+14 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
11 Августа 2024, 08:47

Йәреш нимәне аңлата?

Ошо һүҙҙе ишеткәнегеҙ бармы? Ҡайһы осраҡта әйтелә?

Йәреш нимәне аңлата?Йәреш нимәне аңлата?
Йәреш нимәне аңлата?

Бәләкәй  саҡта атай-әсәйҙән әр һүҙен дә , яратыу-иркәләү һүҙен дә күп ишетәһең бит инде.

Туғыҙ бала көткән атай-әсәйгә беҙҙе алдына алып яратып, арҡанан буйы менән тупылдатып һөйөп ултырыу ҡайғыһы булмағандыр – һәр хәлдә, мин быларҙы иҫләмәйем.

Әсәйем, мәҫәлән, беҙҙе бизумалар, тип әрләй ине.  Башҡа берәүҙән дә был һүҙҙе ишетмәгәс, ыста, ҡалай әсәйем оятһыҙ һүҙ әйтеп беҙҙе әрләй, тип уйлай инем. Урыҫ ауылында байтаҡ йәшәгән әсәйем беҙҙе шулай русса әрләгән, уныһы без ума , тигән яп-ябай һүҙ булған бит!

Атай мәрхүм дә иркәләп-наҙлап барманы – уларҙың балаһы туғыҙ булһа, эше миллион булды. Иртәсел кешене яратыр ине. “Ана, Айгөлөк тә торған!”-тигән маҡтау һүҙен ишетер өсөн , йыбанһам да, иртә тора инем. Уның ошо һүҙе миңә иң ҙур баһа булды.

Беҙ берәй күңеленә ятмаған нәмә эшләһәк,атайым: “Йәреш!”-тиер ине.

ЙӘРЕШ, ЙӘРЕШТӘР һүҙен ишеткәнегеҙ бармы? Ул нимә аңлата, ҡайһы осраҡта әйтелә? Һеҙгә ошолай тип өндәшкәндәре булдымы?

Автор:
Читайте нас