«Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары пациенттарҙың эсенән нимә алғандарын күрһәтте » тигән яңылыҡты уҡығас ошо хәл-ваҡыйға иҫкә төштө. Үҙенсәлекле стенд «Сирлеләрҙең ашҡаҙан-эсәк юлынан, ҡурылдайынан һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығынан эндоскопик ысул менән алынған сит есемдәр»ҙән тора икән. Улар араһында пружинка, скрепка, батарейка, теш щеткаһы, ҡалаҡ, аҡса, шырпы ҡабы, ҡаҙаҡтар бәйләме, 0,25 миллилитрлы шешә, хатта билдәһеҙ матдә тултырылған ампула ла бар. Коллекция Республика клиник дауаханаһы диагностика корпусының дүртенсе ҡатында урынлашҡан. Күп кенә предметтарҙы психиатрия клиникаларынан килтерелгән психик ауырыуҙарҙың эсенән алғандар. Ләкин башҡа осраҡтар ҙа теркәлгән, әйтәйек, тотҡондоң эсәгендә ҡырыныу бәкеһенең алмаш лезвиеһы табылған. Донъяла ниҙәр булмаҫ, беҙ белмәгән нәмәләр күп инде ул.