-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Август , 14:39

Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙың иң дөрөҫ юлы – аралашыу

Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙың иң дөрөҫ юлы – аралашыу. Балалар менән, балаларыңдың балалары, туғандарыңдың балалары менән һөйләшеү. Һөйләшеү һәм бергә нимәләрҙер эшләү, башҡарыу, өйрәнеү һ.б. Ололоҡ дәрәжәһен тотоу, әммә шул уҡ ваҡытта баланы ла ғаиләнең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп ҡуйыу. Уға тәрбиәләнеүсе, иждивенец, потребитель итеп кенә ҡарамау, ә яуаплы, үҙ аллы шәхес итеп формалаштырыу. Бының өсөн ғаиләңде яратыу, уға бирелгән һәм тоғро булыу зарур.

Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙың иң дөрөҫ юлы – аралашыу
Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙың иң дөрөҫ юлы – аралашыу

Ғаилә ул интернеттағы матур фотолар ғына түгел. Ул иң ауыр саҡтарҙағы кешелекле матур мөнәсәбәттәр. Әгәр ауырлыҡта һеҙ ғаилә ныҡлығын һаҡлай алмағанһығыҙ икән, мәжлестәрҙә һеҙ бер өҫтәл артына йыйылған ят кешеләр генә. Әгәр кәрәктә һеҙ бер-берегеҙгә ярҙамға килмәгәнһегеҙ, йылы һүҙ әйтмәгәнһегеҙ, яҡты йөҙ күрһәтмәгәнһегеҙ икән, шатлыҡта йәки муллыҡта ғына күрешеү – яһалмалыҡ.

Ғаилә башлыҡтарының бурысы балаларҙы ике-өс-дүрт туғандары менән дә туғанлыҡ ептәрен һаҡларға өйрәтеү. Ололар мәле етһә китә лә, хәтирәләр генә ҡалдыра. Ә ҡалғандарға йәшәү өсөн, йолалар тотоу һәм ҡурсыулы, күсле, көслө ҡәлғәне һаҡлау өсөн үҙ-ара туғандар икәнде белеү һәм шул яҡынлыҡ йылыһын тотоу мөһим. Йәшәй-йәшәй шуға өйрәнәбеҙ...

Йәннәт Илбәкова битләүенән

Автор:
Читайте нас: