Стәрлебаш районы Ибраҡай ауылынан Мырҙаһитова Бибиямал апай: «Һәр кемдең төпләнеп торған йортонда була ул эйә. Мине гел: «Һыйырың быҙаулай, Бибиямал», - тип уята торғайны. Бер быҙау, бер бәрәс туңдырманым өй эйәһе арҡаһында. Ул мине бер ваҡыт та ҡурҡытманы ярҙам ғына итте» - тип һөйләй. Йылайыр районынан Ғәлиәкбәрова Рауза өй эйәһенең ауыл эргәһендә туңа башлаған кеше булып: «Мине сығып алығыҙ», - тип ҡысҡырыуын ишеткән. А. Вәлиева өй эйәһе тураһында бына нимәләр яҙып ебәргән: «Өй эйәһе беҙгә гел яҡшылыҡ эшләгән. 1932 йылда атайымдың бөтә мөлкәтен тартып алғандар. Өйҙө колхоз фермаһына биргәндәр, ләкин унда бер кем дә тыныс йәшәмәгән: өй эйәһе төндәр буйы өй башында йөрөгән, бүрәнәләрҙе һелкеткән, кешеләргә йоҡо бирмәй, төрлөсә йонсотҡан. Шуға унда бер кем дә йәшәмәгән. Атайым: «Яңы өйгә күсенһәгеҙ, әйҙә өй эйәһе, киттек беҙҙән ҡалма, тип әйтегеҙ», - ти торғайны. Әгәр ҙә яңы һалынған өйгә күсенеүселәр булһа: «Өй эйәһе, бергә-бергә татыу, бер-беребеҙгә ярҙам итеп кенә йәшәйек», - тип әйтергә өйрәтә, ине.
Б. Мырҙаһитова апай өй эйәһен яңы өйгә эйәртеп алып китеү өсөн әйберҙәрҙе һалғанда: «Әйҙә китәйек, шунда барып торайыҡ, яңы өйгә күсәйек», - тип һөйләнеп торорға кәрәк ти. Мәләүез, Күгәрсен райондарында яҙып алынған материалдар буйынса, өй эйәһе аҡ оҙон кейем кейгән бабай, күрше ҡатын, үлгән туған-тумаса, ҡара бәрәс булып та күренә кешегә. Миҫалға Мәләүез районы һәргәй ауылы Мәҙинә Ҡунаҡбаеванан яҙып алған материалдан өҙөк килтерергә була. «Бер ҡатын, әсәһе үлгәс, уның кейемдәрен йыумай ташлай. Өй эйәһе шул кейемдәрҙе кейеп, үлгән әсә ҡиәфәтендә күренә ҡатынға. Өй эйәһе шулай бер нисә тапҡыр күренгәс, ҡатын ташланған кейемдәрҙе барып ала, йыуа бәғзеләрен һалып ҡуя, бәғзеләрен ололарға, ғәрип-ғорабаға тарата. Шунан һуң ғына үлгән әсә булып күренгән өй эйәһе күренмәй башлай». Шулай итеп башҡорт мифологияһында өй эйәһе кеше ҡиәфәтендә осраған, хужаларын ҡурсалаған, уларға ярҙам иткән нәҙек оҙон аҡ кейемле кеше образында бирелә. Өй эйәһе, ышаныуҙар буйынса, төндә йөрөй, һауыт-һаба йыуа, он, йөн иләй, бәғзе ваҡыт ҡаты һулап, ынғырашып илап ала. Ул, ғәҙәттә, кешеләр менән татыу йәшәй, уларға ярҙам итә. Ошо уҡ сифаттар башҡа төрки телле халыҡтарға хас. Шул уҡ ваҡытта айырма ла һиҙелерлек. Мәҫәлән, башҡорттарҙың өй эйәһе ярҙамсыл, ҡурсалаусы, кешегә бик яҡын булһа, Себер татарҙарында ул яуыз, ҡот осҡос йәмһеҙ зат икән.Өй эйәһе образы бөтә донъя халыҡтарында осрай һәм боронғо анимизм осорона барып тоташа. Атамаға килгәндә инде өй эйәһе атамаһының ике өлөшө лә төрки сығанаҡлы өй һәм эйә һүҙҙәренән тора.
Ф.Ғ. Хисамитдинованың “Башҡорт мифологияһы” китабынан өҙөк.
Әхсән Фәтхетдинов картинаһы.