-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Август , 21:22

Өй эйәһе

Яңы йортҡа күскәс, оҙаҡ тынысһыҙ йәшәнек. Юҡ, барыһы ла һәйбәт, тик төн еткәс өйҙә кемдер йөрөгән, ухылдаған кеүек. Ололарҙы йыйып аят уҡыттыҡ. Йортобоҙ әҙерәк тынсып торҙо ла, барыһы ла яңынан башланды. Хәҙер инде бесәйебеҙ төнөн ҡот осҡос итеп мыяулап, беҙҙең карауатҡа һикерә башланы.Йоҡоһоҙ төндән һуң ҡайғымды эштә һөйләп ултыра инем, бер хеҙмәттәш:

Өй эйәһе
Өй эйәһе

“Өй эйәһе инде. Ҡайһы бер эйәләр тыныс була, бәғзеләрен “йомшартып” торор кәрәк. Һинеке һуңғыһы рәтенә инә инде. Һин Өй эйәһе өсөн махсус матур һауыт һатып ал. Төнгөлөккә унда һөт ҡой, ҡайһы саҡта кәнфит һал да: “Эйәм, һине хөрмәт итәм, яратам, йортобоҙ ҙа, бар ризыҡ-ниғмәтебеҙ ҙә уртаҡ”,-тип әйт”,-тине.
Әлбиттә, миңә уның һөйләгәндәре әкиәт булып тойолдо. Тик үҙегеҙ беләһегеҙ, аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, ти. Иремде көлдөрә-ҡыуандыра хеҙмәттәшем әйткәнен тулыһынса үтәнем. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ошонан һуң йортобоҙ тынсып ҡалды. Төнөн рәхәтләнеп йоҡлайым, шылт иткән тауыш та юҡ. Күрәһең, беҙҙең Өй эйәһенең холҡо үҙенсәлеклелер инде.

Башдонъя

Автор:
Читайте нас: