Тик ғүмер баҡый эштән айырылмаған кеше сәғәттәр буйы буш ултыра аламы ни?.. Әбей бындай хәлде ныҡ ауыр кисерә, һөйләшеүенең дә, ашауының да рәте китә. Ҡыҙына нисек тә булһа ярҙам итергә, үҙенә шөғөл табырға теләй ул. Шунан, аптырағас, көндәрҙән бер көндө иртәнге аштан ҡалған һауыт-һабаны йыуып ҡуя.
– Ниңә улай аҙапланаһың инде, әсәй? Ҡабаланғас, йыйыштырып өлгөрмәгәйнем, – тип уңайһыҙлана ҡыҙы, кисен эштән ҡайтҡас. Әммә, әбейҙең йөҙөндә бер аҙ ҡәнәғәтлек барлығын күреп, ярҙамы өсөн маҡтап, рәхмәт әйтеп ебәрә.
Әлбиттә, бармаҡтары ҡатҡан, һуҡырайған кеше һауыт-һабаны матур итеп таҙарта алмай инде. Шулай ҙа ҡыҙы был турала әсәһенә бер ни өндәшмәй, шым ғына үҙе яңынан йыуып сыға. Әбейҙең ошо рәүешле йыуаныс табыуын, “мин – кәрәкһеҙ кеше” тигән ауыр тойғонан арыныуын аңлай.
Һәм гел шулай ҡабатлана. Ауыл әбейе яйлап йәнләнә, ҡыҙының ғаиләһендә, таш диуарҙар эсендә үҙен сит тип тоймай башлай. Уның күҙе күрмәгән һәм сирләгән килеш көн һайын һауыт-һаба йыуыуы бер батырлыҡ булһа, ҡыҙының әсәһенең күңелен китмәҫ өсөн йәшереп кенә ошо уҡ эште яңынан башҡарып тороуы – йәнә ҡаһарманлыҡ.
https://ataisal.com/articles/t-rbi/2022-10-27/yabay-yna-ike-batyrly-3005808