+13 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
13 Августа 2024, 13:09

Иртәнгә ҡәҙәр фәрештәләр ләғнәт ҡылмаһын өсөн иреңде асыуландырма

Ғүмәр ибн Ғүмәр бәйғәмбәребеҙ һүҙҙәрен риүәйәт итеп: "Ике төрлө кешенең намаҙы ҡабул булмай: хужаһынан ҡасҡан ҡолдоң (кире ҡайтҡанға тиклем) һәм иренә буйһонмаған ҡатындың (тәүбә иткәнгә ҡәҙәр)", - ти.

Иртәнгә ҡәҙәр фәрештәләр ләғнәт ҡылмаһын өсөн иреңде асыуландырмаИртәнгә ҡәҙәр фәрештәләр ләғнәт ҡылмаһын өсөн иреңде асыуландырма
Иртәнгә ҡәҙәр фәрештәләр ләғнәт ҡылмаһын өсөн иреңде асыуландырма

Әгәр ҙә ирең йоҡларға саҡыра икән, һин уны инҡар итмә һәм иреңдең һиңә асыуланып төн үткәреүенән һаҡлан. Ирең асыулана торған булһа, уны тынысландырырға һәм ҡәнәғәтләндерергә ашыҡ. Сөнки иреңдең асыуына фәрештәләр һиңә асыулана.

Әбү Һөрәйрә бәйғәмбәребеҙ һүҙҙәрен риүәйәт итә: "Әгәр ҙә ире ҡатынын үҙенең янына йоҡларға саҡырһа һәм ҡатыны уны инҡар итеп, ире асыуланған хәлдә төн сыҡһа, фәрештәләр ул ҡатынды иртәнгә ҡәҙәр ләғнәтләр" .

Ҡатындың иренә буйһоноуҙа бер нисә файҙа бар: ирең сит ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарамай; уның алдында бурысыңды үтәйһең; үҙеңде ләғнәттән һаҡлайһың һәм сауап алаһың.

 

" Ир менән мөғәләмә итеү серҙәре"нән.

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-01-21/irt-ng-r-f-resht-l-r-l-n-t-ylma-yn-s-n-ire-de-asyulandyrma-3611629

 

Автор:
Читайте нас