+26 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
12 Августа 2024, 15:27

"Тивизия"

Әсәйемдең лөғәтендә бар ине "тивизия" һүҙе.

"Тивизия""Тивизия"
"Тивизия"

Әсәйемдең лөғәтендә бар ине "тивизия" һүҙе. Самаһыҙ күп тигәнде ул шулай аңлата торғайны. Күүүп тигәнде аңлатҡан тағы ла бер һүҙе "бупалам" булды. Атайым: "Мәрйәм, бупалам яртылаш була бит", — тип күпме генә уны төҙәтһә лә, әсәйем үҙ һүҙендә ҡалды. Йәғни улар тулы ҡанлы тормош менән ғүмер итте, яртылаш йәшәмәне, 1951 йылда өйләнешеп, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләр-бүләсәрҙәре, кейәү-килендәре менән бергә етмештән ашып киттек. Әсәйем дөрөҫ әйткән, ысынлап та, "тивизия", "бупалам" булған.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
1004-се күҙәтеү

Урал Мөхәмәтшин картинаһы.

Автор:
Читайте нас