Иҫкегә тейһәң иҫең китер, ти торғайны әсәй элекке берәй әйберҙе ҡутарып ташлаһа. Ысынлап та, уйлап баш етмәҫлек ҡат ҡат йүрмәү ята бит боронғолоҡ әйберендә.
Юҡ, һырылған юрған һүтергә уйламайым. Бөгөн һүҙем үҙем үҫкән осор менән бөгөнгө көн хаҡында.
Аптырауым, хайрандар ҡалыуым, һәм һуңғы сиктә ҡайһы бер күренештәргә шул тиклем йәнем әсеү касафатында был иҫкегә ҡағылыуым.
Нимә тип һүҙ башларға ла белмәйем. Шулай ҙа, хәтерҙә ҡалған бер мәлде тотоп алдым әле.
Көҙ етә башлаһа һарай, өй нигеҙҙәрен һылауға ат тиҙәге ташып балсыҡ баҫа торғайныҡ. Ауылда ат күп түгел, скотниктарҙа ғына тиерлек. Кистән уларҙың ҡайһы тирәгә ат тошағанын ҡарап ҡуйып, иртән теге "сыръё" кибеп, йә ҡош ҡорт тарафынан һибелмәҫ элек барып йыйып алына ине. Ферма һарайҙары ла балсыҡ менән һыланды, унда ла конюшняны һыҙырып тиерлек тиҙәк алына ине. Хәҙер урам тышына аяҡ баҫыр ер юҡ, ҡайҙа ла шул "тубырсыҡ".
Көнләшкәндән әйтмәйем, ҡәҙерһеҙ мал заманы килде. Яҙға тартым мал тыуар яшығып китеүсән, малһаҡ булмаған хужалар аттарын ҡарамау арҡаһында унда-бында күтәрткән ҡолон-тай ятыуы хаҡында иғландар килеп сыға. Йәнем әсей шул малҡайҙар өсөн. Ҡарамағас, тәрбиәләмәгәс, нимә өсөн көтә икән ул кеше малды яфалап?
Иҫәп артынан ҡыуыу, кемделер уҙҙырып ебәрергә маташыу ғыналыр был. Башҡасаға башым етмәй ҙә.
Тағы ла шул иҫкегә тотонам. Беҙ үҫкәндә ауыл көтөүендәге ҡайһы һыйыр кемдеке булыуына тиклем танып белеп торҙоҡ. Берәйһе көтөү ҡаршыларға сыҡмаһа, һыйырын ҡапҡаһын асып индереп ебәрә инек. Ә хәҙер күрше күршеһенең малын танымай. Белмәүҙе хуп күрә. "Уның малы күп тә инде, барса юғын нисек иҫләп бөтмәк ?!"- тип яуаплай. Хаҡлыҡ бар ҙа кеүек. Ике һыйыр көткән кеше күмәк маллыға иҫәпләнә ине элек. Өс кәбән бесән ҡойғандарға ауыҙ асып һоҡланып ҡараныҡ. Кеше күп мал көтөргә ынтылманы. Булғанды аш итеп ашап, байыйым тип уйламаны ла. Эштән бушамауы ла баш бирмәгәндер инде. Кеше айырымланманы, баш ҡалҡытҡандан күмәк хужалыҡ өсөн баш баҫты.
Яңыға тейһәң... Үҙе өсөн генә тырышҡан бөгөнгө әҙәм, башҡаның тамағын да, балаһын да уйламай. Баҫып бесәнен сабырға ла, малын урлап һуйырға ла, намыҫын тапап алдаҡ менән яла яғырға ла тартынмай..
Иҫке һәм яңы араһында ҡәҙер тигән нәмә юғалыуы ярылып ята : мал ҡәҙере, ваҡыт ҡәҙере, кеше ҡәҙере, туған ҡәҙере, аҡса ҡәҙере, бала ҡәҙере, ғүмер ҡәҙере...
Больницала ятҡан саҡтв бер ҡатындың "ошо баламды ғына табып алайым әле, барыһының да артына тибеп аҡсаһына донъямды бөтәйтәсәкмен !"- тигән һүҙенә эстән аптырағайным. Аңлауымса, ул ҡәйнәһе һәм иренә асыулы ине. Аҡса өсөн, донъя малы туплау өсөн табамы әсә баланы?
… Алдаҡ донъя. Байлыҡ тип күҙе томаланған, ә малы, балаһы ҡәҙер күрмәгән дәүер бөгөн. Аҡсаһы күп, йоғошо шул тиклем аҙ...
Үҙемдең буй еткән тиклем генә үрелеп иҫкегә күҙ һалдым да, иҫтәрем китеп ул ишекте кире йүрмәнем...
"Илаҡ ямғырҙар" төркөмөнән.
https://vk.com/wall-176308108_18722