем, тик улай тип ауыҙ асҡаны юҡ. Шул үҙемде лә бик аптырата.
Ауыҙҙарын асып миңә текләгән бисәләр, һүҙҙәрем менән ризалашып, ашыға-ашыға баш сайҡаны.
– Аптырата ине, – тип һүҙемде дауам иттем. – Ә бер көн килеп яуабын таптым бит.
Юрый туҡтаным да тегеләргә йәнә күҙ йөрөтөп сыҡтым. Тегеләрҙең түҙемһеҙлеге сигенән ашып бара.
– Сер бик ябай булып сыҡты бит, әүкәйҙәр. Әминәнең матурлығын аңлар өсөн, уға Ғиндулла күҙҙәре менән ҡарарға кәрәк икән.
Ошонан һуң беҙҙең менән булышыуҙан туҡтанылар.

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛИИНА-ҒАЙСАРОВА

Автор:
Читайте нас: