+17 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
14 Августа 2024, 07:22

Федераль каналдарҙағы тапшырыуҙар башҡорт телевидениеһынан айырыламы?

– Федераль каналдарҙа һеҙ­ҙеке ише тапшырыуҙар күп кенә, улар башҡорт телевиде­ние­һынан айырыламы? Был айырма нимәлә?

Федераль каналдарҙағы тапшырыуҙар башҡорт телевидениеһынан айырыламы?Федераль каналдарҙағы тапшырыуҙар башҡорт телевидениеһынан айырыламы?
Федераль каналдарҙағы тапшырыуҙар башҡорт телевидениеһынан айырыламы?

Гөлсөм ИШТАНОВА:

– Һис шикһеҙ, айырыла. Федераль каналдағы тапшырыуҙа алып барыусылар, эксперттарын шарт-шорт туҡтатып, артабан китә, әҙәп­һеҙерәк ҡылана кеүек. Ә беҙ халҡы­быҙҙа булған әҙәп тойғоһон һаҡлай­быҙ. Кешене матур итеп туҡтата белергә кәрәк, йылдар үтә килә мин дә быға өйрәндем. Беҙҙең тап­шырыуҙа төп талап – туған телеңдә һөйлә. Кемдер тырыша, нисек бул­һа ла фекерен әйтә. Мин ундай­ҙарҙы “әҙәби телдә мин һөйләйем, һеҙ нисек булдыраһығыҙ, шулай һөйләгеҙ” тип йыуатам.  Күңел­дә­рен төшөргө килмәй. Бер эшҡыуар килгәйне, “үҙ телемдә матур итеп һөйләшә алмайым” ти. Ингәнсе борсолдо, ҡыйынһынды. Һөҙөм­тәлә, камералар тоҡаныу менән матур, аңлайышлы итеп һөйләп, ҡатмарлы запчастар тураһында аңлатып сыҡты. Әйткәндәй, алдан “Башҡортостан” гәзитен уҡып, телдәрен шымартып килгәндәр ҙә бар.

Мәҡәләнән өҙөк - https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-12-23/g-lsim-ishtanova-temany-asa-alma-am-borsolam-3085030

 

Автор:
Читайте нас