+8 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
10 Сентября 2024, 04:35

Күҙеңде йом, әбей!..

Беҙҙә һуғыш ветераны йәшәне. Fүмере буйы күрше ятҡан Васильевка ауылынан ат менән почта ташыны, шунан пенсияға сыҡты. 

Күҙеңде йом, әбей!..Күҙеңде йом, әбей!..
Күҙеңде йом, әбей!..

Йыуаш, әҙәпле, йомшаҡ һүҙле ине ул. Эргә-тирәһендәгеләргә ҡатырғанып, төрпө өндәшеүен хәтерләмәйем. Бер заман ҡарсығы бының теңкәһенә тейә башлай, сабырлығын юйҙыра, түҙемен өҙә. Бабай, яһилланып әбейен ҡаты ғына итеп бәргесләп алырға хәл итеп әҙерләнеп бөткәс, тегеһен етәкләп өйгә индерә лә мөйөшкә ҡыҫырыҡлап дебет шәл менән елпетә башлай, үҙе ыңғайы бер хәстәрлекле һамаҡлай икән: «Хәҙисә, мин һуҡҡанда абайла, шәлдең сәсәге күҙеңә тейеп ҡуймаһын!.. »

Автор:
Читайте нас