+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Ваҡыт шул тиклем ҡыҫҡа!

 Атай, һиңә бер һорау бирергә мөмкинме?- Әлбиттә! Ә нимә булды?- Атай, һин күпме аҡса алаң?- Уныһы һинең эшең түгел! – тип асыулана атаһы – Ул һиңә нимәгә!

Ваҡыт шул тиклем ҡыҫҡа!
Ваҡыт шул тиклем ҡыҫҡа!

- Былай ғына. Белгем килә. Шулай ҙа, атай, әйт әле, сәғәтенә нисә һум алып эшләйһең?
- 500 тип әйтәйек. Шунан?
- Миңә 300 һум бирә алаһыңмы?
- Берәй ҡый-шаҡый алырға уйлайһыңмы? – тип йәне көйөп китә атаһының. – Бар, йоҡла! Улай эгоист булырға ярамай. Мин бында булһын тип көнө-төнө эшләйем, ә һин шуны юҡ-барға туҙҙырырға теләйһеңме?
Бала шым ғына бүлмәһенә инеп китә. Ашап, ял итеп алғандандан һуң атаһы тыныслана, улы менән булған һөйләшеүҙе анализлай һәм: “Ҡыҙып киттем. Бәлки уның ысынлап та берәй кәрәк нәмә алғыһы киләлер. Өс йөҙ улай ҙур аҡса түгел инде”, - тип уйлап, улына аҡса бирергә була.
- Йоҡлайһыңмы, улым?
- Юҡ, атай, былай ғына ятам.
- Бая ҡыҙып киттем шикелле. Бөгөн ауыр көн булды... Мә, бая һораған аҡсаң. Ал теләгән нәмәңде...
Малай йылмайып ебәрә.
- Рәхмәт, атай!
Унан яҫтығы аҫтынан тағы ике йөҙлөк килтереп сығара, тегеләренә ҡуша. Быны күргән атаһының яңынан асыуы ҡабара.
- Аҡсаң булған бит!
- Етмәй ине, бына хәҙер норм, - тип яуаплай улы. – Атай, бында теп-теүәл 500 һум. Мин һинең бер сәғәт ваҡытыңды һатып алғым килә. Зинһар, иртәгә эштән иртәрәк ҡайт әле? Киске ашты бөтәбеҙ бергә ултырып ашағы килә...

🛑Ваҡыт шул тиклем ҡыҫҡа! Шуға ла ла үҙебеҙҙе тулыһынса эшкә, йә бөтмәҫ мәшәҡәттәргә бағышламаһаҡ ине. Баланың да бала сағы бик тиҙ үтеп китер. Ә ул һиңә бәләкәй сағында мохтаж. Үҫкән, үҫешкән мәлендә һинең менән бергә булғыһы, һинән йәшәргә, тормош серҙәренә өйрәнгеһе, һинең ярҙамыңды, һинең йылыңды, яҡынлығыңды тойғоһо килә...

 

Гөлнара Мостафина

Автор:
Читайте нас: