-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Август 2024, 10:42

Иҫке самауырҙы нисек ялтыратырға?

Тәмле ризыҡтар бешереп, уңғанлығы менән дан алған Гөлгөнә Байегетова матур һәм ҡыҙыҡлы кәңәштәр менән ураҡлаша:

Иҫке самауырҙы нисек ялтыратырға?
Иҫке самауырҙы нисек ялтыратырға?

Иҫке самауырҙы нисек ялтыратырға?
Иң тәүҙә, саңын, бысрағын таҙалап йыуып,  ярты лимон киҫәге менән самауырҙың бөтә булған ерен ышҡып сыҡтым. Бер аҙ ваҡыт торғандан һуң, таҙа һыу менән сайып, һөртөп ҡуйҙым.  Төҫө тоноҡланған самауыр өр-яңы була ла ҡуя. Эсенә лә лимон кислотаһы һалып ҡайнатып алырға була.

Гибискус тип аталған гөлөм, сәскәгә бөрөләнеп, инде бер аҙна була, асылмай тик ултыра. Көн дә барып ҡарайым, юҡ , асылмай! Ниһайәт, бер әмәл иҫемә килеп төштө:  гөлдө ҡурҡытып алһаң сәскә ата тиҙәр.  Кис гөл янына барып: "Сәскә атмаһаң, бына ошо ереңдән киҫеп аласаҡмын, белдеңме? Ҡайсы йәки бысаҡ менән киҫеп аласаҡмын прям ошо тапҡырҙан!", - тип ҡайһы еренән киҫәсәгемде күрһәтеп ҡуйҙым. Иртәнсәк йоҡонан тороуыма, ни күрәм, гөл сәскә атҡан!
Мәрәкә кеүек тә ҡабул итегеҙ, әммә ысынлап та шулай иткәндәрен ишеткәнем бар.

Автор:
Читайте нас: