-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Сентябрь 2024, 08:13

Тыумай ҡалған сабыйҙар язаһы (Булған хәл)

Сираттағы кесаҙна. Был көндө, ғәҙәттә, баҡыйлыҡҡа күскән туғандарыма хәйер бирәм. Ләкин был юлы тыуған ауылымдан ситтә булыуым сәбәпле, ҙур сауҙа йорто тупһаһында балаһын ҡосаҡлап ултырған бер ҡатынды ҡыуандырырға булып, алдына аҡса һалдым. Йөҙәрлектәрҙе күреп, ул башын күтәреп ҡараны ла, әрүәхтәрең өсөн доға ҡылырмын, исемдәрен әйт, тине. Әйтеп сыҡтым. Ул миңә хәйер өмөт иткән тағы ла берәүең бар бит, ти. Белгәндәремдең бөтәһен дә атап сыҡтым. Ләкин ул юҡ, тағы ла берәү бар, ул һеҙҙән хәйер һорай, ти. Аптырауға ҡалдым. Үҙенән алда балаларын, ирен ерләгән, һеҙҙән башҡа уның бер туғаны ла ҡалмаған тине. Шунда ғына иҫемә төштө. Фәриҙә инәй!.. Сыбыҡ осо туған шул. Исемен әйтеп, уның фиғелен һүрәтләп биреүемә, эйе, тап шул тине. “Уның алдында бөтә ишектәр ҙә ябыҡ, йәне тыныслыҡ тапмай, үрһәләнә. Ҡылған гонаһтары өсөн уға шундай яза бирелгән. Ҡорбан салдырып, аят бағышлатып, хәлен еңеләйтә алаһығыҙ...” - тип ҡуйҙы.

Тыумай ҡалған сабыйҙар язаһы (Булған хәл)
Тыумай ҡалған сабыйҙар язаһы (Булған хәл)

Фәриҙә инәй... Күпме кешене зар илатҡан, шул уҡ ваҡытта ярҙам иткән кеше теге донъяла гонаһтары өсөн яуап тота икән. Күрәһең, ҡылған изгелегенә ҡарағанда, гонаһтары күберәк. Эйе, кешене имләп, дауалап ҡына ҡалманы шул, боҙом менән дә булышты, тиҙәр. Ул шундай ҙур көскә эйә булған. Хатта юлында осраған йыланды ла ҡарашы менән үлтерер булған, тип ололарҙың һөйләгәне хәтерҙә ҡалған. Уның яман эше өсөн был донъяла балалары менән ире язаһын алған да инде. Үҙе лә япа-яңғыҙ ҡалып, этләнеп барып, сатлама ҡышҡы һыуыҡтарҙа урамда үлеп ҡалды. Ҡайһы берәүҙәр уның үлемен ишетеп: “Бахыр, ҡотолдо”, - тиһә, икенселәре: “Уф, ҡотолдоҡ”, - тип иркен һулыш алды.

Үрге остағы Фатима инәйҙең 7 балаһы бар, тип торманы Яҙмыш ғалийәнәптәре. Хәйер, ҡайһы бер яҡындарының был донъянан иртә китеүенә, бәлки, уның шул шөғөлө лә сәбәпсе булғандыр. Кемдең эсе төшкән, кемдең мейеһе һелкенгән, быуыны сыҡҡан, бәпәй таба алмай – барыһы ла уға мөрәжәғәт итә ине. Тап ана шуның һуңғыһы өсөн, күрәһең, уның йәне ике донъя араһында ҡаңғыра. Теләгән кешеһенән балаға уҙҙыртһа ла, үҙе яратмағандарының сабыйын яҡты донъяға килмәҫ борон уҡ йәнен ҡыйырға һәләтле ине ул.

Уның янынан үҙе кеүек боҙоҡ йәнле кешеләр өҙөлмәне. Өләсәйемдәрҙең һөйләүе хәтеремдә ҡалған. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа булған был хәл. Йәше үтеп барған Вәсиләнең өс балаһы, ҡатыны булған бер иргә күҙе төшә. Бөтә ерҙә уны ҡарауыллап, һағалап, әтмәлләп үҙенә ҡаратып ала. Күп тә үтмәй ул ауырға ҡала. Бындай хәлде, әлбиттә йәшереп булмай. Иренең икенсе ҡатын менән сыуалыуы Хәсибәгә лә барып ишетелә. Балаларын атайһыҙ ҡалдырмаҫ өсөн ул ҡот осмалы аҙымға бара – Фәриҙә инәйгә мөрәжәғәт итә. Ә уныһы уға бер ус тупраҡ тоттора. Хәсибә төн яҡтыһында барып, әтмәлләнгән тупраҡты Вәсилә йәшәгән йорттоң тупһаһы алдына барып һибеп китә. Күп тә үтмәй, Вәсилә ауырын юғалта. Ҡан күп ағыуҙан, үҙен дә ҡотҡара алмайҙар.

Тағы ла бер осраҡта ул бөтә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарына хужа булып алған Мәхмүттең ярҙамсыһына әйләнә. Бер аяғына сатанлағаны өсөн фронтҡа алынмаған был әҙәм аҡтығы башҡа ир-егеттәр тыуған илдән фашистарҙы азат итеү өсөн ҡулына ҡорал алғанда, ул ауылда яңғыҙаҡ ҡатындар, хатта йәш-йәш кенә ҡыҙҙарға ла “һунар итергә” тартынмай. Кемеһенең өйөнә баҫып барып инеп, кемеһен баҫыу-ҡырҙа ҡарауыллап тороп, үҙенең ҡара эшен башҡара. Һөҙөмтәлә мәсхәрәләнгән ҡатын-ҡыҙҙар ауырын төшөртөү өсөн Фәриҙә инәйгә барып баш эйә. Үҙ теләктәре менән риза булмағандарҙы сатан Мәхмүт һөрәп алып барып, ауырын төшөртөр булған.

Бына шулай тыумай ҡалған сабыйҙарҙың язаһы уны ебәрмәй ҙә инде. Уның йәне теге донъяла ла зар илай.

Булған был хәлде һөйләгән ҡатын күптән түгел Фәриҙә инәһе өсөн ҡорбан салдырыуҙары хаҡында белдерҙе. Бәлки, хәҙер уның йәне тыныслыҡ табыр... 36 йылдан һуң...

Лилиә ТАКАЕВА.

https://hakmar.ru/articles/din-m-iman/2022-07-26/tyumay-al-an-sabyy-ar-yaza-y-bul-an-h-l-2886800

 

Автор:
Читайте нас: