-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Август 2024, 20:14

ИР-ЕГЕТТӘР

-

ИР-ЕГЕТТӘР
ИР-ЕГЕТТӘР

Ысын ир-егеттәр һирәк осрай:
Улар әйткән һүҙен тоталар,
Улар һүҙгә һаран, эшкә – йомарт,
Тормош йөгөн төптән тарталар.

Ысын ир-егеттәр киң күңелле,
Ваҡ-төйәккә асыу һаҡламай,
Кәрәк икән, ярҙам ҡулын һуҙа,
Үткән үпкәләргә ҡарамай.

Ысын ир-егеттәр уй-фекерен
Һүҙ ыңғайы илгә фашламай.
Хаталарҙы ул кисерә белә,
Ауырлыҡта дуҫын ташламай.

Ысын ир-егеттең үҙ башы бар –
Ҡабатламай кеше фекерен,
Ул хәҡиҡәт итеп иҫбатламай
Бисә-сәсәләрҙең эс керен.

Ысын ир-егеттең ышығында
Ҡатын-ҡыҙға тыныс, уңайлы,
Балалары уның шат, бәхетле,
Ата-әсәләре ҡараулы.

Ысын ир-егеттең мөхәббәте
Бөтә ғүмеренә бер генә,
Һайлап алған ошо берәүенән
Айыра алыр һалҡын гүр генә.

Ысын ир-егеттәр ил хәстәрен
Иңдәренә һала аһ-зарһыҙ.
Шундай ир-егеттәр тураһында
Хыялланмай ниндәй ҡатын-ҡыҙ?!

Фирүзә Абдуллина

Фото Айбулат Дәүләтбаев сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас: