+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Август , 19:13

НИМӘ УЛ МӨХӘББӘТ❓ ❤

-

НИМӘ УЛ МӨХӘББӘТ❓ ❤
НИМӘ УЛ МӨХӘББӘТ❓ ❤

Бешкәс, ҡаҙҙың тәмле боттарын әсәйем гел генә атайыма һала. Ә үҙе ҡанаттарын ашай.
Илнур, 6 йәш.

Ауыҙында бер теше булмаһа ла, өләсәйем олатайымды барыбер ярата.
Ләйсән, 6 йәш.

Мөхәббәт булғанда егеттәр күп итеп одеколон һөртә, ә ҡыҙҙар – хушбый. Һәм улар осраша. Шунда улар бер-береһен еҫкәйҙәр ҙә еҫкәйҙәр…
Кәрим, 5 йәш.

Нимә булһын инде мөхәббәт… Атайымды эштән һағынып-һағынып көтәбеҙ бит әсәйем менән… шул була мөхәббәт.
Илмира, 4 йәш.

Автор:
Читайте нас: