+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Урлашыуҙар...

Үҙемдең бала саҡтан башлайым әле. Минең йәштәге ололарҙың бала сағын сынаяҡ ярсыҡтарыһыҙ, мәтенән эшләнгән уйынсыҡ мейес, мәте икмәк, ялтырап торған төрлө формалағы таштарһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмайҙыр ул. Сынаяҡ уйнамаған ҡыҙ бала булмағандыр, хатта беҙҙең уйындарға тиҫтер малайҙар ҙа ҡушылып китер ине. Шул тиклем ҡыҙыҡ, ысын тормоштоң бәләкәй сағылышы ине ул уйындар. Сынаяҡ ярсыҡтарын ҡайҙан ғына эҙләмәйбеҙ, хатта йыуынты һыу түккән урындарҙы ҡарап, тапһаҡ йышып-йыуып алабыҙ ҙа алтын тапҡандай ҡыуанабыҙ. Алтындың да төҫөн белгәнбеҙ әле ул, ялтырап торған һары ғыналарын "алтын сынаяҡтар" тип, ә шул һары менән биҙәктәр төшөрөлгәнен, йәки ситтәренә һыҙылғанын "алтын ялатылған" тип бик ҡәҙерләп уйната торған инек.

Бер ваҡыт беҙҙең бер биҙрә шундай сынаяҡтарыбыҙ юғалды, ысын ҙур биҙрә менән. Әсәйем беҙҙең уйынсыҡтарҙың туҙып ятҡанын яратмай һәм иҫке биҙрә, тишек кәстрүл кеүек үҙе ҡулланмаған әйберҙәрен беҙгә биреп уйынсыҡтарыбыҙҙы уйнап туйғас, шунда тултырып ҡуйырға ҡуша ине. Кем алғанын уйлап-уйлап осона сыға алманыҡ та кешеләрҙең бесәнгә китеүҙәрен һағалап ҡапҡаларын тикшереп сыҡмаҡсы булдыҡ.
Үҙебеҙҙең тирәләгеләр бөтәһе лә туған, бергә уйнайбыҙ. Шуның өсөн икенсе кешеләрҙең ҡапҡа эстәрен тикшермәксе булып, иң беренсе Хәйбулла ағайҙың ихатаһына инергә булдыҡ. Минең "отряд" һәр ваҡыттағыса әҙер, берҙәм, ни уйлайбыҙ, шуны эшләйбеҙ. Етеш, матур, бөхтә йәшәгән Хәйбулла ағайҙың бөтә балаларын да алып бесәнгә киткәнен һағалап, көтөп йөрөп, кәртә артынан саҡ инер урын табып (урамдан йөрөп булмай, кеше күрәсәк) ихаталарына индек. Инеүгә индек, эҙләйбеҙ, биҙрә лә, сынаяҡ ярсыҡтары ла күренмәй. Келәт, аласыҡ бикле. Кире боролдоҡ, тик күҙ тышта торған умывальникка төштө бит, дөрөҫөрәге уның янына ҡуйылған һабынға😂 Күмәкләп һөйләшеп, һабынды алып китергә булдыҡ. Аҡ ҡына, тәмле еҫе сығып торған һабын. Эй йыуындыҡ теге һабын менән һыу буйында, эй йыуындыҡ - теге һабын кәмемәй ҙә исмаһам. Өйгә беребеҙҙең дә алып ҡайтаһы килмәй, әсәйҙәрҙән ҡурҡабыҙ. Һо! Белеп ҡалһалар, арҡаңа ҡабыҡ бәйләһәң дә сыҙай алмаҫһың! Ундай ҡылыҡты әсәйем дә, еңгәй-апайҙарым да яратманы. Ахырыһы, һабынды күренеп торған ергә, таш өҫтөнә һалып киттек. Һыуға килгәндә күреп алырҙар әле, йәнәһе😂
Алдылармы, юҡмы - белмәйем, ну ул һабын өсөн һуғышып та алдыҡ.
Бер-ике көн үткәс, уйнап йөрөһәк, ҡапҡаһынан сыҡты ла Хәйбулла ағайҙың минең менән тиңдәш Рәйлә исемле ҡыҙы ҡысҡыра:
– Бурҙар, беҙҙең һабынды урлағанһығыҙ!
– Һеҙ беҙҙең сынаяҡтарҙы урлағанһығыҙ.
– Ә-ә, һеҙ шулаймы әле, хәҙер күрмәкәйегеҙҙе күрһәтәбеҙ, - Рәйлә йелп итеп ҡапҡаһына инеп китте, бергә уйнаған иптәштәрен, туғандарын алып та сыҡты. Хатта ағаһы Мәүлит тә килеп сыҡҡан!
– Барығыҙ, йүгерегеҙ, Факил ағайымды алып сығығыҙ, - мин тиҙ генә бәләкәйерәк малайҙарҙың береһен Факил ағайыма( атайымдың бер туған ҡустыһының улы) йүгерттем дә ҡалғандар менән "атака"ны кире ҡағырға көтөп торабыҙ, "ҡурҡаҡтар" мөһөрөн алаһы килмәй бит инде😂
Тегеләр килеп етеп һуғыша башлауыбыҙға Факил ағай килеп етеп, бер-икәүһенә елле генә ҡундырып алғайны, тегеләр "тай" типтерҙеләр.
Факил ағайым да ул мәлдә малай ғына, беҙҙән саҡ ҡына ҙурыраҡ ине.
Әсәйем кәрәкте бирҙе генә былай, "малайҙар атаманы" тип ҡушамат та тағып ҡуйҙы хатта (уйнай торған иптәштәрем яҡын-тирәнең малайҙары ине шул) бүтән ихаталарҙы тикшермәнек, ҡабаттан ярсыҡтар йыйып алдыҡ.
...Һуңынан, балаларҙың атаһы үлеп ҡалғас, минең өйҙән, ихатанан әйберҙәр юғала башланы. Бер нисәүһен яҙып үтәйем әле, ҡыҙыҡмы, ғибәрәтме...
...Мин почтала эшләйем, оло улым мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып йөрөй. Почтанан ҡайттым да бер көн эй асҡысты таба алмайым. Асҡысты йәшермәйем, бер бағана кеүек нәмәнең өҫтөнә һалам да китә инем. Урамға сығып, улымды һораштым. Береһе лә күрмәгән.
Әхиәт ағай хатта:
– Мин көнө буйы урамда ултырҙым, улың тауҙан төшмәне ул, - тине. Кире инеп асҡысты ҡараным да мәктәпкә киттем.
Юҡ, ысынлап та, улым ҡайтмаған, шунда ултыра. Ҡайтып асҡысты ҡабаттан эҙләй башланым. Өйҙөң тупһаһына терәлеп йәшелсәгә һыу ҡоя торған ҙур резина тәгәрмәстән ҡырҡып эшләнгән ялғаш ултыра, эҙләнә торғас асҡысты шуның эргәһенән ерҙән табып алдым. Ғәжәпләнеп, аптырап торорға ваҡыт юҡ, индем дә өй эштәренә тотондом.
Улым дивиди алғайны, ҡыйбатлы ғына. Мәктәптән уҡыусылары менән бергә төшә лә уларға йә дәрес буйынса, йә балалар өсөн бүтән төрлө кино күрһәтә. Бына ул көнө лә уҡыусылары менән килеп инде лә түр бүлмәгә үттеләр. Бер аҙҙан улым:
– Әсәй, дивидине һин алдыңмы? – тип һораны.
– Юуҡ, – тинем дә асҡыс иҫемә төшөп яндарына йүгереп сыҡтым. Ҡараһам, ысынлап та, дивиди юҡ!
– Айыу майы һөрткәндәр инде, – тине улым, көлөмһөрәп.
– Эйе, асҡыс урынынан тиген шылып ятмаған инде.
Көпә-көндөҙ, икебеҙ ҙә эштә саҡта шулай итеп дивидине урлап ҡуйҙылар.
Теге уҡыусылар, бер аҙ ваҡыт үткәс, килеп:
– Инәй, документтарын тотоп ин дә ал, шунда ултыра, – тиҙәр.
Кеше өйөнә, ихатаһына инергә әсәйемдең һабағы иҫкә төшә. Етмәһә, беҙҙең әйбер булмаһа хурлыҡҡа ҡалыуың да мөмкин.
Ҡул һелтәнек.
Унан... итте урланылар...
Яңғыҙым ҡалһам да малды кәметмәнем. Кәртәлә 3 һыйыр, бейә, һарыҡтар бар, өҫтәүенә почта аты, 15-ләгән тауыҡ. Бер йылы Бикбаев Ғүмәр еҙнәй менән уртаҡ ҡонан бейә һуйҙыҡ, бейә минеке, Ғүмәр еҙнәй айҙан ашыу кәртәһендә тотоп, һимертте. Ҡыуана-ҡыуана һуйып, ҡаҙыларын, эсәк-ҡарталарын бүлешеп алып, ботон Ғүмәр еҙнәйҙең ҙур үлсәмендә үлсәтеп алып, беҙ ҡайтып киттек.
Алып ҡайтып избёнкаға элдек. Ҡаҙыларын тултырып, ҡарталарын ҡайтанан йыуып һалып ҡуйҙым. Һәм үҙем Яңы йылға ҡунаҡҡа киттем. Өйгә күршене ҡалдырып киттем, бер кис йоҡлап шунан ҡайттыҡ. Мин яңғыҙым бер атта, Исмәғил кейәү Мәймүнә бер атта. 2-һе көнө Стәрлетамаҡта мәҙрәсәлә уҡып йөрөүсе улым ҡайтты. Кесе улым армиянан ҡайтмаған ине әле. Мин улыма ит индереп борорға ҡуштым, – ҡулын индер, ботон һатырбыҙ, - тигән булам. Бер аҙҙан улым кире килеп инде:
– Әсәй, унда бот юҡ бит ул, ҡул ғына тора. Йүгереп сыҡтым, ысынлап та, бот юҡ!
Ишек бикле тора, тәҙрә аша сығарып алғандар... Ауыҙыбыҙҙан тартып алған кеүек булды, ултырып илап алдым.
Улым:
– Юҡҡа илап ултырма, әсәй, язаһы була бит ул уның, - тип йыуатҡан була. Уның һүҙенә ҡарамай милиция аша эҙләтеп ҡараған булдым. Сөнки шул тиклем аҡса кәрәк саҡ ине һәм мин шул ботто һатып, шуның аҡсаһын тотонорға уйлағайным. Милицияның эшен күҙәтеп барҙым да ҡул һелтәнем, таба алмаясаҡ! Яттай урлаусыны әрләнем, ашаһын әйҙә, тығынһын...
Мин бирешмәнем, ҡаҙыларҙы һатып бөттөм, майын да, ҡоротон да һаттым, хатта һуған, тоҙло кәбеҫтәләргә тиклем һаттым - аҡсаны еткерҙем.
...Ә хәҙер күңелем тыныс, сөнки ул кеше, моғайын, ит ашаған һайын үкенәлер төҫлө. Күңел алдамай, үкенәлер, үкендерә ул донъя...

Зәйтүнә Айытбаева

Автор:
Читайте нас: