+13 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
2 Августа 2024, 09:38

Вәт, тамашааа! Күҙҙәр ҡамаша!

Миәкә районы Сатый ауылында йәшәй ул уңған ҡатын-ҡыҙ. Айгөл Ғафарованың ишек алдында  сәскәләрҙең төрлө төҫтәренән күҙҙәр ҡамаша. Ниндәй генә төрө, ниндәй генә төҫө юҡ бында!..

Вәт, тамашааа! Күҙҙәр ҡамаша!Вәт, тамашааа! Күҙҙәр ҡамаша!
Вәт, тамашааа! Күҙҙәр ҡамаша!

Ҡышын уҡ эшен башлай ҙа йәй буйы күҙҙең яуын алырҙай аллы-гөллө сәскәләр араһында бал ҡортолай бөтөрөлә ул. Айгөл һоҡланғыс петуния үҫтереү серҙәре менән бүлеште:

Петунияны ла, башҡа ваҡ орлоҡтарҙы ла еүеш тупраҡтың йә торф таблеткаларының өҫтөнә генә сәсәбеҙ. Үтә күренмәле шыптыр йә һауыттың ҡапҡасы менән ябабыҙ ҙа йылы, яҡты урынға ҡуябыҙ. 5 – 7 көндән, шытып сыҡҡас, ҡапҡасты алабыҙ, яҡты урынға урынлаштырабыҙ.

Бер айҙан үҫентеләрҙе һирәкләтеп ултыртабыҙ. Тағы ла бер айҙан берәрләп стакандарға күсерәбеҙ. Уларҙың төбөн тишәбеҙ, сөнки артыҡ һыу һарҡып сығырға тейеш.

Петуния ҡояшлы урында, өлгөргән серетмә һалынған йомшаҡ ҡына тупраҡта үҫергә ярата. Һыуҙы артыҡ күп һипкәнде үҙһенмәй.

Петунияның ҡыуаҡлы сорттары һуҡмаҡтар буйлап үҫтереүгә ҡулай.

Ампель сорттары ергә һирәк сәселә, уларҙың араһы 1 – 1,5 метр тәшкил итергә тейеш, сөнки бер сәскә 1 – 3 квадрат метр ерҙе биләй. Һауытҡа ултыртһағыҙ, 5 литрҙан да кәм булмағанын һайлағыҙ. Мәҫәлән, тайдал сортын кәмендә 30, ә иң яҡшыһы 200 литрлыҡ һауытҡа ултыртыу яҡшы.

Петуния һыуыҡҡа сыҙамлы. Тамыры яҡшы үҫешкән үҫентене ергә ултыртһағыҙ, ул 10 градус һалҡынға ла бирешмәҫ. Тамыры бик яҡшы үҫешмәгән булһа, 0 йә 1 градус һалҡынды кисерә ала.

Шуны ла әйтеп үтәйек: петуния күпереп сәскә атһын өсөн, профессиональ орлоҡтар сәсергә кәрәк.

https://bashkizi.ru/articles/sh-p-ba-sa/2024-05-25/petuniya-3782235

 

Вәт, тамашааа! Күҙҙәр ҡамаша!
Вәт, тамашааа! Күҙҙәр ҡамаша!
Вәт, тамашааа! Күҙҙәр ҡамаша!
Вәт, тамашааа! Күҙҙәр ҡамаша!
Вәт, тамашааа! Күҙҙәр ҡамаша!
Автор:
Читайте нас