-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Сентябрь , 10:04

Үҙ көсөңә ышаныу – иң көслө дауа

Бик иркә, наҙланып ҡына йәшәп өйрәнгән ҡатын ине Гөлъямал. Әйләнгән һайын — ял йорто, әйләнгән һайын — санаторий йә больница. Ире юғары вазифа биләгәс, больницаһы ла ябай түгел — Министрҙар Кабинетыныҡы. Хәл белергә барһаң, ауырыуы, ниндәй профессор ҡарауы, ниндәй ҡиммәтле дарыуҙар алыуы тураһында гына һөйләр ине. Минең кеүек үк ауыл ҡыҙы, атаһы ла, әсәһе лә колхозсылар, бәләкәйҙән үҙе лә эшләп үҫте. Уның шул тиклем әргендек булып китеүенә аптырай торғайным. Күрәһең, кеше шартҡа ҡарап үҙгәрәлер, тип уйланым. Уның өсөн бөтә йәшәү маҡсаты — ял итеү, кешеләргә ҡарағанда затлыраҡ кейенеү, түрәләр менән бергә мәжлестәрҙә ултырыу ине. Әллә ниҙә бер барып сыҡҡан саҡта ла матур итеп, балалар хаҡында һөйләшеп, фекер алышып ултырмай инек. Сәй эсергә ултырта ла салфеткаһын эҙләй башлай — кухнялағы байлығын күрһәтеп сыға, йә, таҫтамалын эҙләгән булып, «аңғармаҫтан ғына» затлы һауыт-һабаһын күрһәтә, йә, альбом эҙләп маташҡан булып, залдағы кәштәләрендәге яңы кейемдәрен, әллә нисә пар туфлийын һәм сит илдән ире алып ҡайтҡан башҡа кейем-һалымын күрһәтеп сыға. Шулай итеп, бар бәхетен матди байлыҡта тапҡан иркә генә ҡатынға әйләнгәйне. Үҙ тормошо менән ҡәнәғәт һәм бәхетле ине. Һәм бәхетһеҙлек... Ире, вазифаларҙың иң юғарыларының береһен биләп, дачанан дачаға ғына, банкеттан банкетҡа, ҡабул итеүҙән ҡабул итеүгә генә йөрөп ятҡан мәлендә, йөрәк ауырыуынан үлеп китте. Был ваҡытта Гөлъямал да больницала ята ине һәм уны ауырыу, ысынлап та, еңгәйне, тиерлек. Сөнки йөҙө һарғайып, күҙҙәре төпкә ултырып, яурындары төшөп, ирен дә, тугандарын да оло борсоуға һалғайны. Гөлъямалды больницаға һалғас, иренән: «Гөлъямалдың хәле нисек? Больницаға барып борсоғо килмәй, шуға үҙеңдән генә белешәм», — тип һораш ҡан саҡта: «Бер генә лә арыуланмай. Балалар ҙа ныҡ борсола. Өсөһө лә өндәшмәҫ булдылар хәҙер. Эстән һыҙып ҡайғыралар», — тип, Гөлъямалдың һауығып китеренә һис кенә лә ышаныс белдермәгәйне. Врачтар иң ҡурҡыныс диагнозды ҡуйғайнылар. Һәм Гөлъямалдың ошондай хәлендә, уйламағанда, ире үлеп китте. «Йүкә өҙөләме, ҡайышмы — ҡайҙан беләһең?» тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән.

Үҙ көсөңә ышаныу – иң көслө дауа
Үҙ көсөңә ышаныу – иң көслө дауа
Ерләгән саҡта ирҙең үлеменә ҡарағанда ла ҡатындың ауырыуы нығыраҡ ҡайғыға һалғандыр. Ике яҡтан ҡултыҡлап, машинанан машинаға ғына ултыртып, врач күҙәтеүе аҫтында ғына йөрөттөләр. Гөлъямал ирен ерләгәндән һуң ҡабаттан больницаға инеп китте һәм был юлы оҙаҡ ятманы. Ҡайтты ла балалар хаҡында хәстәрлекте, донъя көтөүҙе үҙ өҫтөнә алды. Уның хәле аҡрынлап яҡшыра башланы. Яҡшырған һайын сәләмәтләнеүенә ышанысы артты. Ышанысы артҡан һайын, сәләмәтләнә барҙы. Гөлъямалдың үҙгәреүе, сәләмәтләнеүе күҙгә күренеп барҙы. Хәл белергә барып: «Хәлең нисек?» — тигән һорауға ла, ғәҙәтенсә: «Яҡшы. Ошонан айырмаһын Хоҙай», — тигән яуап бирмәне: «Яҡшы. Аллаға шөкөр. Балаларым хаҡына һауыҡтым бит!» — тип яуап бирә ине. Уны дауалаған табип минең яҡын танышым ине. Был ғәжәп шатлыҡтың ғилләһе тураһында һораштым. Ваҡытлыса ғына яҡшырып, аҙаҡ ауырыуы тағы еңеп китмәҫме, тип борсолдом. — Юҡ, — тине ул, үҙе лә ҡыуанысын йәшерә алмай, киң йылмайып. — Гөлъямал сирен еңде. Уның ихтыяр көсө, ышанысы еңде. Мин уға былай тинем: «Балаларыңды тома етем ҡалдырмайым тиһәң — һауыҡ. Барыһы ла үҙ ҡулыңда», — тинем. Көн һайын иртәнсәк ас ҡарындан бына мин биргән дарыуҙы эсеп ебәр, кис ҡатыҡ эсеп ят, шунан, һауығам, барыбер һауығам, ауырыуҙы еңәм, тип ҡабатла, тинем. Был дарыу шул тиклем көслө, бик аҙлап ҡына ҡуллан. Ҡайнатып һыуытылған һыуға семтем генә һалып татыт та эс, — тинем. Уның дарыуға ышанысы һәм балалары алдындағы яуаплылығы шул тиклем көслө булды — ул һауыҡты. Яман шештең эҙе лә ҡалманы. Был хәл минең үҙемде лә аптыратты. — Ниндәй дарыу ул? — Бик көслө дарыу. Үҙ-үҙеңә ышаныс тигән дарыу. Күреүебеҙсә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү йәшәүҙән төңөлөүгә тиклем еткерһә, эске мөмкинлегеңде файҙаланып, үҙ-үҙеңдә ышаныу, инаныу тойғоһон көсәйтеп ебәрһәң, тау аҡтарырлыҡ ҡеүәткә эйә булаһың.
 
Мәрйәм Бураҡаева
Автор:
Читайте нас: