-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Сентябрь 2024, 08:17

ҠЫУАНДЫҠТЫҢ ҠЫУАНҒАНЫ

Ҡыпсаҡтағы Ҡыуандыҡҡа Ҡәҙриә, Ҡыям ҡунаҡҡа ҡайтты. Ҡыуандыҡ ҡарындашының ҡайтҡанына ҡыуанды, ҡосаҡлап ҡыланды. Ҡыуандыҡтың Ҡафияһы ҡыш ҡарҙа ҡаҙан ҡайнатҡан, Ҡарайғырҙы ҡороҡлаған ҡыйыу ҡатын. Ҡырпаҡ ҡарғаса ҡырҡлаған ҡаҙ ҡарай. Ҡафия ҡоймағын да ҡойған, ҡарағатын да ҡайнатҡан, ҡунаҡтарына ҡаҙы, ҡабартма ҡуйҙы, ҡымыҙ ҡойҙо, ҡаты ҡоротон да ҡыҙғанманы. Ҡыҫтапмы-ҡыҫтаны Ҡафия ҡунаҡтарын. Ҡыҙ-ҡырҡын Ҡафияның ҡораған ҡорамаһына ҡыҙыҡты. Ҡунаҡтың ҡыҙыуында Ҡәҙриә Ҡыямын Ҡәйүм ҡоҙаһынан ҡыҙғанып ҡыйналды:

ҠЫУАНДЫҠТЫҢ ҠЫУАНҒАНЫ
ҠЫУАНДЫҠТЫҢ ҠЫУАНҒАНЫ

Ҡарамалыла ҡарама,
Ҡарамаға ҡарама.
Ҡара ҡашың ҡыймылдатып,
Ҡарпышыма ҡарама.
Ҡыям ҡыҙарҙы, ҡоҙаларынан ҡыйынһынып ҡыйпысыҡланды. Ҡараңғылағас, Ҡыям Ҡайраҡлыһына ҡасып ҡайтырға ҡарһаланды. Ҡасһа ла ҡоро ҡасмаған, ҡәһәрең, ҡайнағаһы Ҡасимдың ҡамытын ҡулына, Ҡафияның ҡырҡ ҡаҙының ҡап-ҡараһын ҡултығына ҡыҫтырған, ҡабаланып, ҡайынеңгәһенең ҡатаһын ҡуңалтаҡ ҡатҡан. Ҡамыт Ҡәйүм ҡыйыш ҡатанан ҡурҡып, ҡолап, ҡолағын ҡанатҡан, ҡатыуын ҡалҡытҡан. Ҡасҡан Ҡыямды Ҡәҙриә, Ҡафия Ҡарамалынан, ҡәйнештәре Ҡартсабындан Ҡараталға ҡарай ҡаманылар.
Ҡасим "ҡамыт, ҡамытым...", ҡәйнештәре "ҡыу, ҡыу..", Ҡәҙриә "ҡал, ҡал...", Ҡафия "ҡаҙ, ҡаҙ..", Ҡыуандыҡ "ҡуй, ҡуй...", ҡысҡырҙылар. Ҡыҙыу ҡыпсаҡтар ҡарағайлыҡты, ҡайынлыҡты ҡалдырмай ҡараны. Ҡыҙ-ҡырҡынды ҡурҡытып, ҡуян ҡамышлыҡтан ҡасҡас, ҡараһалар, Ҡыям ҡайғырып ҡына ҡаты ҡоротҡа ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы ҡушып ҡапҡылай. Ҡафия ҡаҙының ҡуҙҙа ҡыҙҙырылмағанына ҡыуанды. Ҡыям ҡупырыҡ ҡәйнештәренә ҡаршылашты, ҡайрылып ҡаҡшаны. Ҡыҙыулыҡтан ҡылған ҡылығынан ҡыйынһанһа ла, Ҡыям Ҡараталда ҡалманы. Ҡайтҡанда ҡара ҡаҙ ҡаңғылдап ҡаҡшатты.
Ҡыуандыҡ Ҡыямдың ҡайтҡанына ҡыуанды. Ҡыуандыҡтың ҡыуанғанына ҡалғандар ҙа ҡыуанышты.
Ҡарағанат ҡарғалар
Ҡарҡылдаша ҡуймай.
Ҡыуандыҡ та, Ҡыям да
Ҡәҙриәнән ҡурҡмай.
- Ҡуй, ҡаранмағыҙ, ҡорғанды ҡороғоҙ. Ҡәҙерләгәндәрендә ҡәҙерләнеп ҡалайыҡ...
Ҡыпсаҡтарҙың ҡыйналғанын ҡарап ҡаҡшаусы
Ҡыҙыҡбикә Ҡыуанғанова исеменән:
Айһылыу БАЙБАҠТИНА.
Йылайыр районы.

Автор:
Читайте нас: