-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Сентябрь , 20:19

Бетеү

-

Бетеү
Бетеү

Бер ҡатын таҫтамал, бер баш икмәк тотоп муллаға килгән:
– Ирем өҫтөмдән йөрөй. Нишләйем икән, мулла абызый?
– Ҡайғырма, килен, мин һиңә бетеү яҙып бирәм, уны асып уҡып ҡарама, гонаһ була. Кейемеңдең яғаһына эс яҡлап тек. Кер йыуғанда алып торорһоң, еүешләнмәһен, – тип яҙыу яҙып, сепрәк киҫәгенә урап биргән.
Ҡатын мулла ҡушҡанса эшләгән, ире лә алама ғәҙәтен ташлаған. Мулла абызыйға рәхмәт инде файҙаһы тейҙе бит, тип ғүмер буйы ҡыуанып, уға рәхмәттәр әйтеп йәшәгән.
Бетеүен утыҙ йылға яҡын шулай йәшереп тағып йөрөткән. Ире лә, мулла ла яҡты донъянан уҙып киткән. Хәҙер уҡып ҡараһам да ярайҙыр инде, тип был бетеү ҡағыҙын алып тағатҡан. Унда шундай юлдар яҙылған булған: «Ирең һине яратамы, яратмаймы, ни эшем бар минең унда. Бер таҫтамал менән әсе икмәк ярап тора ул миңә.»

Тәлғәт ШАҺМАНОВ.

Автор:
Читайте нас: