-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Сентябрь , 05:57

Көнләшеүҙән күҙе тонған ине...

Бынан байтаҡ йылдар элек бәләкәй генә ауылдарҙың береһендә булған был ғибрәтле хәлде оло йәштәге бер апай һөйләгәйне. Һүҙҙе уға бирәйек:

Көнләшеүҙән күҙе тонған ине...
Көнләшеүҙән күҙе тонған ине...

“Диләфрүз миңә алыҫ туған булған ағайымдың ҡыҙы ине. Беҙ был ауылға һирәк кенә булһа ла ҡунаҡҡа бара торғайныҡ. Ошо баланың ҡалаҡҡа һалып йоторҙай сибәрлегенә, һомғоллоғона гел һоҡлана инем: ҡайҙан ябай ауыл балаһында шундай  күркәмлек? Хәйер, еңгәй ҙә алыҫ яҡтан килен булып төшкән, үҙенсәлекле матурлығы менән айырылып тора , ҡыҙы, күрәһең уға оҡшағандыр.

Ҡыҫҡаһы, Диләфрүз буй еткереү менән барлыҡ ауыл егеттәре уның артынан йөрөй башлаған, ә ул һантый ҡыҙ үҙенән күпкә өлкән ирҙең таҫма теленә ышанған: ҡырҡ йәшлек урмансы менән ғишыҡ уйыны ҡорған. Хәйер, артыҡ йәшенеп тә йөрөмәгән улар, ә атаһы менән әсәһе, әрләп тә, тыйып та, ипләп тә аңлата алмағас, ҡул һелтәгән.

Мәктәпте тамамлағас, Диләфрүз ҡалаға уҡырға ингән. Әйтергә кәрәк, сибәр ҡыҙға бында ла иғтибар етерлек булғандыр, ә ул иң сибәр, мыҡты кәүҙәле ҡала егете Даниярҙы һайлаған. Ҡыҫҡаһы, ялҡынлы мөхәббәт тоҡанған был икәү араһында. Диләфрүз йыш ҡына ауылына ла ҡайтып йөрөгән, тәмле күстәнәстәр килтергән…

Тиҙҙән Диләфрүз ауырға ҡалған. Әлбиттә, хәлдәр былай булып киткәс, ата-әсәләренә лә әйткәндәр, туй ойошторорға ниәтләгәндәр. Ҡыҙҙарының үҙ тиңенә, бергә уҡыған һабаҡташына кейәүгә сығыуына бигерәк тә Диләфрүздең ата-әсәһе шатланған. Аңлашылып та тора: урмансы менән булған тарихты ауылда онотоп та өлгөрмәгәндәрҙер.

Туй көнөн билдәләгәндәр, ҡунаҡтар саҡырғандар. Тантана алдынан ҡыҙҙар йыйылып байрам ойошторған, егеттең дуҫтары ла айырым кәйеф-сафа ҡорған.

Ә теге урмансы, һөйгәне кейәүгә сыға икәнлеген ишетеп, көнләшеүҙән күҙе томаланған. Эсеп алып, ҡалаға йүнәлгән, студенттар ятағына килгән. Ә “әхирәт” ишараттары уны ...Даниярҙың ата-әсәһе йәшәгән йортҡа оҙатҡан.

Ниндәй низағ ҡупҡанын аңлайһығыҙ инде: буласаҡ ҡайны менән ҡәйнә килендәренең ошо урмансынан ауырлы булыу ихтималлығын  белеп ҡалған...

Нимә эшләргә, ни ҡылырға? Дуҫтары менән осрашыуҙан ҡайтҡан бәхетле Даниярға әле булған аяныслы хәлде һөйләргә телдәре әйләнмәгән ата менән әсәнең. “Тормошон боҙоп ҡуйырбыҙ, йә үҙе менән бер нәмә эшләр, өндәшмәйек”,  – тип, күҙ йәштәре аша Диләфрүздең ауылына туйға йыйына башлағандар...

Ә бынан алдағы төндә ауылда тағы ла хәтәрерәк ваҡиға булған. Эсеп алған урмансы Диләфрүздең йортона килеп, ишектәрҙе балта менән емереп ингән һәм ҡыҙҙы һыбай ултыртып, урманға алып киткән... Ни хәл итергә? Участковыйға тиклем йыраҡ, аптырағас, бер нисә туғанын алып, ата менән әсә урманға, теге ирҙең йортона Диләфрүзде эҙләп сығып киткән.

Анһат ҡына алып ҡайтҡандар тиһегеҙме? Урмансы асыҡ тәҙрә аша: “Өйгә яҡынлашһағыҙ, атып үлтерәм! Иртән кәләште үҙем алып барып ҡуйырмын, туйын боҙмам. Көтөгөҙ. Һаубуллашырға ирек бирегеҙ!”  – тип мылтыҡтан атып ебәргән.

Ысынлап та, таңдан Диләфрүз ҡайтып ингән. Урмансы уны ҡыйырһытмаған һәм туй үҙ яйы менән үтеп киткән. Әлбиттә, ауыл кешеләре төндәге хәлдәрҙе ҡунаҡтарға ләм-мим өндәшмәгән...

Бер нисә айҙан Диләфрүздең улы тыуған. Даниярҙың ата-әсәһе был ваҡиғаны бигерәк тә түҙемһеҙлек менән көткәнен аңлап тораһығыҙҙыр: был бала кемгә оҡшар, артабан нимә булыр?

Малай шул тиклем атаһына, Даниярға, оҡшаған, тиҙәр. Хәҙер үҫкән инде ул... Бығаса ут йотоп йәшәгән ата-әсә лә тынысланғандыр, моғайын. Диләфрүз менән иренә килгәндә, улар матур, татыу йәшәй. Ҡыҙҙары ла үҫеп килә.

Бына ошондай хәлдәр ҙә була...” – тип тамамланы һүҙен был апай. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та был донъя...

Г. БАЛТАБАЕВА яҙып алды.

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-12-25/k-nl-she-n-k-e-ton-an-3581536

 

Автор:
Читайте нас: